Эстәлеккә күсергә

Диего Марадона

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол
Футбол
Диего Марадона
Информация
Тулы исеме Диего Армандо Марадона
Ҡушаматтары Пушок, Золотой мальчик, Десятка, Звёздный бочонок, Микеланджело от футбола
Тыуа 30 октябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2][3][…]
Ланус[d], Буэнос-Айрес[d], Аргентина
Вафат 25 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[4] (60 йәш)
Дике-Лухан[d], Тигре[d], Буэнос-Айрес[d], Аргентина[5]
Гражданлығы Аргентина Аргентина
Буйы 165 см
Позиция атакующий полузащитник, нападающий
Карьера
Йәштәр клубтары
1970—1976 Аргентина (1812-1985) Архентинос Хуниорс
Клуб карьераһы*
1976—1981 Аргентина (1812-1985) Архентинос Хуниорс 166 (116)
1981—1982 Аргентина (1812-1985) Бока Хуниорс 42 (28)
1982—1984 Испания Барселона 36 (22)
1984—1991 Италия флагы Наполи 188 (81)
1992—1993 Испания Севилья 26 (5)
1993 Аргентина Ньюэллс Олд Бойз 5 (0)
1995—1997 Аргентина Бока Хуниорс 30 (7)
1976—1997 Карьераһында барлығы 492 (258)
Йыйылма командаһы**
1977—1979 Аргентина Аргентина (до 20) 24 (13)
1977—1994 Аргентина Аргентина 91 (34)
Тренер карьераһы
1994 Аргентина Текстиль Мандию
1995 Аргентина Расинг (Авельянеда)
2008—2010 Аргентина Аргентина
2011—2012 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Аль-Васл
2017—2018 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Аль-Фуджайра
2018—2019 Мексика флагы Дорадос
2019—2020 Аргентина (1812-1985) Химнасия и Эсгрима ЛП
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаттары
Алтын Мексика 1986
Көмөш Италия 1990
Америка Кубогы
Бронза Бразилия 1989

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Марадона Армандо Диего (исп. Diego Armando Maradona; 30 октябрь 1960 йыл, Ланус, Буэнос-Айрес провинцияһы — 25 ноябрь 2020 йыл[6], Тигре, Буэнос-Айрес провинцияһы)[7] — карьераһын тамамлаған Аргентина футболсыһы, һөжүм итеүсе ярымһаҡсы һәм һөжүмсе була. «Архентинос Хуниорс», «Бока Хуниорс», «Барселона», «Наполи», «Севилья» һәм "Ньюэллс Олд Бойз"клубтары өсөн сығыш яһай. Аргентина йыйылма командаһы составында 91 матчта 34 гол индерә.

1986 йылдың донъя чемпионы. 1990 йылдың донъя вице-чемпионы. Дүрт донъя чемпионатында ҡатнашыусы. 1979 йылда Йәштәр командалары араһында донъя чемпионы була. 1986 йылғы Донъя чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы. 1979, 1980 йылдарҙа Көньяҡ Американың Йыл футболсыһы. Ике тапҡыр донъя беренселегенең символик йыйылма командаһы ағзаһы[8]. «Бока Хуниорс» клуб составында Аргентина чемпионы. «Наполи» клубы составында ике тапҡыр Италия чемпионы.

Халыҡ-ара футбол федерацияһының (ФИФА) рәсми сайтында тауыш биреү һөҙөмтәһендә 53,6 процент тауыш йыйып, XX быуаттың иң яҡшы футболсыһы тип табыла; ФИФА-ның Футбол комиссияһы версияһы буйынса, Марадона — XX быуаттың 3-сө футболсыһы[9][10]. МФФИИС-тың һорау алыуҙары буйынса, XX быуаттың иң яҡшы футболсылары араһында 5-се урын биләй. World Soccer, Football France[11] журналдары, Sportivo Guerin версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы уйынсылары араһында икенсе урын биләй[12]. Placar журналы версияһы буйынса, футбол тарихындағы иң яҡшы уйынсылар араһында 2-се урында тора[13]. The Times гәзите версияһы буйынса донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы футболист булып иҫәпләнә[14]. ФИФА 100 исемлегенә инә. «Алтын туп»ҡа иң беренсе эйә булыусы[15]. Италия футболының Дан залының «иң яҡшы сит ил уйынсыһы» номинацияһы буйынса ағзаһы[16].

ФИФА версияһы буйынса барлыҡ донъя чемпионаттарында иң яҡшы уйынсыларҙың символик йыйылма командаһы ағзаһы[17]. Көньяҡ Америка тарихында иң яҡшы уйынсыларҙың символик йыйылма командаһы ағзаһы[18]. 1999 йылда Марадона Аргентинала XX быуаттың иң яҡшы спортсыһы тип таныла[19]. Англия йыйылма командаһы ҡапҡаһына индергән Донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшыһы тип табылған һәм «Быуат голы» атамаһын алған гол авторы[20]; шул уҡ уйында ҡулы менән гол индереп, был осраҡ «Хоҙай ҡулы» булараҡ билдәле.

Марадона Буэнос-Айрестың почетлы гражданы[21]. Командаһы составында дебют яһаған көн хөрмәтенә — 2003 йылдың 26 декабрендә «Архентинос Хуниорс» клубының стадионына Диего исеме бирелә[22]. 2005 йылдың июнендә марадона Аргентина сенатынан Фаустино Сармиэнто премияһын ала[23].

Марадонаның спорт карьераһы наркотиктарға бәйле ҡыҫҡара, артабан ул дисквалификация һәм дауаланыу арҡаһында футболды ҡалдырып торорға мәжбүр була. Бынан тыш Марадона бер нисә, шул иҫәптән, 1991 йылдың апрелендә кокаин һаҡлаған өсөн ҡулға алыныуын һәм 1994 йылда журналистарға пневматик винтовканан атҡан өсөн 1999 йылда ике йылға бирелгән шартлы срокты ла индереп, суд тикшереүенә эләгә.

Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң Аргентина һәм Италия каналдарында телекомментатор булып эшләй. 2005 йылдың июненән 2006 йылдың авгусына тиклем «Бока Хуниорс» клубының футбол комиссияһының вице-президенты була. Бер нисә фильмда төшә.

2008 йылдың октябренән 2010 йылда июленә тиклем Аргентина йыйылма командаһының баш тренеры була, уны 201 йылғы донъя чемпионатының сирек финалына сығара.

Марадонаның бала сағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диего Армандо Марадона 1960 йылдың 30 октябрендә йәкшәмбе иртәнге 5-тә Буэнос-Айрес провинцияһының ланус ҡалаһында Эвита поликлиникаһында тыуа. Атаһы дон Диего, Тритумоль тирмәннедә эшләй[24], әсәһе Дальма Сальвадора Франко хужабикә була. Марадона ғаиләлә бишенсе бала, әммә беренсе малай була: уға тиклем дүрт апаһы — Рита, Ана, Эльза һәм Мария тыуа[25]. Һуңҡараҡ Дальма Сальвадора: «Уны мин барыһынан да еңелерәк таптым. Шәмбе көн буйына үҙемде яҡшы тойҙом, төнөн клиникаға алып киттеләр. Ул тиҙ тыуҙы. Ул саҡта мин бары тик уның сәләмәт тыуыуын һәм яҡшы кеше булыуын ғына теләнем. Бәхеткә күрә, барыһы ла, хатта артығы менән, тормошҡа ашты», — ти[24].

Марадона ғаиләһенең тамырҙары Италияға барып тоташа. Аныҡлап әйткәндә, ул Марко Полоның вариҫы[20][26]. Шулай уҡ Диегола хорват тамырҙары ла бар: Сальвадораның өләсәһе ҡыҙ сағында Кариолич фамилияһын йөрөтә, ә уның атаһы сығышы менән Корчула утрауынан[27].

10 айлыҡ сағында Диего атлап китә. Аргентиналағы күпселек балалар кеүек, бәләкәй сағынан туп ҡыуа. Уларҙың уйынын футбол тип атау ауыр, сөнки малайҙар тупҡа тибә һәм уның артынан йүгерә генә[25].

Марадонаға 7 йәш булғанда, ике туған ағаһы Бето, Нена апаһының улы[24], уға туп бүләк итә[25]. Диего бүләккә шул тиклем шатлана, хатта тубын ҡосаҡлап йоҡлайт. Иртән Диего урам малайҙарына маҡтаныр өсөн тубын алып сыға, әммә уны береһенә лә тоттормайынса, кире алып инеп китә. Туп ҡыш буйына Диегоның бүлмәһендә ята, бик һирәк кенә уны өй буйлап тибеп уйнайҙар[25]. Яҙғыһын Диего шулай ҙа уны урамға алып сыға: атаһы ьупҡа нисек тибергә өйрәтә, малай һул аяғы менән тибеп, оҙаҡ ваҡыт стена эргәһендә шөғөлләнә.

Диего тупҡа яҡшылап тибергә өйрәнгәс, үҙенән өлкәндәр менән ысын футбол уйнай башлай. Уйында ул әллә ни уңыш ҡаҙанмай, оло малайҙар унан аша йә уны урап ңтә, ә үпкәләгән Марадона тубын тотоп ала ла уны ҡосаҡлап тора[25]. Яйлап ул футбол уйнарға өйрәнә һәм башҡалар кеүек уйнай башлай. Ул «Ете ялан» тип аталған, урам матчтары үткәрелгән майҙанда сәғәттәр буйы уйнай[28]. Диего һаҡсы позицияһында сығыш яһарға ярата, бары тик һуңынан ғына һөжүмгә күсә[29]. Бер аҙҙан ул ихатаның иң техния яҡтан яҡшы уйынсыһына әүерелә, мәктәп уҡыусылары командалары Диегоның үҙҙәре өсөн уйнағанын теләй. Марадона «Ремедиос де Эскалада Сан-Мартин» мәктәбенә уҡырға ингәс, шунда уҡ башланғыс синфытар уйнаған Эскалады футбол командаһына алына[25].

Аргентиналағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Архентинос Хуниорс»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Diego Maradona // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. Diego Maradona // FBref.com (билдәһеҙ)
  3. DIEGO ARMANDO MARADONA // https://bdfa.com.ar/jugadores-1191.html (исп.)
  4. 4,0 4,1 Diego Maradona // https://autority.snk.sk/cgi-bin/koha/opac-authoritiesdetail.pl?marc=1&authid=200320
  5. https://www.clarin.com/zonales/conmocion-country-murio-maradona-recibimos-vecino-_0_JQopO_t9U.html
  6. Умер Диего Марадона. Сетевое издание «www.sportbox.ru», официальный сайт, 25 ноября 2020 года, 19:28 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2020)
  7. Марадона, Диего — аргентинский футболист и тренер. Лента.ру. Архивировано 3 июль 2013 года.
  8. Все символические сборные 15 чемпионатов мира. Спорт-Экспресс (28 май 1998). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  9. У футбола теперь двуглавый король. Спорт-Экспресс (13 декабрь 2000). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  10. Pele, Maradona each win FIFA century awards after feud (ингл.). Sports Illustrated (11 декабрь 2000). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года. 2012 йыл 24 май архивланған.
  11. France Football's Football Player of the Century. rsssf.com (5 февраль 2001). Дата обращения: 26 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  12. Guerin' Sportivo's. 50 Grandi del Secolo by Adalberto Bortolotti. rsssf.com (5 февраль 2001). Дата обращения: 26 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  13. Placar's 100 Craques do Século. rsssf.com (5 февраль 2001). Дата обращения: 26 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  14. Марадона — лучший игрок мундиалей по версии The Times. Чемпионат.ру (23 март 2010). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года. 2010 йыл 5 май архивланған.
  15. Марадона: первый почётный «Золотой мяч» вручили мне, Пеле вновь мне уступил. Чемпионат.ру (24 ғинуар 2014). Дата обращения: 18 июнь 2014.
  16. Диего Марадона включен в Зал славы итальянского футбола. Lenta.ru (21 октябрь 2014). Дата обращения: 21 октябрь 2014.
  17. ФИФА называет сборную чемпионатов мира всех времен. Спорт-Экспресс (20 июль 2002). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  18. До уровня Пеле и Марадоны новое поколение еще не доросло. Спорт-Экспресс (20 июль 1999). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  19. Марадона удостоился награды как лучший спортсмен Аргентины XX века. Спорт-Экспресс (23 декабрь 1999). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  20. 20,0 20,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; footballplayers.ru1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  21. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; О себе төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  22. Maradona agradeció que el estadio de Argentinos Juniors lleve su nombre (исп.). cooperativa.cl (9 август 2004). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  23. El Senado y una nueva distinción para Diego (исп.). Clarin. Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 18 август 2011 года.
  24. 24,0 24,1 24,2 Биография Диего Марадоны. maradona.cc. Дата обращения: 10 июнь 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года. 2010 йыл 14 сентябрь архивланған.
  25. 25,0 25,1 25,2 25,3 25,4 25,5 Выборнов Ю. В., Горанский И. В. Марадона, Марадона…. — Физкультура и спорт, 1989. — Т. 1. — 192 с. — (Звезды зарубежного спорта). — ISBN 5278001860.
  26. Потомок Марко Поло. Спорт-Экспресс (27 сентябрь 2002). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  27. Biography of Diego Armando Maradona (ингл.). new-dimension-software.com. Дата обращения: 21 май 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года. 2011 йыл 1 ғинуар архивланған.
  28. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; article-item/55867 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  29. Двуличный гений: Диего Армандо Марадона. euro-football.ru (12 апрель 2006). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 1 февраль 2011 года.