Никандр Васильевич Чесноков

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никандр Васильевич Чесноков
Файл:Чесноков Никандр 2.jpg
Никандр Васильевич Чесноков
Тыуған көнө:

1843({{padleft:1843|4|0}})

Тыуған урыны:

Дон Ғәскәре өлкәһе Старочеркасская станицаһы

Вафат булған көнө:

1928({{padleft:1928|4|0}})

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус телендә

Никандр Васильевич Чесноков (1843, Старочеркасская станицаһы — 1928) — рус совет шағиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Никандр Васильевич Чесноков Дон Ғәскәре өлкәһе Старочеркасская станицаһында казак ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы, сауҙагәр дон казагы, үҙ баркаһы менән барып, Дон үрендә икмәк һатып алған һәм үҙе Ростовта һәм Таганрогта сит ил кешеләренә һатҡан. Никандр ун йәшенән атаһының эштәрендә ярҙам итә. Һуңынан ул Ставрополь ҡалаһындағы сауҙагәргә приказчик булып эшкә урынлаша. Ошо йылдарҙа малай күп уҡыған, үҙ аллы белем алған.

Һуңғараҡ Чесноков күсмә фотограф булып, өлкә халҡының портреттарын эшләгән, православ сиркәүҙәрҙе биҙәкләгән. Өйләнгәндән һкуң, ул Константиновская станицаһына йәшәргә күсә. 1887 йылда ул станицала «Ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары ширҡәте» ойошторған. Сауҙа йүнле бармаған һәм ул, ауыр кисерештәрҙән нервылары ҡаҡшағанлыҡтан, ишетеү һәләтен юғалтып, Старочеркасская станицаһына кире ҡайта. Рәсәйҙә Октябрь революцияһына — Никандр Чесноков ыңғай ҡарашта, ләкин һуғыш йылдарында улы Михаил һәләк булған өсөн, граждандар һуғышына насар мөнәсәбәттә булған.

Никандр Васильевич Чесноков әҙәби эшмәкәрлеккә тартыла, ул тарихсы һәм әҙәбиәтсе Евграф Савельев менән бергә 1909—1910 йылдарҙа Новочеркасскиҙа "Дон әҙәби йыйынтыҡтары"н сығарыуҙа ҡатнаша. Йыйынтыҡта ул үҙенең бер нисә шиғырын һәм «Иван Чига» исемле поэмаһын баҫтырып сығара. Поэмаһы өсөн Суд палатаһы уны бер йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм иткән. Төрмәгә ябыуҙың сәбәбе — поэмаһында батшаны һәм самодержавиены «казактарҙың мәңгелек дошманы» тип атай.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Никандр Чесноков — «Иван Чига» роэмаһы, Иван —казак — дон морягы тураһында повесть авторы. Фаразланғанса, 1913—1914 йылдарҙа Н. Чесноков поэмаһы сығарылыш мәғлүмәттәре булмаған айырым китап булып нәшер ителә.

1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң таҡмаҡтар ижад иткән, легенда һәм риүәйәттәр йыйған. Шулай уҡ «Лилит — Әҙәмдең тәүге ҡатыны» тигән шаян поэма яҙа.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Астапенко М. П., Астапенко Г. Д., Астапенко Е. М. Казасья доля — Дон, степь да воля. Ростовн/Д, 2014. с. 303, 320 с.: ил. ISBN 978-5-87259-806-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]