Эстәлеккә күсергә

Нефтекама автозаводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нефтекама автозаводы
Тармаҡ автобус[d] һәм автомобильная промышленность[d]
Нигеҙләү датаһы 1970
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Хужаһы КАМАЗ[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) КАМАЗ[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Биржа Мәскәү биржаһы[d]
Продукция Автопоезд[d], прицеп[d], Самосвал[d] һәм троллейбус[d]
Рәсми сайт nefaz.ru
 Нефтекама автозаводы Викимилектә

Нефтекама автозаводы (НефАЗ) — автозавод. 2012 йылда 8286 кеше эшләгән. Продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.

VDL-НефАЗ-52998

1970 йылда төҙөлә башлай, 1977 йылдың 17 ноябрендә үҙ бушатҡыс автомашиналар эшләү заводы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1978 йылдан алып «Нефтекама үҙ бушатҡыс машиналар заводы» тип аталһа, 1993 йылдан — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Предприятиела РФ-та тәүге тапҡыр һалҡын килеш һуҙыу ысулы менән гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар яһау технологияһы индерелә (80‑се йй.). Предприятие менән З.Ә.Ғарипов, Р. С. Маликов, В. М. Сюткин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Составында ауҙармалы машиналар, вахта автобустары, һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар, тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар, йөк күтәреүсәнлеге 7-нән алып 30 т тиклем булған дөйөм транспорт тәғәйенләнешле тағылмалар һәм ярым тағылмалар, пассажир автобустары, ауыл хужалығы техникаһы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары производстволары:

  • ауҙармалы машиналар,
  • вахта автобустары,
  • һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар,
  • тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар,
  • пассажир автобустары,
  • ауыл хужалығы техникаһы,
  • һәм башҡалар