Эстәлеккә күсергә

Йөҙ йыллыҡ йүкә (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөҙ йыллыҡ йүкә
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты1902 йыл 
Урынлашыуы
47°13′44″ с. ш. 39°43′45″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Красная точка
Йөҙ йыллыҡ йүкә
Ростов өлкәһе
Красная точка
Йөҙ йыллыҡ йүкә

Йөҙ йыллыҡ йүкә — Дондағы Ростовта, Адыгей урамы менән Киров проспекты[1][2] мөйөшөндә, Елена Николаевна Манфановскаяның 2-се номерлы йорто ихатаһында үҫкән ҙур ағас.

Һүрәтләнеше һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Манфановская Елена Николаевна 2003 йылда вафат була. Йорт 1902 йылда төҙөлгән һәм бер үк ваҡытта янында ҙур баҡса ултыртылған була, бер ҡатлы йорттоң верандаһы баҡсаға сыға.

Йорт хужаһы Николай Манфановский, Елена Николаевнаның атайы, йәшеллек яратыусы була һәм үҙ ғаиләһе өсөн уңайлы күркәм баҡса булдыра. Баҡсаны йортта йәшәгән баҡсасы тәрбиәләй.

Николай Манфановский Волга-Кама банкының Ростов бүлексәһендә эшләй. Ул бер нисә хәйриә ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнаша һәм Баҡсасылыҡ йәмғиәте советы ағзаһы була, шул айҡанлы һуңынан Ростовтың шәхси почетлы гражданы исеме ала.

Йүкә — Манфановскийҙәр ғаиләһенән ҡалған берҙән-бер ағас. Баҡса XX быуат башында Киров проспекты буйлап Пушкин урамына тиклем һуҙылған була.

1912 йылда йортҡа икенсе ҡат ҡҫтәп төҙөйҙәр. Өй менән йәнәш үҫкән йүкә зарарланмай тороп ҡала.

1920-се йылдар башында йорттарын муниципализацияланғандан һуң, ғаиләнең элекке баҡсаһын планлы рәүештә юҡ итеү башлана. Пушкин урамы буйынса дүрт ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлә, баҡса биләмәһе квартал эсендәге ихата булып ҡала.

Йүкә Бөйөк Ватан һуғышында бомбаға тотоу ваҡытында зыян күрмәй һәм беҙҙең көнгә тиклем һаҡланған.

  • Волошинова В. Ф., Волошинова Л. Ф. 100 уникальных мест Ростовской области: Иллюстрированный справочник. Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2011.-176 с., ил. ISBN 978-5-7509-0631-4