Егоров Игорь Владимирович
Егоров Игорь Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Егоров Игорь Владимирович (10 сентябрь 1940 йыл) — хужалыҡ эшәкәре. 1985 йылдан XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игорь Владимирович Егоров 1940 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1957 йылда слесарь булып башлай, һуңынан институтта лаборант булып эшләй. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһы сафына хеҙмәт итергә саҡырыла. 1963—1958 йылдарҙа XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы, өлкән оператор, ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы булып эшләй.
1985 йылдан XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында баш инженер.[1] Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы, 52-се Первомайский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональфайҙаланыу буйынса комиссия ағзаһы. [2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены,
- «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе» маҡтаулы исеме.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104