Эстәлеккә күсергә

Нуклеоид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нуклеоид
Прокариот күҙәнәктә нуклеоид

Нуклеоид (ядроға оҡшаш, шулай уҡ ядро өлкәһе) — прокариот күҙәнәк эсендә, дөрөҫ булмаған формалағы компартмент. Уның төп эстәлеге булып генетик материал тора.

Нуклеоид ДНК молекулаһы йомоҡ түңәрәк формаһында була (ҡулса шәкелендә). Бындай ысул нәҫел мәғлүмәтен һаҡлау юлы булырға мөмкин.

Был эукариоттарҙа ДНК молекулаларын хромосома хәләтенә килтереп ядро мембранаһы ярҙамында цитоплазманан сикләү осрағына оҡшаш осраҡтыр.

Нуклеоид электрон микроскопия ярҙамында еңел генә таныла. Уның даими формаһы булмауға ҡарамаҫтан цитоплазма фонында бик асыҡ күренә. Шулай уҡ, махсус буяу ҡулланғанда нуклеоидты яҡтылыҡ микроскобы аҫтында ла айырырға мөмкин.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, нуклеоид күбеһенсә ДНК-нан (яҡынса 60 %)тора. Шулай уҡ составында РНК һәм аҡһымдар ҙа була. Һуңғы ике компоненты нигеҙҙә матрицалы РНК һәм бактериаль геномдағы гендарҙы экспрессиялауҙы көйләүсе аҡһымдар булып тора.

Шулай уҡ, нуклеоид составына структур аҡһымдар инә. Улар ДНК молекулаһын көпләү, йыйнаҡлау, һаҡлау функцияһын башҡара. Йәғни, эукариот күҙәнәктәрҙә гистондарға оҡшаш функция үтәйҙәр.