Плацебо
Плацебо | |
Плацебо Викимилектә |
Плаце́бо ( лат. placebo, һүҙмә-һүҙ — «хуш килермен, оҡшармын»[1]) — дауалау үҙенсәлектәренә эйә булмаған, тикшеренеүҙәр үткәргәндә дарыу сараһы ҡиәфәтендә ҡулланылған матдә, тикшеренеү барышында баһаланған көсө пациент уның шифаһына ышанғанға күрә боҙоп күрһәтелә.
Плацебо өсөн матдә сифатында физиологик йәһәттән әүҙем булмаған, әммә дарыу сараһынан айырып булмай торған сара ҡулланыу тәҡдим ителә[2]. Мәҫәлән, үҫемлек ҡатнашмаларының тәьҫир көсөн тикшергәндә шул уҡ ҡатнашманы әүҙем компоненттан башҡа ҡулланырға кәрәк[3].
Плацебо эффекты тигән термин менән кешенең шифаға ышаныуы һөҙөмтәһендә хәле яҡшырыуын атайҙар. Ҡабул ителгән препараттан тыш, мәҫәлән, ниндәйҙер процедуралар йә күнегеүҙәр ҙә шундай уҡ һөҙөмтәгә килтереүе мөмкин.
Асылы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Плацебо эффекты» тигән атама Урта быуаттарҙа мәйет ерләгәндә ялланма илаусыларҙың йырҙарындағы «Placebo Domino» тигән һүҙҙәргә бәйле. Мишель де Монтень 1572 йылда «медицина яғынан иғтибар ғына ла ныҡлы тәьҫир иткән кешеләр була» тип яҙа.
Медицина контексында беренсе тапҡыр XVIII быуатта ҡулланыла. 1811 йылда «файҙаһына ҡарағанда нығыраҡ ауырыуҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн һайланған дарыу» тигән билдәләмә бирелә. Ҡайһы берҙә пациенттың хәле насарланыу күҙәтелә, ләкин «дауалауҙы» һөҙөмтәһеҙ тип әйтеп булмай. Плацебо медицинала XX быуатҡа тиклем ярайһы уҡ киң ҡулланыла, табиптар уны ауырыуҙың хәлен бер аҙ яҡшыртыр өсөн «кәрәкле ялған» итеп ҡуллана.
Фармакотерапия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Плацебо эффекты ышандырыуға нигеҙләнгән. Был ышандырыу ниндәйҙер махсус күнекмәләр талап итмәй, сөнки аңдың тәнҡитле мөнәсәбәте («ышанмайым») организмға файҙаһы булмаған дарыу төймәһе йә инъекция тураһындағы ялған мәғлүмәткә ышандырыу аша еңелә. Һәм, киреһенсә, пациент кире йоғонто көтһә, хәле субъектив насарланырға мөмкин, быныһы — ноцебо эффекты.
Ҡайһы берҙә табиптар үҙен-үҙе сирле тип ышандырыусан пациенттарға плацебо яҙа. Был осраҡта пациент үҙен аҡламаған фармакотерапииянан һәм дарыуҙарҙың ихтимал кире эҙемтәһенән ҡотҡарыла. Гомеопатик сараларҙың ыңғай тәьҫире плацебо эффекты менән аңлатыла[4][5].
Плацебо пациеттың һыҙланыуҙарын, күңеле болғаныуын бер аҙ баҫырға һәләтле, әммә дөйөм алғанда плацебо ҡулланыу ауырыу барышын үҙгәртә алмай, шунлыҡтан плацебо эффектының дауалау ҡиммәте, хәҙерге фәнни ҡараштарға ярашлы, бик бәләкәй[6]. Плацебоның ауырытыуҙы баҫыу һәләте раҫланған, сөнки ул организмда эндорфиндар эшләнеүенә сәбәп була, ә пациентта эндорфиндар яһалыуына кәртә ҡуйылһа, плацебоның ауыртыуҙы баҫыу тәьҫире булмай. Плацебоның башҡа симптомдарға йоғонтоһо шуны күрһәтә: теге йәки был сир менән яфаланған пациеттарҙың хәле пациенттарҙың үҙ баһаһы буйынса ғына яҡшыра; йәғни ауырыуҙың үҙ хәле тураһында субъектив фекер йөрөтөүе үҙгәрә, ә объектив күрһәткестәр (лаборатор анализдар һ.б.) башлыса яҡшыға үҙгәреште күрһәтмәй[7].
АҠШ-та күптән түгел Obecalp тигән дарыу сығара башлайҙар, уның составында тик шәкәр бар һәм ул «балаларҙы ялҡаулыҡтан дауалау өсөн» тәғәйенләнә. Был «дарыуҙың» исеме инглизсә препарат атамаһының кире яҙылышынан алынған (placebo).
Клиник һынауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Плацебо яңы дарыу препараттарына клиник һынауҙар үткәргәндә контроль препарат сифатында, дарыуҙарҙың тәьҫирен һан яғынан баһалау процедураһында ҡулланыла. Һынауҙа ҡатнашыусыларҙың бер төркөмөнә — хайуандарҙа тикшереү үткән һыналыусы препарат, икенсеһенә плацебо бирелә. Препаратты ҡулланыу эффекты плацебо эффектынан артыҡ булһа, препарат тәьҫир көсөнә эйә тип табыла. Кәрәк булһа, плацебола бик аҙ миҡдарҙа әүҙем матдә лә булырға амөмкин (һыналыусы дарыу препаратының көсө менән сағыштырыу өсөн).
Плацебо дарыу препараттарының тәьҫир итеү көсөнә ышандырыуҙың ролен өйрәнеү өсөн дә ҡулланыла.
Төрлө ауырыуҙар ваҡытында плацебоның тәьҫирен тикшереүҙәргә даими үткәрелеүсе күҙәтеүҙәрҙең авторҙары (Hróbjartsson һәм Gøtzsche, 2001 йыл) күрһәтеүенсә, плацебоның клиник эффекты тик ауыртыуҙарға һәм фобияларға ҡарата ғына күҙәтелә. Икенсе тикшеренеүселәр, шул уҡ бирелмәләрҙе өйрәнгәндән һуң, плацеболарҙың тәьҫире булһа ла, бик көсһөҙ, тип таба. 2010 йылда Hróbjartsson һәм Gøtzsche икенсе бер даими күҙәтеү (200-ҙән ашыу тикшереү) баҫтыра һәм 2001 йылғы һығымтаға яҡын торған һығымтаға килә [8]: плацебо клиник әһәмиәткә эйә терапевтик һөҙөмтә бирмәй, әммә пациенттарҙың дауалау һөҙөмтәһе тураһындағы фекерҙәренә йоғонто яһарға мөмкин[9].
Наркология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Плацебо Рәсәй наркологияһында алкоголгә һәм наркотиктарға бойондороҡло кешеләрҙе дауалау өсөн ҡулланыла[10].
Рәсәй нарколог табибы «Капсула», «Торпедо», «Кодирование», «Подшивка», «MST», «SIT», «NIT» ысулдары йә ғәмәлдә булмаған (һәм Дәүләт дарыу препараттары реестрына индерелмәгән)[11] дарыу препараттары, мәҫәлән, «Витамерц депо», «Актоплекс», «Дисульфизон», «Алгоминал», менән дауалай. Шул уҡ ваҡытта табип «плацебо-эффектты», йәғни пациенттың уға ышаныуын һәм һауығырға теләген, эксплуатациялай. Тәьҫир итеү механизмы табиптың пациентына: «Эсһәң — үләһең» тип ышандырырлыҡ итеп һеңдереүенә нигеҙләнә. Был методтар «кешеләрҙең белмәүен» һәм «ышаныуын» уларҙы эсеүгә бирелмәҫлек итеп ҡурҡытыу өсөн файҙалана[12].
Ҡурҡытыу өсөн табип төрлө ысулдар ҡуллана, «подшивка», йәки кодлау, процедураһы алдынан хатта юридик документҡа ҡул ҡуйҙыра. «Подшивка»ға ышанысты кодланғандан һуң хәмер эсеп үлгән таныштар, туғандар тураһында телдән-телгә күсеп йөрөгән тарихтар ҙа арттыра[13].
Наркологияла плацебо ҡулланыу технологиялары төрлө ғәмәлдәрҙән тора: эҫелек һәм тын быуылыу хисе тыуҙырған никотин кислотаһын (РР витаминын), сульфат магнийын венаға индереүҙән алып, йәнәһе, «подшивка» яһау тип ышандырып, ниндәйҙер хирургик манипуляциялар үткәреүгә тиклем. Был процедураларҙы үткәргәндә табип «провокация» ҡуллана, йәғни пациентҡа реакция тыуҙырыу һәм үлеү ҡурҡынысын көсәйтеү өсөн өсөн спиртлы эсемлек бирә[14].
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытҡа ниндәй ҙә булһа ауырыуҙан дарыу сифатында плацебо биреүҙең файҙаһын раҫлаған бирелмәләр юҡ. Плацебоның тәьҫире тураһындағы элеккерәк хеҙмәттәрҙәге һығымталар уртасаға статистик регрессия менән аңлатыла: уртасаға статистик регрессия үлсәнеүсе күрһәткестәрҙең сикке дәүмәлдәре буйынса һайлап алынған пациенттарҙа күрһәткестәрҙең уртаса алғанда яҡшырыуы күҙәтелә, йәғни уларҙың хәле, дауалау булһа-булмаһа ла, уртаса дәүмәлгә регрессиялана[8].
Плацебоның тағы бер етешһеҙлеге тип эфекттарҙың ышанысһыҙлығы һәм алдан билдәләнә алмаусанлығы атала. Йәнә плацебоның өҫтәмә кире йоғонтоһо юҡ тигән фекер дөрөҫ түгел: пациенттың кире һөҙөмтә көтөүе уның хәлен ысынлап та насарайтырға һәләтле[8]. Плацебо итеп ҡулланылған битараф препараттарҙың токсикоз сәбәпсеһе булғаны бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑
- ↑ Мохов О. И., Белоусов Д. Ю. [0=0 Методология планирования клинического исследования] // Качественная клиническая практика : журнал. — 2001. — № 1. — С. 8−20.
- ↑ Владимир Смирнов, Ирина Самылина, Наталья Пятигорская, Валерий Береговых, Алана Ногаева, Екатерина Ковалева. Правила организации производства и контроля качества лекарственных средств из растительного сырья. — СПб: Спецлит, 2013. — С. 318. — 367 с. — (Учебное пособие). — ISBN 978-5-299-00477-9.
- ↑ См. медицинскую публикацию класса А: Lancet 2005; 366: 726—732.
- ↑ См. медицинскую публикацию класса А: Eur J Clin Pharmacol. 2000 Apr;56(1):27-33
- ↑ Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. - ↑ Егорова О. Ася Казанцева vs гомеопаты. Научный журналист о препаратах, которые не помогают . L!FE (24 октябрь 2016).
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Комиссия, прил. 2» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Hróbjartsson A., Gøtzsche P. C. Placebo interventions for all clinical conditions (инг.) // Cochrane Database Syst Rev. — 2009. — Vol. 106. — P. CD003974. — DOI:10.1002/14651858.CD003974.pub3 — PMID 20091554.
- ↑ Крупицкий Е. М. Краткосрочное интенсивное психотерапевтическое вмешательство в наркологии с позиций доказательной медицины. // Неврологический вестник — 2010, № 3. С. 25 — 27. 2014 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Государственный реестр лекарственных средств.
- ↑ Райхель Е. Применение плацебо в постсоветском периоде: гносеология и значение в лечении алкоголизма в России. Часть I. // Неврологический вестник — 2010 — Т. XLII, № 3 С. 9 — 24 2014 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ О. Чепурная, А. Эткинд. Инструментализация смерти. Уроки антиалкогольной терапии. Отечественные записки № 2 (29) 2006.
- ↑ Райхель Е. Применение плацебо в постсоветском периоде: гносеология и значение в лечении алкоголизма в России. Часть II // Неврологический вестник — 2010 — Т. XLII, № 4 С. 49 — 57. 2015 йыл 10 июль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василенко В. В. Предыстория пустышки 2013 йыл 26 апрель архивланған. // РМЖ — № 20 — 9 августа 2012
- Комиссия по борьбе с лженаукой и фальсификацией научных исследований РАН. Меморандум №2. О лженаучности гомеопатии. Приложение №2. Об эффекте плацебо. — 2017. — 6 февраля.
һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гомеопатические средства приравнены к плацебо 2010 йыл 29 декабрь архивланған.
- Перевод статьи про гомеопатию из The Guardian
- Бриссонне Ж. Плацебо, ты здесь? 2017 йыл 6 июль архивланған. (Текст лекции, прочитанной автором 28 ноября 2009 года на симпозиуме 19e Journée Régionale du Groupe Aquitaine Douleur в Бордо)
- Горски Д. Может ли ум действительно лечить тело? Ревизия ложного нарратива о «лечении» плацебо