Пинзель Иоганн Георг
Иога́нн Пи́нзель (укр. Іван Георгій Пінзель, нем. Johann Georg Pinzel, пол. Jan Jerzy Pinzel, вафат булған 1761) — XVII быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән поляк -немец-украин скульпторы, барокко һәм һуңғы рококо вәкиле. Пинзелдең ижадының сәскә атыуы Львов һәм Бучачтағы төҙөү сәнғәте менән бәйле.
Биографияһы һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иоганн Пинзелдең тыуған урыны теүәл генә билдәле түгел. 1760 йылдарҙа Львовта, Ходовичила (хәҙер — Львов өлкәһе), Монастырискала һәм Бучачта ( хәҙер — Тернополь өлкәһе) эшләй. Пинзелдең ижад емештәре беҙҙең ваҡытҡа тиклем һаҡланып ҡалған: өс монументаль скульптура (Юрий, Лев һәм Афанасий), Монастырискалағы костелдың ҡабырға алтарҙәрендәге ағастан эшләнгән алты фигура. Бәлки, ул ратуша фасадындағы таш статуяларҙың һәм Бучачтағы Изге Покрова сиркәүенең барельефтарындағы фигураларҙың , костелдың һәм сиркәүҙең ҡаймалыуҙары ла уның эшелер, тигән фараз бар. Городоктағы (Львов өлкәһе) бер нисә вариант тәренең авторы. Пинзель эштәре өсөн тойғоға бирелеүсәнлек һәм динамика хас.
Оҫтаның шәхесе тураһында бер нәмә лә тиерлек билдәле түгел, профессиональ белемен ҡайҙа алған, Галицияға нисек килеп сыҡҡан, ниндәй шарттарҙа уның ғүмере өҙөлгәне тураһында ла мәғлүмәттәр юҡ. Варшавала табылған Бучачтан килгән сиркәү документтарына ярашлы 1751 йылда “алтарь скульпторы Иоганн Георгий тол ҡатын Елизавета Кийтоваға өйләнгән”. Һуңғараҡ документтарҙа Пинзелдең Бернард исемле улын, биш йылдан икенсе улы Антонды суҡындырыуы тураһында хәбәр ителә. Пинзелдең өйләнгәненән ун йыл үткәндән һуң 1762 йылда “Пинзелдең тол ҡатыны” Беренсдорф тигән кешегә кейәүгә сыҡҡан.
Ул үҙенең эштәренә “Пинзель оҫта” тигән имза ҡуя торған булған һәм шуға ла Иоганн—уның ысын исеме икәненә лә тулы ышаныс юҡ. Бучачта граф Николай Потоцкий яҡлауы һәм финанс яҡтан ярҙамы арҡаһында уның оҫта булараҡ таланты асылыуы билдәле. Пинзелдең әҫәрҙәренең иң ҙур коллекцияһы Львов сәнғәт галереяһында урынлашҡан. Бында айырым Иоганн Пинзель музейы ойошторолған.
Пинзелдең ижадын өйрәнеүгә һәм уның мираҫын һаҡлап ҡалыуға иң ҙур өлөштө Львов картиналар галереяһы директоры Борис Возницкий индергән.
-
Святоюр соборында Изге Юрий скульптуралары, Львов ҡалаһы
-
Костелда төп алтарь скульптуралары, Бучач ҡалаһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Іоанн Георг Пінзель. Скульптура. Перетворення. К.: Грані-Т, 2007
- Возницький Б. Микола Потоцький староста Канівський та його митці архітектор Бернард Меретин і сніцар Іоан Георгій Пінзель. Львiв: Центр Європи, 2007
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иван Пинзель 2009 йыл 5 ғинуар архивланған.
- "Пинзель — «украин Микеланджелоһы» 2008 йыл 9 май архивланған.
- Микеланджело кимәлендәге скульптор Галичинаны берләштереү символы 2012 йыл 12 декабрь архивланған.
- Кем Һеҙ, мастер Пинзель? 2012 йыл 28 ноябрь архивланған.
- Иоанн Георг Пинзель 2012 йыл 28 ноябрь архивланған.
- Пинзель-вектор
- [1] 2009 йыл 23 февраль архивланған. (инг.)
- [2] 2007 йыл 11 октябрь архивланған. (инг.)