Эстәлеккә күсергә

Лиекса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лиекса
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1973
Рәсем
Рәсми атамаһы Lieksan kaupunki
Рәсми тел Фин теле[1][2]
Дәүләт  Финляндия
Административ-территориаль берәмек Северная Карелия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Pielinen Karelia[d][3]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Savo-Karelia[d]
Хөкүмәт башлығы Esko Lehto[d]
Закондар сығарыу органы Lieksa City Council[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы община Финляндии[d][4]
Халыҡ һаны 10 228 кеше (31 декабрь 2023)[5]
Сиктәш Йоэнсуу[d][6], Иломантси[d][6], Юука[d][6], Контиолахти[d][6], Кухмо[d][6] һәм Нурмес[d][6]
Майҙан 3417,86 км² (1 ғинуар 2023)[7]
Рәсми сайт lieksa.fi
lieksa.fi/en/web/en
Урынлашыу картаһы
Классификация климата Кёппена субарктический континентальный климат (Dfc)[d]
Citizen's initiatives URL kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[8]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[8]
Карта
 Лиекса Викимилектә


Лиекса (фин. Lieksa) — ҡала (община). Был ҡала Финляндияның Төньяҡ Карелия төбәгендә,Йоэнсуу общинаһынан төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Лиекса ҡалаһы Пиелинен күленең көнсығыш ярында тора.

Община 4067,60 км2 майҙанды тәшкил итә, шуларҙың 649,75 км2 һыу ятҡылығы биләй. Халыҡ тығыҙлығы — 3,25 кеше/км2. Лиекса общинаһы Иломантси, Йоэнсуу, Юука, Контиолахти, Кухмо һәм Нурмес общиналары менән, төньяҡ-көнсығышта — Рәсәй менән сиктәш. Ҡыш көнө Пиелинен күле буйлап Кои һәм Вуонислахти араһында Европалағы иң оҙон боҙ юлы һалына.

Эгюптинкорпи, Хаттусаари, Хаттуваара, Хёнтёнваара, Хёрхё, Йааконваара, Йамали, Йонгунйоки, Келвя, Китсинваара, Коли, Контиоваара, Куораярви, Кюлянлахти, Ламминкюля, Лапалие, Лоухиваара, Мятясваара, Мяряйалахти, Нурмиярви, Охтаваара, Панкакоски, Панкаярви, Пусо, Ромппала, Руунаа, Саариваара, Кетряваара, Савиярви, Сиикаваара, Сиковаара, Сокоярви, Соковаара, Сурпеенваара, Уусикюля, Варпанен, Виеки, Виенсуу, Вуонисярви, Вуонислахти.

Ҡала халҡы 11097 кеше тәшкил итә (2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Лиекса тулыһынса финн телле ҡала.

Колиҙан ҡарағанда Пиелинен күленең күренеше
Лиекса тимер юл вокзалы
Кесе Пер Браге һәйкәле, Лиекса

Ҡалала яҡынса 12 000 кеше, шуларҙың 600-ө иммигранттар, уларҙың иң ҙур өлөшө (250 кеше) Сомалиҙан килгән.

Территорияла асыҡ һауала Ҡышҡы һуғыш һәйкәлдәре урынлашҡан: нығытмалар, финляндия ғәскәрҙәре окоптары һәм башҡа ут позициялары, шулай уҡ оҙонлоғо 1200 км тәшкил иткән танкыға ҡаршы оборона линияһы бар. Был һыҙат төньяҡтан көньяҡҡа табан Рәсәй Федерацияһы сигенән алып Төньяҡ Боҙло океанға тиклем һуҙылған, вертикаль баҫтырылған суйырташтарҙан ғибәрәт.

Лиекса лютеран сиркәүе.