Эстәлеккә күсергә

Материалдар өйрәнеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Материалдар өйрәнеү
Рәсем
Өйрәнеү объекты материал[d] һәм свойство материала[d]
Өлөшләтә тура килә Q811897?
 Материалдар өйрәнеү Викимилектә
A diamond cuboctahedron showing seven crystallographic planes, imaged with scanning electron microscopy

Материалдар өйрәнеү (от рус. материал һәм «өйрәнеү» (ведать) — ҡайһы бер факторҙарға бәйле шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге материалдарҙың үҙенсәлектәренең үҙгәреүен өйрәнеүсе төрлө фән тармаҡтарына бәйләнгән фән. Был фән матдәнең төҙөлөшөн (структураһын) , был матдәләрҙең электрон, термик, химик, магнит, оптик үҙенсәлектәрен өйрәнә. Материалдар өйрәнеүҙе физика һәм химияның материалдар үҙенсәлеген өйрәнеүсе бүлеге тип атарға була. Бынан тыш был фән материалдар төҙөлөшөн өйрәнергә мөмкинлек биреүсе күп кенә ысулдар ҡуллана. Сәнәғәттә фән менән ныҡ бәйләнешле изделиелар әҙерләгәндә, бигерәк тә микро- һәм нано ҙурлыҡтағы объекттарҙы эшләгәндә, материалдарҙың характеристикаһын, сифат үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн яҡшы белеү кәрәк. Ошо мәсьәләләрҙе сисеү — материалдар өйрәнеү өлкәһенә ҡарай.

Материалдарҙың төҙөлөшөн һәм сифат үҙенсәлектәрен белеү бөтөнләй яңы продукт һәм хатта яңы сәнәғәт өлкәләрен булдырыуға килтерә. Классик өлкәләр ҙә материалдарҙы өйрәнеүсе ғалимдар эшләгән асыштарҙы яңылыҡ индереү, сисеп булмаған мәсьәләләрҙе сисеү, продукция ассортиментын киңәйтеү, хәүфһеҙлек арттырыу һәм производствоның үҙҡиммәтен арзанайтыу өсөн киң ҡуллана. Бындай яңылыҡтар ҡойоу, ҡорос прокаты, иретеп йәбештереү (сварка), кристалдар үҫтереү, йоҡа пленкалар әҙерләү, быяланы мейестә ҡыҙҙырыу, ҡабартыу процестары өсөн ҡулланылған.

Материалдар өйрәнеүҙә ҡулланылған ысулдар: металлографик анализ, электрон микроскопия, сканирлаусы зондлы микроскопия, рентгеноструктур анализ, механик үҙенсәлектәр , калориметрия, ядро магнит резонансы, ширография, термография.

Материалдар өйрәнеүҙең тикшеренеү йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Космосҡа яраҡлы материалдар өйрәнеү — космос арауығында ҡулланырға яраҡлы материалдар булдырыу һәм ҡулланыу.[1]
  • Нанотехнология — бер нисә нанометр ҙурлыҡтағы материалдар һәм конструкцияларҙы булдырыу һәм өйрәнеү.
  • Кристаллография — кристалдар физикаһын өйрәнеүгә түбәндәгеләр инә:
    • кристалдар деффекты — кристалдар төҙөлөшөнең боҙолоуын , сит киҫәксәләрҙе өҫтәү һәм уларҙың төп кристалл материалына йоғонтоһон өйрәнеү;
    • дифракция технологиялары, матдәнең фаза хәлен өйрәнеүҙә ҡулланылыусы рентгеноструктур анализ.
  • Металлургия (металловедение) — төрлө металдарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү.
  • Керамикаға инәләр:
    • Электроника өсөн материалдар булдырыу һәм уларҙы өйрәнеү, мәҫәлән, ярым үткәргестәр;
    • Структура керамикаһы - композит материалдар менән шөғөлләнә, көсөргәнешле (напряженные) есемдәр һәм уларҙың трансформацияһы.
  • Биоматериалдар — кеше тәненә имплантант итеп ҡулланырға яраҡлы материалдарҙы тикшереү.

Материалдар өйрәнеүҙең нигеҙ фәндәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Термодинамика — үҙгәрешһеҙлек (стабильность) өйрәнеү өсөн, фазалар үҙгәртеү, фаза диаграммаларын төҙөү өсөн.
  • Термик анализ, термогравиметрия — температура һәм төрлө газдар тәьҫир иткәндә материалдарҙың үҙенсәлектәренең үҙгәрешен өйрәнеү өсөн .
  • Кинетика — матдәнең фаза хәлен үҙгәртеүҙәрҙе, матдә төҙөлөшөнөң термик тарҡалыуы һәм диффузияны өйрәнгәндә.
  • Ҡаты есемдәр химияһы — ҡаты фазала үтеүсе химик процестарҙы өйрәнеү өсөн.
  • Ҡаты есемдәр физикаһы — ҡаты материалдарҙа квант эффекттарын өйрәнеү , мәҫәлән, ярым үткәргестәр һәм юғары үткәреүселәрҙе тикшереү .