Марьяндышев Андрей Олегович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марьяндышев Андрей Олегович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 16 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны СССР
Архангельск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө фтизиатрия[d]
Эш урыны Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d]
Уҡыу йорто Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы

Марьяндышев Андрей Олегович (16 ноябрь 1958 йыл) — Рәсәй фтизиатры, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2007), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1958 йылдың 16 ноябрендә тыуған.

1982 йылда — Архангельск дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай, Үрге Тоем районының Үҙәк район дауаханаһында фтизиатр булып эшләй.

1983 йылдан алып 1986 йылға тиклем — Архангельск ҡала туберкулез дауаханаһында фтизиатр.

1989 йылда — «Применение периферических вазодилататоров при хроническом легочном сердце у больных туберкулезом» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1989 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем Төньяҡ дәүләт медицина университетында эшләй, фтизиопульмонология кафедраһы мөдире (2000 йыл)[1], дипломдан һуң белем биреү һәм дауалау эше буйынса проректор (2001 йылдан алып 2008 тиклем).

1999 йылда — «Неотложные противотуберкулезные мероприятия в период широкого распространения туберкулеза в Архангельской области» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай

2000 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

2007 йылда —Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архангельск өлкәһендә туберкулез таралыуын кәметеү мәсьәләләре буйынса даими эш алып бара.

Уның әүҙем ҡатнашлығында башланған Архангельск өлкәһенең Рәсәй-Норвегия туберкулезға ҡаршы программаһы Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хуплау таба һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының халыҡ-ара танылыуына лайыҡ була, уны индереү туберкулез эпидемияһын туҡтатыуға мөмкинлек бирә һәм эпидемия күрһәткестәре РФ-ла иң яҡшыларынан була.

2003 йылда бөтә донъя һаулыҡ ойошмаһы эксперты булараҡ сит илдә туберкулез программаһын баһалай.

2001 йылдан 2012 йылға тиклем Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайыш төбәктәрендәге туберкулезға ҡаршы программалар консультанты, унда күсмә дипломдан һуң белем биреү курстарын үткәрә


2010 йылдан — күп дарыуға тотороҡло туберкулез менеджменты буйынса эксперттарҙың — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы «Йәшел ут» Европа комитеты рәйесе.

173 баҫма эштәр авторы. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡулланмаһының һәм күп дарыуға тотороҡло туберкулезды диагностикалау һәм дауалау буйынса уның ике яңыртылған версияһы авторҙашы, 2 монография, тематик курстар уҡыу өсөн методик материалдар, уҡыу әсбаптары һәм уҡыу-методик пособиелар, 9 методик тәҡдимдәр авторы.

Уның етәкселегендә 5 кандидатлыҡ һәм 2 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Туберкулез менән ауырыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеү тәртибе» бойороғон әҙерләүҙә ҡатнаша[2].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]