Эстәлеккә күсергә

Миһранов Марс Шәрифулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миһранов Марс Шәрифулла улы
Рәсем
Тыуған көнө 6 март 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Миһранов Марс Шәрифулла улы (6 март 1964 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).

Марс Шәрифулла улы Миһранов Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. Ошо уҡ ауылда һабаҡҡа төшөп, артабан уҡыуын хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатта дауам итә. Шунан һуң Өфө авиация институтына уҡырға инә һәм уны 1987 йылда тамамлай.

Хеҙмәт юлын ошо уҡ уҡыу йортонда башлай. 2000 йылдан 2003-кә тиклем авиация технологиялары системаһы факультеты деканының фән буйынса урынбаҫары булып эшләй, бер аҙ бүленеп торғандан һуң, 2005 йылда шул вазифаһына кире ҡайта. 2015 йылдан — механизмдар һәм машиналар конструкциялау нигеҙҙәре кафедраһы мөдире, доцент[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим металды ҡырҡып эшкәрткәндә тигеҙһеҙ ауырлыҡтар процесындағы термодинамиканы өйрәнеү менән шөғәлләнә.

2007 йылда ул «техник фәндәр докторы» дәрәжәһе алған.

270-тән ашыу фәнни эш яҙған, 4 уйлап табыу авторы[2] 2019 йыл 24 декабрь архивланған..

  • Интенсификация процесса металлообработки на основе использования эффекта самоорганизации при трении. М., 2005 (соавт.)
  • Покрытия и смазка в высокотемпературных подвижных сопряжениях и металлообработке. М., 2008 (соавт.)
  • Повышение износостойкости инструментов на основе интенсификации процессов адаптации поверхностей трения при резании металлов[2]