Дебрецен университеты
Дебрецен университеты | |
Исеме |
Debreceni Egyetem[1] |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
University of Debrecen |
Асылған йылы |
1538 |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Дебрецен университеты (мадьярса Debreceni Egyetem) — Дебреценда иң ҙур уҡыу йорто һәм Венгрияның иң алдынғы университеттарының береһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нигеҙләү йылы тип 1538 йыл иҫәпләнә, был ваҡытта Дебрецендә кальвинист колледжы асыла. Уҡыу йорто күп тапҡыр үҙгәртеп ҡорола һәм реорганизациялана. Тәүге университет тибындағы уҡыу йортоа — Дебрецен король университеты — ҡаланың юғары уҡыу йорттары нигеҙендә 1912 йылда ойошторола, һуңыраҡ бүленә.
2000 йылда ҡаланың өс университеттары (ауыл хужалығы, медицина һәм фәнни-тәбиғи) ҡушылыуы нигеҙендә Дебрецен университеты ойошторола. 2010 йылдарҙа университетта яҡынса 32 мең студент белем ала, шуларҙың 2 меңдән ашыуы — сит илдәрҙән, ә профессор-уҡытыусылар составы 1,7 мең хеҙмәткәрҙән тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Университеттың рәсми порталы 2017 йыл 20 сентябрь архивланған.