Изге Лаврентий ҡултығы
Изге Лаврентий ҡултығы | |
---|---|
фр. Golfe du Saint-Laurent, ингл. Gulf of Saint Lawrence | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тип | ҡултыҡ |
Майҙаны | 263 000 км² |
Күләме | 35 000 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 572 м |
Тоҙлолоғо | 32 ‰ |
Ҡойоусы йылға | Изге Лаврентий |
Изге Лаврентий ҡултығы Викимилектә |
Изге Лаврентий ҡултығы (франц. Golfe du Saint-Laurent; ингл. Gulf of Saint Lawrence) — Төньяҡ Америка яр буйының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге Атлантик океан ҡултығы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡултыҡ Канаданың Квебек, Нью-Брансуик, Яңы Шотландия, Принц Эдуард Утрауы, Ньюфаундленд һәм Лабрадор провинциялары ярҙарын йыуа.
Изге Лаврентий ҡултығы төньяҡта Лабрадор ярымутрауы, көнсығышта океан һәм Ньюфаундленд утрауы, көньяҡта Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутрауы, көнбайышта Төньяҡ Америка ҡитғаһы менән сикләнгән.
Майҙаны яҡынса 263 мең км². Тәрәнлеге 572 метрға тиклем. Күләме 35 мең км³.
Океан менән ҡултыҡты тоташтырыусы боғаҙҙар:
- көньяҡта Кансо боғаҙы, Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутаруы араһында
- көньяҡ-көнсығышта Кабот боғаҙы, Ньюфаундленд һәм Кейп-Бретон утрауҙары араһында
- төняҡ-көнсығышта Белл-Айл (Лабрадор) боғаҙы, Лабрадор ярымутрауы һәм Ньюфаундленд утрауы араһында.
Ҡултыҡҡа Изге Лаврентий йылғаһы ҡоя.
Хужалыҡта әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡултыҡ акваторияһы әүҙем суднолар йөрөү урыны. Бында балыҡ тотоу һәм нефть сығарыу тармаҡтары үҫешкән.
Төп порттары — Квебек һәм Сет-Иль.