Имам майҙаны
Координаталар: landmark 32°39′28″ с. ш. 51°40′38″ в. д. / 32.65778° с. ш. 51,67722° в. д. (G) (O) Имам майҙаны (میدان امام), элекке исеме Нахʼш-е Джахāн майҙаны— Исфахана (Иран) ҡалаһы уртаһындағы майҙан, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты. 1979 йылға тиклем майҙан Шах (میدان شاه) исемен йөрөткән. Имам майҙаны Исфахан ҡалаһының тарихи үҙәгендә Гөлбаһар районында урынлашҡан. Майҙандың көньяғында Имам мәсете, көнбайышында Алий-Гапу һарайы, көнсығышында Лотфулла шәйех мәсете урынлашҡан. Ислам революцияһынан һуң Имам майҙанында йома намаҙҙары уҡыла.
Майҙан төньяҡтан көньяҡҡа 560 метрға, көнбайыштан уөнсығышҡа 165 метрға һуҙылған. Майҙандың хәҙерге күренеше XVI быуатта, Исфахан Сәфәүиҙәр империяһы дәүерендә биҙәлә. 1589 йылда шах Бөйөк Аббас I баш ҡаланы Исфаханға күсереп әүҙем төҙөлөш башлай.
1637 йылда сәйәхәтсе Әҙәм Олеарий майҙан тураһында тасүирлап яҙа.
Тарихи яҡтан майҙан, шах һарайының тәҙрә төбөндә, ат уйындары үткәреү өсөн стадион итеп файҙаланылған; уйын күренештәре иран миниатюраларында сағылыш тапҡан. Хәҙер майҙанда сауҙа рәттәре, сувенир лавкалары урынлашҡан, ә майҙанда фонтан ҡуйылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя мираҫы
- Исфахан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЮНЕСКО сайтында Имам майҙаны
- Gulliway сайтында Исфахан картаһы 2012 йыл 29 июль архивланған.