Дарем соборы
Христос, Дева Мария һәм изге Каберттың Дарем соборы (Cathedral Durham) — Бөйөк Британияла (Дарем замогы менән бер рәттән) Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән беренсе ҡомартҡы. Норман архитектураһының роман стилендәге өлгөһө.
Шотландия менән сиктәш Дарем соборына 1093 йылда Дарем епискобы Вильгельм де Сен-Кале ҡарары менән нигеҙ һалына. Уның ҡая түбәһендә урынлашыуы һәм ҡеүәтле диуарҙары эстетик функция ғына түгел, һаҡланыу функцияһын да үтәргә тейеш булған. Төҙөлөштө Вильгельмдың вариҫы епископ Ранульф Фламбард тамамлап ҡуя. Соборҙы изгеләндергәндән һуң унда Даремдың төп ҡомартҡыларын — Кутберт Линдисфарнскийҙың һәм Освальд Нортумбрийскийҙың мәйеттәрен күсерәләр. .
XII быуатта ҡорамға Дева Марияның готик капеллаһы төкәтеп төҙөлә, унда ҡулъяҙмасы Хөрмәтле Бәләнең һәм кардинал Томас Лэнглиның (1363—1437) мәйеттәре күсерелә. Инглиз реформацияһынан һуң изгеләрҙең кәшәнәләре юҡ ителә, ә бенедиктин монахтары йорттарына таратыла. Оливер Кромвель соборҙа Данбарҙа әсиргә алынған шотландтарҙы ябып ҡуя, күптәре туғандар ҡәберлегендә ерләнә.
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объект № 370 урыҫ. • ингл. • фр. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 2,0 2,1 Cathedral Church of Christ and St Mary the Virgin // National Heritage List for England
- ↑ https://historicengland.org.uk/listing/the-list/list-entry/1000089
- ↑ Aligned ISNI and Ringgold identifiers for institutions (ингл.) // zenodo — 2017. — doi:10.5281/ZENODO.758080
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт Даремского собора
- На Викискладе есть медиафайлы по теме Даремский собор