Мультикультурализм
Мультикультурали́зм — айырым илдәрҙә һәм тотош донъяла мәҙәни айырымлыҡтарҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сәйәсәт һәм уның теорияһы менән идеологияһы. Сәйәси либерализмдан айырмалы рәүештә этник һәм мәҙәни төркөмдәрҙең хоҡуҡтарын таный. Был хоҡуҡтар этник һәм мәҙәни общиналарға ағартыу эшмәкәрлеген алып барыу һәм үҙҙәренең белем биреү программаларына эйә булыу, мәктәптәрен төҙөү, китапханаларын һәм дини объекттарын асыу, һайлауҙарҙа дөйөм сәйәси ҡараштарын белдереү мөмкинлеген бирә.
Мультикультурализм бөтә мәҙәниәттәрҙе берәү итеп ҡушыуҙы күҙҙә тотҡан «иретеүсе ҡаҙан» концепцияһына ҡаршы ҡуйыла. Миҫал итеп төрлө мәҙәниәттәргә бер мозаика өлөштәре тип ҡаралған Канаданы һәм «иретеүсе ҡаҙан» концепцияһын (һуңғы осорҙа сәйәси итәғәтле тип «салатница» концепцияһы алына) һөргән АҠШ-ты килтерергә мөмкин.
Мультикультурализм — толерантлыҡ аспекттарының береһе, ул мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә үтеп инеп, бер-береһен байытып һәм киң мәҙәниәтте үҫтереп, йәнәш йәшәүҙәренән ғибәрәт. Мультикультурализм идеяһы нигеҙҙә Көнбайыштың иммигранттар күпләп ағылған алдынғы илдәренә хас.
Сит ил һәм Рәсәй культурологтары менән социологтары фекеренсә, 2010—2011 йылдарға мультикультурализм идеяһы һәм сәйәсәте, айырыуса Европала һәм Рәсәйҙә, кризис осорона инде[1]. Ошо уҡ йылдарҙа Германия, Франция һәм Бөйөк Британия лидерҙарының Европала мультикультурализм идеяһы үҙен аҡламауы тураһындағы киҫкен фекерҙәре яңғыраны[2]. Атап әйткәндә, Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон ЕС эсендә миграция мөмкинлектәрен сикләргә саҡырҙы[3], ә Брюсселдең был мәсьәләне ҡарарға баш тартыуынан һуң илдең Европа союзынан сығыу ихтималлығы тураһында белдерҙе[4].
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мультикультурализмды тәнҡитләүселәр раҫлауынса,[5][6][7][8][9] ҡушып болғатыу күп йыллыҡ милли ҡанундарҙы һәм йолаларҙы, алдынғы мәҙәниәттәрҙе тулыһынса юҡҡа сығара һәм уртасалыҡҡа килтерә. Мигранттарҙың түбән мәҙәни үҫеш кимәле күтәрелгән хәлдә лә, улар төйәкләнгән илдең юғары мәҙәни кимәле һис шикһеҙ түбәнәйә.
Мультикультурализмды тәнҡитләүселәр араһында төрлө этник һәм милли төркөмдәрҙең улар килгән илдә хакимлыҡ иткән ҡанундарға һәм ҡиммәттәргә мәҙәни-социаль ҡушылыуы яғында тороусылар бар. Бынан тыш, төрлө этник һәм мәҙәни төркөмдәрҙе ассимиляциялау кәрәклеген белдереүселәр ҙә етерлек, бының һөҙөмтәһендә берҙәм милли идентификацияға өлгәшеү ихтимал.
Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең НАТО-лағы даими вәкиле Дмитрий Рогозин, 2011 йылдың 8 сентябрендә Ярославлдәге өсөнсө Донъя сәйәси форумында сығыш яһап, Европаның мультикультурализм сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләне.
Шул уҡ форумда РФ Конституция Суды рәйесе Валерий Зорькин милли дәүләт теорияһы кризисы һәм мультикультурализм идеяһының уңышһыҙлыҡҡа тарыуы тураһында һөйләне.[10]
Көнбайыш илдәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылда Франция президенты Николя Саркози TF1 каналы эфирында мультикультурализм тураһындағы һорауға Францияла был сәйәсәттең тотошлайы менән уңышһыҙлыҡҡа осрауын билдәләне[2][11].
Францияла үтә уңдарҙың лидеры Марин Ле Пен үҙенең бер сығышында мәсеттәрҙә урын етмәгәндә мосолмандарҙың француз ҡалалары урамдарындағы күмәк намаҙҙарын нацист оккупацияһы менән сағыштырҙы[2].
Канада граждандарының 20%-ы самаһы был илдә тыумаған[12]. Яңы иммигранттар нигеҙҙә Ванкуверҙа, Монреалдә һәм Торонтола төйәкләнгән. Канадтарҙың мультикультуралылыҡ мираҫы 1982 йылда премьер-министр Пьер Эллиот Трюдо тарафынан рәсми документта теркәлгәйне.[13].
2010 йылда Потсдамда Христиан-демократик союздың (ХДС) йәш ағзалары менән осрашыуҙа Германия канцлеры Ангела Меркель Германияла мультикультуралы йәмғиәт төҙөү барып сыҡмауын билдәләне[14][15]. Ул, иммигранттар Германия мәҙәниәтенә һәм ҡиммәттәренә ҡушылырға, уларҙы үҙләштерергә тейеш, тип белдерҙе. Был Германияла иммиграция тураһында бәхәстәр ҡуйырыуына килтерҙе[16].
2009 йылдың 30 сентябрендә «Lettre International» журналына биргән интервьюһында Немец федераль банкының директорҙар советы ағзаһы һәм Германияның Социал-демократик партияһы ағзаһы Тило Саррацин ғәрәп һәм төрөк иммигранттарының күпселек өлөшө немец йәмғиәтенә берегергә бер ниндәй ҙә теләк белдермәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Интеграция ул — интеграцияланыусыларҙың бурысы. Бының өсөн бер нимә лә эшләмәгәндәргә мин түҙеп торорға тейеш түгел. Мин, ғөмүмән, дәүләт елкәһендә йәшәгән һәм был дәүләтте инҡар иткән, балаларына белем биреүҙе ҡайғыртмаған һәм „яулыҡ бөркәнгән ҡыҙсыҡтарҙы“ донъяға килтереүҙән бушамаған кешеләргә түҙеп торорға тейеш түгелмен», — ти Саррацин[17][18] . Ул йәмғиәт иғтибарына «Leitkultur» тигән терминды тәҡдим итә, был термин дәүләттең унда йәшәүселәрҙең бөтәһе лә ихтирам итергә тейеш булған «өҫтөнлөк итеүсе мәҙәниәте» төшөнсәһен аңлата.
Тило Саррациндың «Германия үҙен-үҙе юҡ итә» (Deutschland schafft sich ab) тигән 2010 йылда Германияла нәшер ителгән һәм 2010 йыл эсендә генә лә 14 тапҡыр ҡайтанан баҫылған китабы айырыуса популярлыҡ ҡаҙанды (урыҫ телендә Рәсәй культурологы Леонид Иониндың[1] рецензияһы һәм «Германия: самоликвидация» тигән баҫма варианты бар)[19]. Китапта автор мультикультурализм сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләй, бығаса киң йәмәғәтселеккә билдәле булмаған статистик мәғлүмәттәр килтерә.
Мәҫәлән, Германия хөкүмәте заказы буйынса мигранттар араһында үткәрелгән социологик тикшеренеү һөҙөмтәләре билдәле була. Германияла йәшәгән һәр дүртенсе төрөктөң немец телен белмәүе, ә һәр икенсеһенең немецтар менән бөтөнләй аралашмауы асыҡлана. Германияла йәшәгән поляктарҙың 67 проценты һәм гректарҙың 60 проценты урта белемгә эйә. Итальяндар һәм элекке Югославиянан килгән иммигранттар араһында был күрһәткес 44-45 процент ҡына. Ә төрөктәр араһында — ни бары 41 процент. Социаль пособиеға йәшәүселәр һаны төрөктәр төркөмөндә 15 процентҡа етә, ә гректар араһында 7,5 процент ҡына[20]. Германия эске эштәр министры Томас де Мезьер биргән мәғлүмәттәр буйынса, Германиялағы мигранттарҙың 10 — 15 проценты немец йәмғиәтенә интеграцияланыуҙан асыҡтан-асыҡ баш тарта[20]. Түбәнге Саксонияла Криминология институты (KFN) тикшеренеүҙәренән асыҡлануынса, Германиялағы диндар мосолман йәштәренә енәйәтселлек һәм көс ҡулланыу айырыуса хас. Дин тотоусы мосолмандар араһында һәр дүртенсе кеше (23,5 процент) йәштәштәренә ҡарата көс ҡулланған йә урлашҡан. Үҙҙәрен диндар түгел тип баһалаған мосолман үҫмерҙәре араһында хоҡуҡ боҙоусылар әҙерәк була —19,6 процент[20].
Саррацин шулай Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре иммигранттарының интеллектуаль йәһәттән немецтарға ҡарағанда түбәнерәк кимәлдә тороуы һәм/йә туғандар араһындағы никахтар арҡаһында (ундайҙар, мәҫәлән, Төркиәлә 20 проценттан ашыу) «генетик кәмселекле булыуы» хаҡында яҙа. Шулай итеп, мосолман иммигранттары үҙҙәренең интеллектуаль һәм профессиональ кимәле арҡаһында Германия иҡтисадына һәм йәмғиәтенә тик зыян яһай, ә уларҙың иммиграцияһының дауам итеүе «Германияны тулыһынса алйотланыуға» килтерәсәк. Уның фекеренсә, интеллекттың 80 проценты — генетик тәүшартҡа һәм 20 проценты ғына белемгә, тәрбиәгә бәйле.
Бер төрлөлөк идеологияһында торған япон йәмғиәте Японияла этник айырымлыҡ индереү тәҡдименә ҡолаҡ та һалмай. Хатта айндар шикелле эник аҙсылыҡҡа ҡағылышлы бындай талапты ла улар иғтибарға алмай[21]. Японияның элекке премьер-министры Таро Асо Японияны «бер раса» иле тип атаны[22].
2005 йылда Дуду Дьен, БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһының махсус докладсыһы, үҙенең докладында Япония расизмы йәһәтенән борсолоу белдерҙе һәм хөкүмәтте проблеманың тәрәнлеген аңларға саҡырҙы[23][24]. Тикшеренеүенең туғыҙ көнө эсендә Дьен шундай һығымтаға килә: Японияла раса дискриминацияһы һәм ксенофобия тәү сиратта өс төркөмгә — милли аҙсылыҡҡа, япон сығышлы латин америкалыларға, нигеҙҙә, япон бразилдәренә, һәм башҡа азиат илдәренән сығыусыларға — йоғонто яһай[25]. Мәҫәлән, 1999 йылда Япония 16 ғына ҡасаҡты ҡабул иткән, ә шул уҡ ваҡытта АҠШ — 85 010, Яңы Зеландия 1140 кешене һыйындырған. БМО-ның Ҡасаҡтар статусы тураһындағы конвенцияһын ратификациялаған 1981 йылдан алып 2002 йылға тиклем Япония 305 кешене генә ҡасаҡ тип таныған[26][27].
2011 йылдың 22 июлендә ике ҡатлы теракт яһаған тип танылған норвег Андерс Брейвик үҙенең төп тәнҡит объекты итеп нәҡ Европалағы мультикультурализм сәйәсәтен атаны.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Конец мультикультурной эпохи / Темы / Главная — liberty.ru 2010 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Теперь и Саркози признал, что политика мультикультурализма провалилась | ИноСМИ — Все, что достойно перевода
- ↑ Британский премьер предлагает ограничить свободу передвижения в пределах ЕС
- ↑ Великобритания намерена выйти из ЕС
- ↑ Headley, J. M. (2012).
- ↑ Schlesinger, A. M. (1998).
- ↑ Barry, B. (2001).
- ↑ Hughes, R. (1993).
- ↑ Gitlin, T. (1995).
- ↑ Современное государство в эпоху этносоциального многообразия. Выступление на Международном политическом форуме в Ярославле 7 сентября 2011 года. // Российская газета, 07.09.2011.
- ↑ L’actualité politique en France — Le Nouvel Observateur
- ↑ prepared by. OECD Factbook 2007. — Organisation for Economic Co-operation and Development, 2007. — P. 252–253. — ISBN 92-64-02946-X.
- ↑ Constitutional Act, 1982 2007 йыл 20 март архивланған.
- ↑ Merkel says German multicultural society has failed, BBC News (17 октябрь 2010). (инг.)
- ↑ Меркель признала провал мультикультурной модели (Lenta.ru, 17.10.2010)
- ↑ Germany's charged immigration debate, BBC News (17 октябрь 2010).
- ↑ Zeit Online Integration.
- ↑ Zeit Online Umstrittenes Interview.
- ↑ Германия: самоликвидация (fb2) | сoollib.com
- ↑ 20,0 20,1 20,2 Германия променяла мультикультурализм на Четвертый рейх | Толкователь 2014 йыл 12 август архивланған.
- ↑ Abe fine with 'homogeneous' remark, Kyodo News (27 февраль 2007). 10 август 2009 тикшерелгән. 2012 йыл 15 июль архивланған.
- ↑ Aso says Japan is nation of 'one race'
- ↑ Press Conference by Mr Doudou Diène, Special Rapporteur of the Commission on Human Rights . Дата обращения: 5 ғинуар 2007. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2007 йыл 29 март архивланған.
- ↑ «Japan racism 'deep and profound».
- ↑ 'Overcoming "Marginalization" and "Invisibility"', International Movement against all forms of Discrimination and Racism (PDF). Дата обращения: 5 ғинуар 2007. Архивировано 11 февраль 2012 года. 2011 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ Japan’s refugee policy 2015 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Questioning Japan’s 'Closed Country' Policy on Refugees 2015 йыл 13 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бенхабиб С. Притязания культуры. Равенство и разнообразие в глобальную эру. М.: Логос, 2003.
- Галецкий Владислав «Критическая апология мультикультурализма»
- Малахов В. Зачем России мультикультурализм? // Мультикультурализм и трансформация постсоветских обществ. М., 2002.
- Малахов В. Культурный плюрализм versus мультикультурализм // Малахов В. Скромное обаяние расизма и другие статьи. М.: Дом интеллектуальной книги, 2001.
- Мошняга П. А. Билингвальное образование в Японии: межкультурная коммуникация vs мультикультурализм // Информационный гуманитарный портал «Знание. Понимание. Умение». — 2010. — № 4 — Культурология (архивировано в WebCite).
- Мультикультурализм и трансформация постсоветских обществ. Под редакцией В. С. Малахова и В. А. Тишкова. М., 2002
- Новое Литературное Обозрение, № 94 (2008) (Раздел «ПОСТСОВЕТСКОЕ СОЗНАНИЕ И POSTCOLONIAL STUDIES»). 2010 йыл 18 июль архивланған.
- Тлостанова М. Проблема мультикультурализма и литература США конца XX века. М., 2000.
- Толкачев С. П. Мультикультурализм в постколониальном пространстве и кросс-культурная английская литература // Информационный гуманитарный портал «Знание. Понимание. Умение». — 2013. — № 1 (ғинуар — февраль) (архивировано в WebCite).
- Г. Ю. Филимонов, С. А. Цатурян. Мультикультурализм в США и Европе: политтехнологии в действии 2012 йыл 30 март архивланған.
- Чандран Кукатас «Теоретические основы мультикультурализма» 2014 йыл 27 декабрь архивланған.
- 3. А. Кули-заде. Мультикультурализм: методология исследования 2016 йыл 5 март архивланған.
- Декларация независимости Европы 2083. А. Б. Брейвик (2011).