Лаготис: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Copyvio|url=http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/7608-lagotis|03-14-2016|comment= }}
{{Copyvio|url=http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/7608-lagotis|comment= }}


{{Taxobox
{{Taxobox

23:04, 13 март 2016 өлгөһө

Лаготис (лат. Lagotis) — һаҫығүлән һымаҡтар (Юл япраҡтары) ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик бүлкәттәрендә, Уралда һәм Азияның тауҙарында таралғандар.

Башҡортостанда Урал лаготисы үҫә.

Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы ярым паразит күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—40 см.

Һабаҡтары төҙ, йомро, ябай. Тамыр яны япраҡтары эре, оҙон һаплы, бөтөн, йомронан оҙонса эллиптик формаға тиклем, шыма ситле йәки киртләсле; һабаҡ япраҡтары — ултырма, осло ромб формаһында, тешле, ҡапма ҡаршы.

Сәскәләре аҡһыл төҫтә, ултырма, ҡуйы башаҡ рәүешле сәскәлеккә йыйылған.

Июнь—июлдә сәскә ата.

Емеше — ике оялы ҡумта, июль—авг. өлгөрә.

Ирәмәл тауының (Белорет районы) бейек тау болондарында һәм тау тундраһында үҫә.

Эндемик. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.