Ел культы
Ел культы |
Ел культы (рус. Культ ветра; бор.грек Ἄνεμοι;) — башҡорт мифологияһында сихри көскә эйә булған мифик зат[1].
Мифологияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүтормош йәмғиәте елде йәнләндереп күҙ алдына килтергәндәр. Маҙаға тейә башлаһа, эскисмостар буранды оҙон сыбыртҡы менән сыбыртҡылаған. Төньяҡ еле арҡаһында боҙ оҙаҡ ҡуҙғалмаһа, ел рухын йылындырырға ут янына саҡыралар. Рух яҡынлау менән, утҡа һыу ҡоялар ҙа, уҡ (аҙаҡ мылтыҡ) аталар. Австралия ерле халҡы (туземцы) ҡойон рухын, бумеранг һелтәп, үлтерергә тырышҡан[2].
Пеласгтарҙың донъя яралыуы хаҡындағы мифы йәнәһе лә, ғаләм илаһиәһе Эвреномия төнъяҡ елен тотоп ала ла, йөн иләгәндәй, иләй башлай. Шунан офион тигән ғәләмәт ҙур йылан тыуа һәм илаһиәнең боттарына урала ла уның менән ҡауыша. Бореас тип аталған төнъяҡ еле түлләндереү ҡеүәһенә эйә. Шуға ла бейә малы уға осаһын ҡаршы ҡуя һәм айғырһыҙ-ниһеҙ ҙә быуаҙый һәм ҡолонлай ала[2].
Башҡорт ырыуҙарына туранан-тура мөнәсәбәтле боронғо яҙма ҡомартҡы «Сыңғыҙнамә»лә Ҡояш (Көн) нурынан түлләнеү ихтималына ышаныуға нигеҙләнгән ике инанмыш бар.
Алтын хан менән Күрләүеч ханшаның ҡыҙы Гөләмлек (Гөлмәликә) Күрекле, көн күрмәй, донъя барлығын белмәй, бикле ултырған еренән кинәт Ҡояшты күреүе була — шунда уҡ уның нурынан ғоманлы була. Ата-әсәһе, оялыштарынан, гүзәл ҡыҙҙы алтын кәмәлә ағыҙып ебәрә. Ҡыят Тумауыл хан уны кәләш итә. Шул икәүҙән тыуған Дуйын Баян, ун туғыҙ йыл хан булып торғандан һуң, баҡый донъяға күсә. Бүдәнжәр, Ҡәғинжәр, Салжут тигән өс улы етем ҡала. Уларҙың әсәләре Аланғу Ҡояш нурынан түлләнә һәм донъяны яулар Чемуджин-Сыңғыҙ атлы Йыһангирҙы тыуҙыра[3].
Идеоматик әйтемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылы елдең түлләндереү ҡөҙрәтенә инаныс әлегәсә һаҡланып ҡалған. Ҡыҙ, ҡатындарға йылы ел бәрелеүҙән, ел һуғылыуҙан һаҡ булырға ҡушыр булғандар. Юҡһа, елдән ғоманлы булыуың ихтимал, тигәндәр. «Елгә еленләп, ярға быҙаулап» тигән идеоматик әйтем дә елдән түлләнеүгә ышаныуҙан ҡалған. Ундай инаныстар хәҙер юҡҡа сыҡҡан. «Елгә еленләп, ярға быҙаулап» тигән идеоматик әйтем хәҙер телмәрҙә «бушты бушҡа бушатыу» тигән күсмә мәғәнәлә ҡулланыла.
Елдән килеү. Елдән килһәң, елгә ҡайт!
Елдән килеү — буштан, еңел табылған мөлкәт.
Мифологияла ел — ир-егет затынан. Шуның өсөн «елдән тыуған бала» тигәндә, ирһеҙ ҡатындың бала табыуы күҙ уңында тота [1].
Ел төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ елдең төрлө төрөн айыра белгән. Еңелтә елде — «ел», көслөрәген — «буран», унан да көслөһөн — «дауыл», орсоҡтай өйрөлгәнен — «ҡойон» тиҙәр.
Елде йәнләндергәндә лә, уны төрлөсә төркөмләү иғтибарға ташлана. Саҡырып алынғаны еләҫлек тыуҙырыусы еңел ел, түлләндереүсеһе — йылы, йомшаҡ ел, аждаһа алғаны — ғәрәсәтле дауыл. Ә ҡәҙимге ҡойондоң мифологик яҡтан ике этимологияһы бар: уны мәскәй (убыр) тип тә, ен бейеүе тип тә йөрөтәләр. Башҡорттарҙың инаныуы буйынса, мәскәй ел ҡуптара, дөрөҫөрәге, ҡойон булып осоп, әҙәми затҡа ҙур зыян килтерә. Күҫәк, таяҡ ташлаһаң, ул ҡурҡа, тигәндәр. Бысаҡ, балта, һәнәк ырғытһаң, уны яралап була имеш, тип белгәндәр. Ундай саҡта, тамып ҡалған ҡаны буйынса юллап, убырҙы табып та була. Ат ҡиәфәтенә ингән убырҙы бер һалдат дағалап ебәрә. Иртәгеһенә уны ла, тама-тама барған ҡаны буйынса табып, язаға тарттыралар[2].
.
Хөрәфәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ел мифологияла иблис заты үҙенсәлектәренә эйә. Ул — түбәнге донъя хәбәрсеһе, ауырыуҙар, ҡоролоҡ килтерә.
Ел күңеле тейеү. Быума ауырыуын ел күңеле тейеү менән бәйләйҙәр.
Ел эйәһе ҡағылһа, һуғылһа, ғәҙәттә кеше ауырый. Елмауыҙ (женщина-вампир) аптырай башлай, баланың да, үҙенең дә ҡанын эсәр мәл етте.
Бала елпенгән. Елпеү бигерәк тә йәш бала, сабый имеҙгән йәки ауырлы ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡурҡыныс.
Елҡуҙ ҡағылһа, кеше ауырый[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ф. Г. Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка . — М., 2010. — ISBN 978-5-02-037580-2.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сөләймәнов Ә.М. Башҡорт халҡының ҡарһүҙе (баш.). — Өфө:БДПУ нәшриәте «Вагант», 2011. — Т. Беренсе киҫәк. — С. 196. — ISBN 978-5-87978-668-2.
- ↑ «Сыңғыҙнамә» 27, 255 — 262-се б. б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сөләймәнов Ә.М. Башҡорт халҡының ҡарһүҙе (баш.). — Өфө:БДПУ нәшриәте «Вагант», 2011. — Т. Беренсе киҫәк. — С. 196. — ISBN 978-5-87978-668-2.
- Ф. Г. Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка . — М., 2010. — ISBN 978-5-02-037580-2.