Нәсиғәй
Нәсиғәй | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 90 км |
Бассейн | 2170 км² |
· Координаталар | 53°35′24″ с. ш. 53°20′34″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Ырымбур өлкәһе |
РДҺР | 11010000812112100007886 |
Нәсиғәй (рус. Мочегай) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһе [1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Киңелгә ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 90 км.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Киңел башынан тамағына тиклем, Көтөүлек йылғаһынан башҡа (инешенән Көтөүлек һыуһаҡлағысына тиклем). Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000812112100007886
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100788
- Бассейн коды — 11.01.00.008
- ГӨ буйынса томы — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гидроним башҡорт телендәге һүҙҙән сыҡҡан булыуы ихтимал,быны ҡеүәтләп Нәсибаш тигән ауыл исемен килтерергә мөмкин. Был ауылдың атамаһы тураһында Ә. Әсфәндийәров хеҙмәтендә: «Нисе йылғаһының башында урынлашҡанлыҡтан, исеме шунан килә: „Нисе башы“ тип аталып, артабан Нәсибашҡа әйләнгән», тип яҙылған [3].
Урыҫ телендә Мочегай тип йылға ХХ быутта ғына атала башлаған. Был йылғаны А.Т. Аксаков үҙенең әҫәрҙәрендә лә телгә ала: Насягай больше и лучше Бугуруслана: полноводнее, рыбнее, и птица на нем водилась и водится гораздо изобильнее[4]. Топонимдар белгесе С.М. Стрельников иһә ошондай фекер белдерә: Топоним сравнивают с русскими диалектными словами моча, мочажина, мочаг — «мокрое урочище», «нетопкое болото», «место выхода ключевых вод», во второй части усматривают диалектное гай — «лиственный лес, роща». Однако в целом такое построение выглядит искусственным, тем более что в 19 веке было известно и второе наименование реки — Насягай[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Мочегай .
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 155 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- ↑ С.Т. Аксаков. Семейная хроника(недоступная ссылка)
- ↑ С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык: Изд-во С. М. Стрельникова, 2002. — С. 88.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.