Эстәлеккә күсергә

Оскар Нимейер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оскар Нимейер
Oscar Niemeyer
Төп мәғлүмәт
Ил

Бразилия Бразилия

Тыуған көнө

15 декабрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Рио-де-Жанейро, Бразилия

Вафат көнө

5 декабрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (104 йәш)

Вафат урыны

Рио-де-Жанейро, Бразилия

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Национальная школа изящных искусств[d]

Работал в городах

Бразилиа

Наградалары
Командор ордена Почётного легиона — 2007 Почётлы легион ордены кавалеры
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Фән һәм сәнғәт өсөн почёт билдәһе (Австрия)
Фән һәм сәнғәт өсөн почёт билдәһе (Австрия)
Сантьяго ордены(Португалия) кавалерҙары Инфант дон Энрике ордены командоры
Изге Бөйөк Григорий ордены кавалерҙары
Дуҫлыҡ ордены — 2007 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1987
Премиялар

Притцкеровская премия (1988)

Международная Ленинская премия «За укрепление мира между народами» — 1963
-
 Оскар Нимейер Викимилектә

О́скар Рибе́йру ди Алме́йда ди Ниме́йер Суа́рис Фи́лью (порт. Oscar Ribeiro de Almeida de Niemeyer Soares Filho; 15 декабрь 1907 йыл, Рио-де-Жанейро — 5 декабрь 2012 йыл, Рио-де-Жанейро) — XX быуаттың күренекле архитекторы, бразил архитектураһын нигеҙләүсе, тимербетон архитектураһы вәкиле, коммунист, Бразилия коммунистик партияһы ағзаһы.

Оскар Нимейер 1907 йылдың 15 декабрендә Рио-де-Жанейро ҡалаһында бай португал-немец ғаиләһендә тыуа.

1934 йылда Рио-де-Жанейро Милли архитектура мәктәбен тамамланы. Беренсе проект — Рио-де-Жанейро бала йорто (1937).

«Копан», Сан-Паулу (1951—1965)

1930 йылдарҙа Бразилияла милли архитектура тергеҙелә.

Уның беренсе йорто Рио-де-Жанейро ҡалаһында Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы йорто (1937—1943).

1940-сы йылдарҙа Оскар Нимейер актив эшләй. Уның проекты буйынса Ору-Претула ҡунаҡханаһы (1940), ресторан, яхт-клуб, казино, отель; Пампульяла Франциск Ассизский сиркәүе (1942—1943); «Боа-Виста» банкы (1946), Сан-Жозе-дус-Кампус (1947—1953) төҙөлә.

1947 йылда Ле Корбюзье менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы штаб-фатирының проектын төҙөй.

Милли Конгресс йорто, Бразилиа (1960)

1957 йылдан Лусио Косты генераль проекты буйынса Жуселин Кубичек һорауы менән Бразилиала йорттар проектлай. Уның проекттары: «Алворад Президент Һарайы» (1958), «Палас-отель» (1958), «Планальто Хөкүмәт йорто» (1960), Юғары Суды йорто (1960), Милли Конгресс йорто (1960), министрлыҡтар йорттары (1960), Изге Мария Соборы (1960—1970), Милли театр (1962), «Насионал» отеле (1962), дауахана (1962), Ғәҙеллек йорто (1970), Ҡурғау министрлығы (1974), вице-президент йорто (1974).

Изге Мария Соборы (1960—1970)
Нитерой музейы (1996)

Бразилияла диктатор режимы ваҡытында, 1964—1985 йылдарҙа, эмиграцияла Францияла йәшәй

Аудитория, «Ибирапуэра», Сан-Пауло (2002)

100 йыллыҡ юбилей алдынан Путин Владимир Владимирович архитекторҙы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне. 1983 йылдан РФ сәнғәт академияһы ағзаһы булды.[1].

2012 йылда 104 йәшендә вафат булды[2].