Майндағы Франкфурт
Майндағы Франкфурт– Германияның Һессен Федераль еренең төп ҡалаһы, Алманияла кеше һаны буйынса бишенсе урында тора. Майн йылғаһы буйына урынлашҡан. Ҡала боронғо архитектураһы менән бик үҙенсәлекле. Франкфурт шулай уҡ Алманияның финанс баш ҡалаһы булып һанала, ҡалала иң ҙур ил фонд биржаһы урынлашҡан.
Германияла Франкфурт шәһәрләре ике. Береһе көньяҡта, Одер йылғаһы буйында, икенсе Майн йылғаһы буйында.
Франкфурт аэропорты – Европалағы өс аэропорттарҙың иң ҙур береһе. Минут һайын тиерлек самолеттар төшөп ултыра һәм осоп китеп тора. Уларҙың осо-эргәләре күренмәй.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франкфурт (Franconofurd) беренсе тапҡыр 794 тип йылда алына. 885 йылдан башлап Герман императорҙарын һайлау Франкфуртта ойошторола. 1562 йылда коронацияһы тантанаһы Ахендан Франкфуртҡа күсерелә.
1150 беренсе тапҡыр йылды Франкфурттың билдәле йәрминкәһе тип алына. 1240 йылда император Фридрих II ҡатнашыусыларға (сәүҙәгәрҙәр, һатып алыусылар һ.б.) һирәк осрай торған өҫтөнлөктәр яҡлау һәм хоҡуҡтары бирә. Франкфурттың танылған халыҡ-ара китап беренсе тапҡыр йәрминкәһе 1478 йылда үткәрелә.
1939 йылдың 26 авгусында Майндағы Франкфуртта армияларының «C» төркеме ойошторола.