Кавказ Минераль Һыуҙары
Кавказ Минераль Һыуҙары | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1802 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 1 194 859 кеше (2018) |
Майҙан | 5300 км² |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1717 |
Номер тамғаһы коды | 26, 126, 07 һәм 09 |
Кавказ Минераль Һыуҙары Викимилектә |
Кавказ Минераль Һыуҙары (Кавминводы, КМВ) — Ставрополь крайында федераль әһәмиәттәге курорттар төркөмө; Рәсәй Федерацияһының координациялау администрацияһы булған махсус һаҡланыусы экология-курорт регионы[1].. Был төбәк менән туранан-тура дәүләт идаралығы Кавказ Минераль Һыуҙары администрацияһына йөкләнгән, уның рәйесе Ставрополь крайы губернаторы тәҡдиме буйынса Рәсәй Федерацияһы президенты тарафынан билдәләнә[2]
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренән бер үк тиерлек алыҫлыҡта, Минераль Һыуҙар ауыш тигеҙлеге һәм Оло Кавказдың төньяҡ биттәре тоташҡан сиктәрендә урынлашҡан регион[3].
- Административ-территориаль торошо
500 мең гектарҙан артыҡ (5,3 мең кв. км) майҙаны булған Кавказ Минераль Һыуҙары Рәсәй Федерацияһының өс субъекты территорияһында тау-санитария һағы округы сиктәрендә урынлашҡан:
- Ставрополь крайы - регион майҙанының 58 % ;
- Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы(Тамбукан шифалы күле, Нарзандар үҙәне һәм башҡалар);
- Ҡарасай-Черкес Республикаһы — территорияның 33 % (һында минераль сығанаҡтар формалашҡан зона).
- Физик-географик тасуирламаһы (урынлашыуы)
Кавказ Минераль Һыуҙары районы Ставрополь крайының көньяҡ өлөшөн алып тора һәм Эльбрустан 20 саҡрым өҫтәрәк Баш Кавказ һыртының (Главный Кавказский хребет) төньяҡ биттәрендә урынлашҡан. Райондың көньяҡ биләмәләре — Эльбрус тауы итәктәре, Хасаут һәм Малки йылғалары үҙәне; көнбайышта — Эшкакон һәм Подкумок йылғаларының үрге ағымы; райондың төньяҡ сиге булып Минераль Һыуҙар ҡалаһы хеҙмәт итә, уның артынан Кавказ алды (Предкавказье) далалары башлана.
КМҺ ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Гранд Спа Юца» турист-рекреацион тибындағы махсус иҡтисади зона Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 3 февралендәге 71 номерлы ҡарары нигеҙендә Ставрополь крайы территорияһында төҙөлә. 2012 йылдың декабренән Ставрополь крайының «Гранд Спа Юца» туристик-рекреацион махсус иҡтисади зонаһы «Төньяҡ Кавказ курорттары» ААЙ-ы идаралыҡ иткән Төньяҡ Кавказ туристик кластерына индерелгән[5]..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кавказские Минеральные Воды//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Постановление Правительства РФ от 6 июля 1992 года N 462Об особо охраняемом эколого-курортном регионе Российской Федерации — Кавказских Минеральных Водах
- ↑ Кавказские Минеральные воды 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ ОЭЗ на Ставрополье передана под управление Курортов Северного Кавказа
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кавказские Минеральные Воды//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Официальный сайт администрации Кавказских Минеральных Вод
- Официальный сайт администрации города Железноводска
- Железноводск. Кавказские Минеральные Воды
- Официальный сайт администрации города Пятигорска
- Официальный сайт администрации города Ессентуки 2012 йыл 1 май архивланған.
- Официальный сайт администрации города Кисловодска 2009 йыл 20 июль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анисимов С. С. Группа Кавказских минеральных вод: (Кисловодск, Пятигорск, Ессентуки, Железноводск, Кумагорск) — М.: Вопросы труда, 1926. — 95 с.
- Кавказские Минеральные Воды // Италия — Кваркуш. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — С. 122. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 11)., и см. там же схему-изображение «Кавказские Минеральные Воды (схема)» 2023 йыл 4 апрель архивланған.