Дәүләт сиге
Дәүләт сиге — дәүләт территорияһындағы илдең (ҡоро ер, һыу, ер аҫты һәм атмосфера киңлектәре) сиген бүлгән һыҙыҡ, йәғни дәүләт суверенитетын һаҡлай.
Атама тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт сиге төшөнсәһе, дәүләтселек институты барлыҡҡа килеү менән бәйле. Дәүләт эсендәге биләмә һаҡлана һәм дәүләт башлығы файҙаһына ошо биләмәнән яһаҡ йыйыла. Хәрби низағтар барышында дәүләт сигенең формаһы үҙгәрә башлай. Таможня пошлиналарын территорияны рөхсәтһеҙ үтеү өсөн (транзитное пересечение) индереү нигеҙендә был төшөнсә тағы ла нығыраҡ нығытыла.
Сиктәрҙең төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер дәүләттең ҡоро ер территорияһын икенсе дәүләттән бүлгән һыҙыҡ дәләттең сиге (ҡоро ер сиге) тип атала.
Ике күрше дәүләте һыулы территория бүлгән саҡта ул диңгеҙле дәүләт сиге була.
Күҙ алдына килтергән дәүләт сиген бүлеп торған яҫылыҡ ер яҫылығына перпендикуляр булыуы менән һауа сиген бүлеп тора.