Көнсығыш Төркөстан милли-азатлыҡ хәрәкәте
Көнсығыш Төркөстан милли-азатлыҡ хәрәкәте | |
Дәүләт | Ҡытай |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы |
Көнсығыш Төркөстан милли-азатлыҡ хәрәкәте Викимилектә |
Көнсығыш Төркөстан милли азатлыҡ хәрәкәте — Көнсығыш Төркөстанды 1757—1759 йылдарҙа Цинь империяһы (Ҡытай) баҫып алғандан һуң барлыҡҡа килгән хәрәкәт. Быға тиклем был ерҙәрҙә башҡаларҙан айырымланыу (изоляция) сәйәсәте алып барған теократик дәүләт була. Уйғыр ислам дәүләте (теократия) бөтөрәлә, ике хакимлыҡ иткән "хожа"лар нәҫеленә ҡараған кешеләр (пәйғәмбәр нәҫеленән) — аҡтағлыҡтар (ҡаратағлыҡ) юҡ ителә. Берҙән-бер иҫән ҡалған аҡтағлыҡ Самсак-ходжа Бохара әмирлегенә, һуңыраҡ Коканд ханлығына китә. Был ерҙәр Ҡытай Халыҡ Республикаһына инһә лә, азатлыҡ өсөн хәрәкәт әле лә дауам итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өсөнсө ойрат-маньчжур һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII—XIX быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1760 — Цинь империяһының бер билмәһенә әйләнеүе, Ҡашғарҙағы халыҡ ихтилалын баҫтырыу
- 1764—1765 — Рәхмәтулла етәкселегендәге Уч-Турфан ихтилалы—Уч-Турфан халҡын тулыһынса юҡ итәләр, Или йылғаһы буйындағы уңдырышлы ерҙәргә башҡа ерҙәрҙән уйғырҙарҙы күсерәләр.
- 1814 — Тилла ҡарый етәкселегендәге ихтилал
- 1816 — Зыяутдин етәкселегендәге ихтилал.
- 1818 — Жангирҙың (Самсак-ходжи улы) тәүге ихтилалы.
- 1826—1828 — Жангир-хожа етәкселегендәге икенсе ихтилал, Ҡашғар, Яркенд, Хотан, Янғиғиссарҙы азат итеү. Аҡсу, Учтурфан, Ҡарашар, Куча ҡалаһына табан хәрәкәт. Ихтилалдың баҫтырылыуы. Һатлыҡ йәндәр эшмәкәрлеге. Жангир-хожа Пекинда язалана.
"Жангир ихтилалынан һуң азиаттарға бығаса еңелмәҫ булып күренгән ҡытайҙарҙың йомшаҡ яҡтары күренде. Ҡашғар патриоттарының рухы нығыны, уларҙа үҙ Ватандарының бойондороҡһоҙлоғон ҡайтарыуға яңы, көслө өмөт барлыҡҡа килде ". Чокан Чингис улы Вәлиханов.
- 1830 — Жангир-Хожаның туғаны Йософ-ходжаның етәкселегендәге ихтилал. Уйғырҙар Ҡашғар, Янғиғиссарҙы ала.
- 1847 — ете хожа ихтилалы, Ҡашғар, Янғиғиссарҙы баш күтәргәндәр ала.
- 1855—1856 — Вәлихан-Түрә ихтилалы. Ҡашғарҙы боласылар ала.
- 1864 — Ҡаратағлыҡтар етәксеһе Рәшиддин-хожа етәкселегендәге Кучар ихтилалы. Ҡашғар, Яркенд, Хотан ихтилалдары. Төньяҡ райондар күтәрелеше, Или буйында, Чугучаҡтағы ихтилалдар. Цинь империяһы Көнсығыш Төркөстанда (Уйғырстан) бөтөрөлә. Рәшиддин-хожа Хан-хожа титулын ала. Өс дәүләт булдырыла: Йеттишар, Или солтанаты, Дунган әмирлеге.
- 1871 — Или крайын Рәсәй империяһына ҡушыу.
- 1878—1879 — 80 меңлек Европа ҡоралы менән ҡоралланған Цинь армияһының Цзо Цзунтан илгә баҫып инеүе. Йеттишарҙың ҡолауы.
- 1881 — Или крайы буйынса Рәсәй-Ҡытай килешеүе, крайҙы Рәсәй кире Ҡытайға бирә. Ҡытайҙа ҡалырға теләмәгән уйғырҙар, дунгандарға Жети-суға (Семиречье) күсергә рөхсәт ителә. Балхаш күле янындағы был ерҙәр Рәсәй империяһында ҡала (Или крайының 20 %, әлеге Ҡырғыҙстандың бер өлөшө). Был ваҡиғаларға ҡайһы бер уйғыр етәкселәренең инглиздәр менән араларының яҡынайыуы, уларҙан ҡорал һәм башҡа ярҙам алыуы, Рәсәйгә ҡаршы алып барған сәйәсәте лә булышлыҡ итә.
- 1884 — Шеңжан Ҡытай провинцияһы булдырыла, үҙәге- Өрөмсө ҡалаһы.
XX быуаттың тәүге яртыһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1912—1913 —Тимур Халпа етәкселегендәге Кумул уйғырҙары ихтилалы.
- 1931—1934 —Хожа Нияз-хаджим ходжа етәкселегендәге Кумул уйғырҙары ихтилалы.
- 1932 — Мүхити ғаиләһе етәкселегендәге Турфан ихтилалы. Кумул һәм Турфан ихтилалсыларының берләшеүе.
- 1933 — Боғр ғаиләһе етәкселегендәге Хотан ихтилалы. Яркент менән Ҡашарҙы азат итеү. Ҡашғарҙа Көнсығыш Төркөстан Төрки Ислам Республикаһын иғлан итеү, Ходжа Нияз - президент, Сабит Абдулбаҡый Дамулла - премьер-министр була.
- 1934 — Был республика Ма Чжунин етәкселегендәге дунгандарҙан торған Ҡытай армияһы һәм СССР-ҙың махсус булдырған Алтай армияһы тарафынан юҡ ителә.
- 1937 — 6-сы уйғыр дивизияһының (элекке Мәхмүт Мухити дивизияһы) Абдуниязбек Камал етәкселегендәге ихтилалы. Ихтилал баҫтырыла. Хожа Нияз хажим язалана.
- 1943 — Или буйы мосолмандары ихтилалы.
- 1944 — Көнсығыш Төркөстан Республикаһы иғлан ителә. Алаһан Тура Сағуний - хөкүмәт етәксеһе.
- 1946 — КТР президенты Алаһан Тураны совет махсус хеҙмәттәре йәшерен алып китә, хөкүмәт етәксеһе итеп Әхмәтжан Ҡасими тәғәйенләнә.
- 1949 — Шеңжан ҠХР составына инә.
XX быуаттың икенсе яртыһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970-сы йылдарҙа уйғыр «революцион ойошмалары» хәрби көрәш башлай[1].
1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң Уйғырстан дәүләтен тергеҙеү һәм Көнсығыш Төркөстанды Ҡытайҙан азат итеү хыялы уйғырҙарға тынғы бирмәй.
XXI быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылда Акто өйәҙендә исламсылар менән ҠХР полицияһы араһында бәрелештәр була. Ҡытай күп күләмле матбуғат саралары уйғырҙарҙың хөкүмәткә ҡаршы сығыштары тураһында һөйләмәй, ул сығыштарҙа ҡатнашыусыларҙы «террористар» һәм «экстремистар» тип атай. 2008 йылда тағы ла сыуалыштар булған тигән хәбәр ишетелеп ҡалды.
2009 йылдың 5-7 июлендә Өрөмсөлә (2009) уйғырҙарҙың болаһы ваҡытында, Ҡытай рәсми сығанаҡтарына ҡарағанда, 129 кеше үлгән һәм 1600 тән йәрәхәттәре алған (согласно официальным заявлениям китайских властей). Урындағы властар «тәртипһеҙлектәрҙе башлап ебәреүселәргә» ҡарата иң ҡаты яза талап иткән[2][3][4]. Сит илдәрҙә йәшәгән уйғырҙар биргән мәғлүмәт буйынса 600 яҡын кеше һәләк булған[5].
Бөтә донъя Уйғыр Конгресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылдың апрелендә булдырылған бөтә уйғыр ойошмаларын берләштергән ойошма. Хәҙерге ваҡытта уны Рабия Ҡадир ханым етәкләй. Был ойошма уртасыл сәйәсәт алып бара, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа көс ҡулланыуға ҡаршы сыға. Бөтә донъя уйғыр Конгресы Ҡытай Конститутцияһына нигеҙләнеп, Уйғырҙар йәшәгән районға ысын мғәнәһендә автономия талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, Ҡытайҙа был ойошма терроритсик ойошма тип иҫәпләнә, уны Өрөмсөлә (2009) булған трагедияла ғәйепләйҙәр. Штаб квартираһы Мюнхенда урынлашҡан.
Көнсығыш Төркөстан Ислам хәрәкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ойошма 1990 йылдар башында Хасан Махсум тарафынан булдырылған (2003 йылда Пакистан махсус хеҙмәттәре тарафынан юҡ ителгән тип иҫәпләнә)[6]. Идеологияһы буйынса радикал исламист сөнниселәр ойошмаларына яҡын тора, Хәсән Мәхсум Ҡашғарҙа билдәле теолог, дин белгесе булған. Ҡытай мәғлүмәттәре буйынса, уның Афғанстанда хәрби лагерҙары булған имеш, тик был турала документтар юҡ[7].
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вооружённые конфликты в Синьцзяне
- Волнения уйгур в 2008 году
- Волнения уйгур в Урумчи (2009)
- Всемирный уйгурский конгресс
- Исламское движение Восточного Туркестана
- Движение за независимость Тибета
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Анатоль Тарас: «Белорусы еще себя покажут» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 129 Tote bei Protesten muslimischer Uiguren (нем.)
- ↑ Massive Gewalt bei Demo in China — 140 Tote (нем.)
- ↑ China will Aufständische hinrichten (нем.)
- ↑ El Gobierno chino promete mano dura para quienes protejan a los responsables de la revuelta (исп.)
- ↑ китайский террорист застрелен в Пакистане 2016 йыл 5 март архивланған.. 23.12 05:31 | MIGnews.com
- ↑ В декабре 1996 года лидер талибов мулла Омар утверждал, что они отвергли просьбу Вашингтона разместить в Афганистане лагеря по подготовке уйгурских сепаратистов из соседнего Китая Архивированная копия . Дата обращения: 2 май 2014. Архивировано 5 июль 2014 года. 2014 йыл 5 июль архивланған..
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- на русском языке
- Бондаренко А. В. Проблема борьбы с уйгурским сепаратизмом в СУАР: международный контекст // Китай в мировой и региональной политике: История и современность. — 2007a. — С. 178–198.
- Бондаренко А. В. Международные аспекты борьбы против «трех зол» в Синьцзян-Уйгурском автономном районе КНР // Известия Алтайского государственного университета. — 2007b. — № 4/2. — С. 23–27.
- на других языках
- Kim H. (инг.)баш. Holy War in China: The Muslim Rebellion and State in Chinese Central Asia, 1864-1877. — Stanford: Stanford University Press (инг.)баш., 2004. — 320 p.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- О.Столповский, В.Парамонов «Проблема уйгурского сепаратизма» в китайско-центральноазиатских отношениях: или о необходимости постановки новых задач для ШОС
- Сергей Козлов. В странах Центральной Азии считают уйгурский вопрос несуществующим
- Павел Драган. Уйгурский сепаратизм в контексте региональной безопасности
- All News about Uyghurs(Uighurs) and East Turkistan
- The World Uyghur Congress 2014 йыл 28 май архивланған.
- London Uyghur Ensemble 2019 йыл 20 ноябрь архивланған.
- The Uyghur Human Rights Project
Ҡалып:Национально-освободительное движение уйгурского народа Ҡалып:Этнический национализм