Эстәлеккә күсергә

Гөйгөл (ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гөйгөл ҡурсаулығы
әзерб. Göygöl Milli Parkı
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны12 755 Га 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[1 апрель 2008 йыл]] 
Урынлашыуы
40°24′21″ с. ш. 46°19′21″ в. д.HGЯO
Әзербайжан
Точка
Гөйгөл ҡурсаулығы

Гөйгөл ҡурсаулығы[1]Әзербайжанда тәүге ҡурсаулыҡ, ул 1925 йылда ойошторолған. Ҡурсаулыҡ статусы бер нисә тапҡыр бөтөрөлә, 1965 йылда яңынан төҙөлә. Майҙаны 6739 гектар, уның төп өлөшөн урмандар менән ҡапланған территория биләй. Ҡурсаулыҡтың фаунаһы хайуандар һәм ҡоштарҙың төрлө вәкилдәренән тора.

Ойоштороу маҡсаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ ойоштороуҙың төп сәбәбе — Кесе Кавказдың төньяҡ битләүҙәренең субальп һыҙатында тәбиғи комплекстарҙы һаҡлау. Кесе Кавказдың төньяҡ битләүҙәре төбәгендәге тауҙар, урмандар, субальп зоналар тәбиғәт комплекстары, шулай уҡ Гөйгөл, Залигөл, Маралгөл күлдәре төп һаҡланыусы объекттар булып тора.

Гөйгөл ҡурсаулығы Гөйгөл районында (Кесе Кавказ һыртының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә) урынлашҡан. Кәпәс тауы иң бейек нөктәһе булып тора.

Гөйгөл күле Әзербайжандың иң ҙур күлдәренең береһе булып тора. Күлдә һыу сөсө һәм зәңгәр төҫтә, Гөй-гөл әзербайжан телендә «күк күл» тип аңлатыла.

Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә 8 күл урынлашҡан. Иң ҙурҙары: Гөйгөл, Залигөл, Маралгөл, Гарагөл (Ҡаракүл). Барлыҡ күлдәр тауҙар менән уратып алынған. Гөйгөлдә һәм башҡа күлдәрҙә форелдең популяцияһы X—XII быуаттарҙа формалаша.

Ҡурсаулыҡ урмандары башлыса имән, ерек, аҡ акациянан тора. Имән урмандары ағастарының йәше 90 йыл тәшкил итә, тополь урмандары ағастарының йәше — 60 йыл. Ҡурсаулыҡта шулай уҡ лианалы дымлы тополь урмандары һәм ҡыуаҡлы тал-тополь урмандары бар. Лиана-тополь урмандарында бейеклеге 40 метрға һәм диаметры 2,5 метрға еткән гигант ағастар осрай.

Ҡурсаулыҡ флораһы үҫемлектәрҙең 420 төрөнән тора, улар иҫәбенә 77 ағас һәм ҡыуаҡтар төрө инә (саған, аконит, манжетка, астрагал, гвоздика, герань, ҡая имәне, Траутфеттер сағаны һ.б.).

Йыртҡыс йәнлектәрҙән ҡурсаулыҡта бүреләр, шакалдар, төлкөләр, аҫтар, таш һыуһарҙары, ҡамыш бесәйҙәре, урман бесәйҙәре, бурһыҡтар, һәм шулай уҡ ер-хайуандарының 6 төрө, һөйрәлеүселәрҙең 10 төрө һәм ҡоштарҙың 70 төрө тереклек итә. Тояҡлы хайуандар араһынан бында ҡырағай ҡабанды һәм боланды (марал) осратырға мөмкин.

Документалистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Göygöl Milli Parkı / Goygol National Park / Гейгёльский национальный парк. Документальный фильм. Проект «9 чудес Азербайджана» общественного объединения IDEA (International Dialogue for Environmental Action). Руководитель: Лейла Алиева. Координатор: Хикмет Нагдалиев. Режиссер: Игорь Бышнев. Азербайджан, 2015 г. Россия-Культура. 28.10.2017. [2][3]
  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 126. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  2. Гейгёльский национальный парк. Телеканал «Россия – Культура» (Россия – К). Дата обращения: 28 октябрь 2017. 2017 йыл 27 октябрь архивланған.
  3. Лейла Алиева в презентации документального фильма «Гейгельский национальный парк» (ФОТО). Новостной портал Amor Info (30 декабрь 2015). Дата обращения: 28 октябрь 2017. 2018 йыл 6 июль архивланған.

Ҡалып:Заповедники и национальные парки Азербайджана