Кунжут
Кунжут | |||||||||||||||
Һинд кунжуты (Sesamum indicum) | |||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Sesamum L. (1753) | |||||||||||||||
Төр өлгөһө | |||||||||||||||
|
Кунжу́т, йәки Сеза́м (лат. Sésamum) — педалиялар (Pedaliaceae) ғаиләһенә ингән үлән үҫемлектәр ырыуы.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латинса атамаһы Sesamum — σήσαμον тигән боронғо грек һүҙенән, ә боронғо грек теленә семит телдәренән (арами телендә shūmshĕmā, ғәр. سمسم) күскән, һуңғы осор бабил теленән shawash-shammu, ассирий теленән shamash-shammū, shaman shammī — «майлы үлән» тигән мәғәнә биргән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән.
Ботаник һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һинд кунжуты . «Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация
|
Бер йыллыҡ йәки күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр. Япраҡтары сиратлап, йәки ҡапма-ҡаршы, йәки аҫта ҡапма-ҡаршы, өҫтә сиратлап урынлашҡан, бөтөндәр йәки өс теллеләр (һирәкләп өскә бүленгәндәр).
Сәскәләре эре, биш киҫекле, ҡуйынлы, дихазияларҙа 1—3-әр. Сәскә һаптары ҡыҫҡа, төбөндә икешәр сәскә яны япраҡсаһы бар. Каса япрағы бишкә бүленгән, тажы ҡыңғырау йәки буранка-төрөпкә һымаҡ, ике иренле тип әйтергә лә була, 3 (һирәкләп 5) ҡалаҡлы түбәнге һәм ҡыҫҡа ике ҡалаҡлы өҫкө иренле. Һеркәстәре 4 (5—10) (ғәҙәттә бер йәки ике һеркәсе етлекмәгән була һәм стаминодияға әйләнә). Емшәне өҫкө, ике емеш япраҡлы, өҫтәмә ялған бүлкәле, үҙәк бағаналы, уға күп һанлы орлоҡтар йәбешә; емешлек ауыҙы ике ҡалаҡлы.
Емеше — оҙонса, төбөнә тиклем асылыусан, ҡыҫыҡ дүрт ҡырлы, һабаҡҡа һылашҡан ҡумта.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырыу төрҙәре нигеҙҙә Африкала осрай. Бер төрө — һинд кунжуты (Sesamum indicum) — ҡырағай хәлдә билдәле түгел, бөтә тропик һәм субтропик төбәктәрҙә үҫтерелә, ҡайһы берҙә ҡырағайлана.
Хужалыҡта ҡулланылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡулланыу өсөн һинд кунжуты Sesamum indicum) ҡиммәтле майлы үҫемлек булараҡ мөһим һанала. Орлоғо кәзинәк эшләү һәм икмәк-ҡалас өҫтөнә һибеү өсөн файҙаланыла. Кулинарияла киң ҡулланыла.
Төрҙәренең исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кунжут ырыуына 10 төр инә[1]:
- Sesamum alatum Thonn.
- Sesamum angolense Welw.
- Sesamum calycinum Welw.
- Sesamum indicum L. typus — Һинд кунжуты, йәки Ябай кунжут, йәки Көнсығыш кунжутыҺинд кунжуты , йәки Ябай кунжут, йәки Көнсығыш кунжуты
- Sesamum lepidotum Schinz
- Sesamum marlothii Engl.
- Sesamum pedalioides Welw. ex Hiern
- Sesamum rigidum Peyr.
- Sesamum schinzianum Asch.
- Sesamum triphyllum Welw. ex Asch.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Список видов рода Кунжут на сайте The Plant List 2013 йыл 4 июль архивланған. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2012)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васильченко И. Т. Род Кунжут — Sesamum L. // Флора СССР. В 30 т. / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Ред. тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1958. — Т. XXIII. — С. 12—13. — 776 с. — 2300 экз.
- Камелин Р. В. Род Кунжут — Sesamum L. // Флора европейской части СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров. — Л.: Наука, 1981. — Т. V. Ред. тома Р. В. Камелин. — С. 315—316. — 380 с. — 4200 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кунжут: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт. (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2012)