Нуклеин кислоталары
Нуклеин кислоталары | |
Химик формула | NA |
---|---|
Код NCI Thesaurus | C706 |
Нуклеин кислоталары Викимилектә |
Нуклеин кислоталары (лат. nucleus — ядро) — юғары молекуляр төҙөлөшлө органик матдә, биополимер (полинуклеотид).
Нәҫел билдәләрен һаҡлауҙы һәм быуындан быуынға тапшырыуҙы тәьмин итә.
Шул нигеҙҙә үҙенсәлекле төрҙәге аҡһымдарҙы синтезлаусы тәбиғи органик макромолекулалар класы[1]. нуклеотидтарҙан төҙөлгән ҡатмарлы биологик полимерҙар[2].
Нуклеин кислоталары — дезоксирибонуклеин кислотаһы (ДНК) һәм рибонуклеин кислотаһы (РНК) тере организмдарҙың барлыҡ күҙәнәктәренең дә составында лә була торған бик мөһим матдәләр. Организмдың, һәр күҙәнәктең нәҫел мәғлүмәтен һаҡлау, тапшырыу, тормошҡа ашырыу функцияһын үтәйҙәр.
Нуклеин кислоталарының биологик роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Нуклеин кислоталары» тигән атама латинса «нуклеус», йәғни ядро һүҙенән килеп сыҡҡан. Улар тәүтапҡыр күҙәнәк ядроларында табылған.
Нуклеин кислоталарының биологик әһәмиәте ифрат ҙур. Улар күҙәнәктә нәҫел билдәләренең һаҡланыу һәм тапшырылыуында үҙәк ролде уйнай. Шуға күрә уларҙы йыш ҡына нәҫел матдәләре тип атайҙар.
Билдәле булыуынса, һәр күҙәнәк инә күҙәнәктең бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Бала күҙәнәк инә күҙәнәктең үҙсәнлегем ала.
Күҙәнәктең үҙсәнлектәре башлыса уның аҡһымдары менән билдәләнелә. Нуклеин кислоталары күҙәнәктә аҡһымдарҙы тап инә күҙәнәктәгесә итеп синтезлауҙы тәьмин итә.
Нуклеин кислоталарының ике төрө бар: дезоксирибонуклеин кислотаһы (ДНК) һәм рибонуклеин кислотаһы (РНК).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1847 йылда үҙеҙҙең итенең экстрактынан айырып алына[3]
Матдәне «инозин кислотаһы» тип атайҙар. Был тикшеренеүгә эләккән тәүге нуклеотид була. һөҙөмтәһендә инозин кислотаһының рибозид-5'-фосфат булыуы һәм N-гликозид бәйләнешкә эйә булыуын асыҡлайҙар.
- 1868 йылда швейцар химигы Фридрих Мишер эрен эсендәге лейкоциттарҙың ядроларынан әлегәсә билдәле булмаған матдәне айырып ала. Уның составында фосфор барлығын һәм матдәнең протеолитик ферменттар тәьҫиренә бирешмәй икәнлеген асыҡлай. Шулай уҡ, кислота тәбиғәтле матдә булыуын аса. Ядро эсенән табылыуына күрә «нуклеин» тип атама бирә. Матдәнең брутто-формулаһын билдәләй C29H49N9O22P3.
- Уилсон «хроматин» менән "нуклеин"дың химик составы бер үк төрлө булыуын асыҡлай[4]. Было выдвинуто предположение об особой роли «нуклеина» в передаче наследственной информации.
- 1889 йылда Рихард Альтман фәнгә «нуклеиновая кислотаһы» тигән термин тәҡдим итә. Нуклеин кислоталарының бер ҡатнашмаһыҙ таҙа фракцияларын алыу ысулын таба.
- Левин менән Жакоб нуклеин кислоталарының һелтеле мөхиттә гидролизлау продукттарын өйрәнәләр. Уларҙың төп төҙөлөш материалдары — нуклеотидтар менән нуклеозидтарҙы айырып алып, төҙөлөштәрен һәм үҙсәнлектәрен өйрәнәләр.
- 1935 йылда Клейн менән Танхаузер фосфатаза ферменты ярҙамында ДНК молекуларын тарҡаталар. Һөҙөмтәлә кристаллик хәлдәге 4 төрлө нуклеотидты айырып алалар[5].
- 1940-сы йылдарҙа Кембриджда Александер Тодд етәкселегендәге ғилми төркөм нуклеотидтар һәм нуклеозидтарҙың төҙөлөшөн асыҡлай, үҙсәлектәрен өйрәнә. Был өлкәләге эштәре өсөн 1957 йылда Александер Тодд Нобель премияһына лайыҡ була.
- 1951 йылда Чаргафф тарафынан нуклеин кислоталарында пурин һәм пиримидин нуклеотидтарының тигеҙ булыуы асыҡлана (Чаргафф ҡағиҙәһе).
- 1953 году Уотсон менән Крик тарафынан ДНК-ың икенсел структураһы — икеләтелгән спиралдән тороуы асыҡлана[6].
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуклеин кислоталары — тере организмдарҙа генетик мəғлүмəтте һаҡлау һəм тапшырыуҙы тəьмин иткəн биополимерҙар.
Ҡабатланыусы блоктарҙан — нуклеотидтарҙан — торған оҙон регуляр булмаған полимер молекулалар, полинуклеотид сынйыр.
Нуклеин кислоталары составына ниндəй углевод — дезоксирибоза йəки рибоза инеүенə ҡарап, дезоксирибонуклеин (ДНК) йəки рибонуклеин (РНК) кислоталарын айырып йөрөтəлəр.
ДНК молекулаһы береһе икенсеһен уратып алған 2 полинуклеотид сылбырҙан тора. Һәр сылбыр 4 типтағы күп һанлы мономерҙарҙан — нуклеотидтарҙан төҙөлгән (аденин, гуанин, цитозин, тимин).
РНК составына аденин, гуанин, цитозин һəм урацил ингəн нуклеотидтарҙан барлыҡҡа килгəн. Нуклеин кислоталарындағы нуклеотидтарҙың эҙмə‑эҙлелеге уларҙың беренсел структураһын билдəлəй.
Полинуклеотид сынйырҙа нуклеотидтар бер-береһе менән бик ныҡ ковалент бәйләнеш менән тоташҡан. Был бәйләнеште бер нуклеотидтағы пентоза менән күршеләге нуклеотидтың фосфор кислотаһы ҡалдығы төҙөй.
Күпселек организмдарҙа нəҫеллектең төп матдəһе — ике сылбырлы ДНК молекулалары. Ҡайһы бер вирустарҙа ғына ДНК бер сылбырлы булған осраҡтары бар. Әммә үрсеү алдынан улар ҙа ике сылбырлы формаға күсə.
Вирустарҙың айырым төркөмдəрендə гендар бергəлеге (геном) РНК молекулалары менән бирелгəн һəм бөтə йəшəү циклы РНК менән генə бəйлəнгəн.
Ҡайһы бер вирустарҙың геномдары (РНК)үрсеү өсөн ДНК‑сылбырҙарға əүерелеп кире транскрипция стадияһын үтə.
Функцияларына һəм структур үҙенсəлектəренə ҡарап рибосомаль (рРНК), транспорт (тРНК), информацион (иРНК), йəки матрицалы (мРНК), һəм түбəн молекуляр (нмРНК) РНК‑лар айырыла. Нуклеин кислоталары — генетиканың һəм молекуляр биологияның өйрəнеү объекты.
Башҡортостанда нуклеин кислоталарын тикшереү егерменсе быуаттың 50‑се йылдары уртаһында башлана. Биология институты тарафынан алып барылған тикшеренең эштәренә В. Г. Конарев етəкселегек итә. 90‑сы йылдарҙан алып прокариоттарҙа циклик диген системалар (Р. Н. Чураев) өйрәнелә.
Микроорганизмдарҙан бер төркөм ксенобиотиктар өсөн деструктор‑штамдар булып тороусылар тикшерелә. Уларҙың төрлө штамдарының генетик материалының төҙөлөшө (Т. В. Маркушева) өйрəнелə.
Биохимия һəм генетика институтында вирустарҙан алып кешегə тиклем бөтə организмдарҙың нуклеин кислоталары тикшерелə (В. А.Вəхитов, Э. К.Хөснөтдинова, А. В. Чемерис һәм башҡалар).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- Энциклопедия Кольера
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский словарь терминов по экологии (Хадыева Р.Н., 2006)
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
- ↑ J. Liebig (1847). «???». Annalen 62: 257.
- ↑ Edmund B. Wilson. An Atlas of the Fertilization and Karyokinesis of the Ovum. — N. Y.: Macmillan, 1895. — P. 4.
- ↑ W. Klein, S. J. Thannhauser (1935). «???». Z. physiol. Chem. 231: 96.
- ↑ J. D. Watson, F. H. C. Crick (1953). «Molecular Structure of Nucleic Acids: A Structure for Deoxyribose Nucleic Acid». Nature 171: 737—738. DOI:10.1038/171737a0.