Поддубный Иван Максимович
Иван Поддубный и = | |
250pxҙа төшкән фотографияpx Бер турнирddubny.jpg | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тыуғандағы исеме |
Иван Максимович Поддубный |
Ҡушаматы |
Иван Железный, |
Гражданлығы | |
Специализация |
Көрәш, цирк артисы, спорт популяризаторы |
Тыуған ере |
Красеновка (Богодуховка) ауылы, Золотоношка өйәҙе Полтава губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙер Красеновка ауылы Чернобаевский район, Черкасск өлкәһе, Украина) |
Вафат булған урыны | |
Спорт карьераһы |
1904 йылдан спортта - 1947 йылға тиклем спортта |
[[commons:Category: Ivan Poddubny Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе |
Ива́н Макси́мович Подду́бный (укр. Іван Максимович Піддубний[5]; 26 сентябрь [8 октябрь] 1871; Рәсәй империяһы Полтава губернаһы Золотоношка өйәҙе Красеновка (Богодуховка) ауылы — 1949 йылдың 8 авгусы, Совет Социалистик Республикалар Союзы, Ейск) - сығышы менән Запорожье казактарынан[4][9] булған Рәсәй [1][3][4][10][11] һәм совет [4][5][12][13][14] профессиональ көрәшсеһе, атлет һәм цирк артисы[15].
Донъялағы профессиональ көрәшселәрҙең иң күренеклеһе.[16] Профессионалдар араһында грек-рим көрәше буйынса «донъя чемпионаттарында» күп тапҡыр еңеүсе булған, шуларҙың иң абруйылыһы Париждағы көрәше (1905—1908)[1][3][7][10][15][17]. Ҡайһы бер алыштарҙа еңелһә лә, ләкин 40 йыл дауамындағы сығыштарында бер ярышта ла, чемпионатта йә турнирҙа бил бирмәгән.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Поддубный Украинала, Полтава губернаһы Золотоношка өйәҙе Красеновка (Богодуховка) (хәҙерге Украинаның Черкасск өлкәһе Чернобаев районы) ауылында 1871 йылда тоҡомло запорожье казагы Максим Иванович Поддубный ғаиләһендә тыуған. Уның бөтөн ырыуы көсө менән дан тотҡан. Иванға шулай уҡ ата-бабаларының бүләге оҙон буй, феноменаль көс һәм иҫ киткес сыҙамлылыҡ хас булһа, ә матур йырлаған әсәһе яғынан, —нескә музыкаль һәләт бирелгән. Бала сағында йәкшәмбе көндәрендә һәм байрамдарҙа ул сиркәү хорында йырлаған[12]
Иван бала саҡтан ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә күнегеп үҫкәнлектән, 12 йәшенән батраклыҡҡа ялланған. Уның атаһы Максим Иванович та бәһлеүән буйлы һәм геркулес көсөнә эйә булған. Күп йыл үткәс, Поддубный атаһы тураһында, минән көслөрәк берҙән-бер кеше ул, тигән[4].
1893 — 1896 йылдарҙа ул —Севастополь һәм Феодосия порттарында йөк ташыусы, 1896—1897 йылдарҙа “Ливас” фирмаһында приказчик булып эшләгән[1][10][7][4][18].
1896 йылда Бескаравайныйҙың Феодосия циркында Иван Поддубный ул саҡтағы киң билдәле атлеттар — Георг Лурихты, Бородановты, Разумовты, итальянец Паппиҙы еңгән[18]. Шул моменттан уның көрәшсе карьераһы башланған да инде.
1897 йылдан цирк ареналарында (1899 йылдан Э. Труцци труппаһында[15]) гер күтәреүсе атлет һәм көрәшсе (рус билбау көрәше) булараҡ сығыш яһаған, 1903 йылда грек-рим, классик (француз) көрәшенә күсә)[1][10][7][15][18]. Күп тапҡырҙар рәсәй ҡалаларында гастролдәрҙә йөрөгән{{sfn|Вологодский листок|1914|c=|loc=1914 йылдың 26 июненән 1 июлгә саҡлы Вологдала һәм 4 континентта, 14 сит илдең 50 ҡалаһы цирк аренаһында сығыш яһаған.[19][7]
Поддубныйҙың иң билдәле алыштарының береһе булып француз көрәшсеһе Рауль ле Буше ("мясник") менән көрәше һанала. Уларҙың беренсе көрәше, француз көрәшсеһенең, Поддубный үҙен эләктерергә тырышҡанда, тәненә май һылап, намыҫһыҙ тайпылыштар файҙаланыуы, алыш ваҡытын оҙаҡҡа һуҙырға маташыуы арҡаһында, һәм судьялар французға, «сос алымдарҙан матур һәм оҫта ысҡына алғаны өсөн» формулировкаһын биргәнлектән, Поддубныйҙың еңелеүе менән тамамланған. Судьяларҙың ҡарары публиканың асыуын ҡабартҡан, ә Поддубный ғәҙел булмаған хөкөм арҡаһында хатта профессиональ көрәштән китерҙәй хәлгә еткән. Әммә дуҫтарының һәм коллегаларының таянысы Поддубныйҙы кире уйларға мәжбүр иткән һәм Петербургтағы турнирҙа, публиканың һыҙғырыуы һәм һайтылдауы оҙатыуында, егерме минут дауамында французды тубыҡландырып, терһәгенә таяндырып тотоп, ле Буштан өҫтөнлөк алған, ахырҙа, судьялар француз көрәшсеһенең хәленә кергән һәм Поддубныйҙың еңеүен таныған. Еңелеү ле Бушеның көслө ярһыуына (истерика) сәбәпсе булған[17].
1915 йылдың май башында Днепрҙағы Екатеринослав ҡалаһында (Озёрки янындағы иҫке цирк бинаһында) чемпион Александр Гаркавенконы («Ҡара битлек»), ә ике көндән — тағы бер чемпионды, Иван Заикинды, еңгән[9].
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барған йылдарҙа, Поддубный Житомир һәм Керчь цирктарында эшләгән. 1922 йылда 51 йәшендә Мәскәүҙә, Цветной бульварҙағы Юрий Никулин циркында сығыш яһай башлаған. Врачтар, уны тикшереп сыҡҡандан һуң, атлеттың һаулығы бик яҡшы, бер претензия ла юҡ тигәндәр[4][9][17]
1924 йылда Германия һәм Америка Ҡушма Штаттары буйлап гастролдәргә йүнәлә[4][9][17][18].
1926 йылдың 23 февралендә планетаның бөтөн телеграфтары «һөрәнләгән»: «Күптән түгел Иван Поддубный Нью-Йоркта яңы донъяның иң яҡшы көрәшселәрен еңде, „Америка чемпионы“ исемен яуланы». Профессионалдар араһында алты тапҡыр донъя чемпионы үҙенең феноменаль көсө һәм оҫталығы менән генә түгел, спортта оҙон ғүмерле булыуы менән дә шаҡ ҡатырған, 1926 йылда бит уға 55 йәш булған!
1927 йылда Архангельскиҙа ул билдәле вологда көрәшсеһе Михаил Леонидович Куликовты еңгән.
1939 йылдың ноябрендә Кремлдә «совет спорты үҫешендәге» юғары ҡаҙаныштары өсөн уға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырылған һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелгән[11][4]. 1941 йылда, 70 йәшендә генә көрәш балаҫын бөтөнләй ҡалдыра.[7]
Һуғыш йылдарында немецтар оккупациялаған территорияла Азов диңгеҙе ярында урынлашҡан кескәй генә курорт ҡалаһы Ейскиҙа йәшәгән. Германияға барып, немец спортсмендарын әҙерләү тәҡдименән баш тартҡан: «Мин – рус көрәшсеһе. Һәм шулай булып ҡаласаҡмын»[4][9]. 1945 йылда «СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелгән[12]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡурҡыныс хәйерселектә йәшәгән, ризыҡ хағына барлыҡ яулап алынған наградаларын да һатырға тура килгән[4][17].
Иван Максимович 1949 йылдың 8 авгусында Ейскиҙа инфаркттан вафат булған[12][4]. Шунда, үҙенең исемен йөрөткән паркта, ерләнгән. Бында уға һәйкәл ҡуйылған, йыраҡ түгел И. М. Поддубныйҙың музейы һәм уның исемен йөрөткән спорт мәктәбе урынлашҡан.
Поддубныйҙың ҡәбер ташына: «Бында рус баһадиры ята» яҙылған[14][17].
Наградалар һәм званиелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грек-рим көрәше буйынса тәүге алты тапҡыр донъя чемпионы (1905—1909 йй.)[20]
- Почётлы легион ордены (1911)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1939)[1][3][12]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1939)[1][10][3][7][11][15]
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1945)[1][10][3][7][11][15]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1953 йылдан СССР-ҙа Поддубный мемориалдары уҙғарылған[11].
- 1962 йылдан Поддубныйҙың халыҡ-ара хәтер турнирҙары уҙғарыла[10][3][15].
- «Иван Поддубный» исемен Феодосия диңгеҙ сауҙа флотының халыҡты ял иттереп диңгеҙ буйлап сәйәхәт иттереүсе, 1972 йылда Таганрогта башлап һыуға төшөрөлгән боҙватҡыс дүрт теплоходының береһе йөрөтә[21].
- 2011 йылда Ейскиҙа Поддубныйға «Чемпиондарҙың чемпионына 140 йәше уңайынан рәхмәтле шәкерттәренән» тигән иҫтәлекле табличка беркетелгән бронза һәйкәлен көрәшсе Александр Александрович Карелин тантаналы асҡан[22].
Фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Көрәшсе һәм клоун» (1957). Поддубный ролен Станислав Юлианович Чекан уйнаған.
- «Белегеҙ беҙҙекеләрҙе!» (1985, «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһы). Поддубный ролен Дмитрий Львович Золотухин уйнаны.
- «Иван Поддубный. Ғәйрәтле көс эйәһенең трагедияһы» (2005, документаль фильм).
- «Поддубный» (2014, нәфис фильм, режиссёр Глеб Орлов). Поддубный ролен Михаил Евгеньевич Пореченков уйнаны.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 32 йәшендә Париждағы француз көрәше буйынса чемпионатында уның медицина карточкаһын төҙөгәндәр: буйы 184 см, ауырлығы 118 кг, бицепс 46 см, күкрәге тын сығарғанда 134 см, бото 70 см, муйыны 50 см[1][3].
- 1906 йылдың Иван Поддубный Екатеринославта үҙенең дуҫы Запорожье казактарының тарихын өйрәнеүсе дуҫы Дмитрий Иванови Яворницкийҙа ҡунаҡ булғанда, уларҙың уртаҡ дуҫы, рәссам Николай Иванович Струнников, запорожье казагы итеп һүрәтләп, Поддубныйҙың портретын төшөргән. Ул портрет Д. И. Яворницкий исемендәге Днепропетровск ҡалаһындағы милли тарих музейында һаҡлана.
- Ейск ҡалаһы немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланғанда (1941—1943 йылдарҙа) Иван Поддубный демонстратив рәүештә үҙенең Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын күкрәгендә йөрөткән. Немецтар уға хәрби госпиталь эргәһендә бильярд залы асырға рөхсәт биргәндәр, һәм ошо хәл оккупацияла йәшәү мөмкинлеген биргәндер ҙә.
- Иван Поддубный даими рәүештә 1 бот (16 кг) ауырлығындағы ҡорос ҡул таяғына таянып йөрөгән.[18] * 1924 йылда 53 йәшлек Поддубный рязань көрәшсеһе Иван Иванович Чуфистов менән алышҡанда еңелгән (1885—1968) (был уларҙың икенсе осрашыуы булған, беренсеһендә Поддубный еңгән булған). Алыштан һуң ул көнәркәшенә: «Эх, Ванька, һинән еңелмәнем мин, ә ҡартлығымдан еңелдем»тип әйткән, ти[18][23].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клементий Иосифович Буль
- Иван Иванович Чуфистов
- Иван Васильевич Шемякин
- Георг Лурих
- Кристап Кристапович Вейланд-Шульц
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- фәнни
- Поддубный, Иван Максимович // Большая энциклопедия «Терра»: В 62 томах. — М.: издательство, 2006. — Т. 37. — С. 324. — 592 с. — ISBN 5-273-00432-2.
- Поддубный, Иван Максимович // Российский гуманитарный энциклопедический словарь: в 3 т. — СПб.: Гуманит. изд. центр «Владос: Филол. фак. С.-Петерб. гос. ун-та, 2002. — Т. 3: П-Я. — 704 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-691-00675-4; ISBN 5-691-00883-8 (III), ISBN 5-8465-0021-8; ISBN 5-8465-0041-2 (III).
- Поддубный, Иван Максимович // Российский энциклопедический словарь: в 2 кн / Гл. ред. Александр Михайлович Прохоров. — М.: Большая Российская энциклопедия (издательство), 2001. — Т. 2: Н-Я. — С. 1206. — 2015 с. — 250 000 экз. — ISBN 5-85270-292-7, ISBN 5-85270-324-9. * Поддубный, Иван Максимович // Советский энциклопедический словарь / Научно-редакционный совет: Александр Михайлович Прохоров (пред.). — М.: «Советская энциклопедия», 1981. — С. 1031. — 1600 с.
- Поддубный, Иван Максимович / Борис Михайлович Чесноков Б. М. // Плата — Проб. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 20). * Піддубний, Іван Максимович // Украинская советская энциклопедия. В 12-ти томах = Українська радянська енциклопедія. В 12-ти томах / Под ред. М. Бажана. — 2-е изд.. — Київ: Головна редакція УРЕ, 1982. — Т. 8. — С. 356. — 50 000 экз.
- публицистика
- Бондаренко, Ольга В Ейске открыли памятник богатырю Ивану Поддубному // Российская газета. — 25.12.2011.
- Елена Васина (Ейская Центральная гор.библиотека) Иван Максимович Поддубный — наш великий земляк // Туристический портал "Мой Ейск". — 09.09.2014.
- Поддубный, Иван Максимович // 500 самых выдающихся людей России / сост. Л. Орлова.. — Мн.: Харвест, 2008. — С. 282—283. — 447 с. — ISBN 978-985-16-5585-0.
- Осипов, Сергей Сильный мира сего: почему от Ивана Поддубного сбежала жена, и зачем борец работал вышибалой в баре = (Интервью с заведующей Мемориальным музеем И. М. Поддубного (г. Ейск Краснодарского края) Натальей Гинкул) // Аргументы и факты. — 05.10.2011.
- Поддубный, легендарный «Русский Иван» (рус.) // Правда.ру. — 09.08.2009.
- {{книга |автор= |часть=Поддубный — Чемпион Чемпионов |ссылка часть= |заглавие=ДИВО Чудеса, рекорды, достижения |оригинал= |ссылка=http://www.bibliotekar.ru/divo/31-72.htm |викитека= |ответственный=ред. Валентина Пономарева |издание= |место=М. |издательство=А\О «Диво», «Русская книга» |год= 1993 |том= |страницы= |столбцы= |страниц= |серия= |isbn= |тираж= |ref=Пономарева}
- Романчук, Любовь Иван Поддубный в Екатеринославе позировал и дрался // Газета «От заката до рассвета». — 07.08.2009.
- Сидорчик, Андрей «Человек огромной силы и глупости». Подлинная история Ивана Поддубного // Аргументы и факты. — 10.07.2014.
- Третьякова Людмила Абсолютная сила Ивана // Журнал «Вокруг света». — 2007. — № 1 (3).
- Чемпион чемпионов: 7 интересных фактов из биографии Ивана Поддубного // Вечерняя Москва. — 07.10.2013.
- // Вологодский листок. — Вологда, 1914. — № 719.
- нәфис
- Войцеховский Збигнев Иван Поддубный. Уны тик ҡатын-ҡыҙ ғына еңә алған. — М.:Эксмо, 2013
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фото и Видео Викимилектә | |
Фото и Видео Викияңылыҡтарҙа |
- Панорама могилы Ивана Максимовича Поддубного в городе Ейске mykor.ru
- Биография Ивана Максимовича Поддубного www.silacheloveka.ru
- О забвении великого борца 2018 йыл 7 февраль архивланған. southguide.ru
- Как Иван Максимович с Иваном Григорьевичем подружились 2016 йыл 17 октябрь архивланған. donbass.name
- Документальный украино-российский проект «Трагедия силача. Иван Поддубный» видео на www.rutv.ru * Художественный фильм: "Поддубный" 2019 йыл 24 июль архивланған.
- YouTube сайтында Короткий спарринг Ивана Поддубного
- Как рязанец мир на лопатки положил 2014 йыл 14 март архивланған.
Категория:Көрәшселәр алфавиты буйынса Категория:Рәсәй көрәшселәре (1917 йылға саҡлы) Категория: СССР-ҙың көрәшселәре Категория:Цирк артистары алфавит буйынса Категория:Рәсәй империяһы цирк артистары Категория:СССР-ҙың цирк артистары Категория:СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары Категория:Көрәш буйынса донъя чемпиондары Категория:Миокарда инфактынан һәләк булғандар Категория:Ейскиҙа ерләнгәндәр
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Чесноков, 1975
- ↑ БЭ, 2006, Донъя йөҙөндә „чемпиондарҙың чемпионы“, „рус батыры“ тигән танылыу алған., с. 324
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Орлова, 2008
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 Третьякова, 2007
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 УСЕ, 1982
- ↑ БЭ, 2006, „Чемпиондарҙың чемпионы“, „рус баһадиры“ тигән донъя танылыуы алған., с. 324
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 7,8 РГЭС, 2002, с. 31-32
- ↑ Чесноков Б. М. Поддубный Иван Максимович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1975. — Т. 20 : Плата — Проб. — С. 109.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Романчук, 07.08.2009
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 БЭ, 2006, с. 324
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 СЭС, 1981
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Осипов, 05.10.2011
- ↑ Пономарева, 1993
- ↑ 14,0 14,1 Правда.ру, 09.08.2009
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 РЭС, 2001, с. 1206
- ↑ РГЭС, 2002, Мөһабәт физик көс, үҙенсәлекле тактика, тиңһеҙ ихтыяр көсө Поддубныйҙың донъялағы иң күренекле профессиональ көрәшсе булып танылыуына килтергән., с. 31-32
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 Сидорчик, 10.07.2014
- ↑ 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 18,5 Вечерняя Москва, 07.10.2013
- ↑ БЭ, 2006, Гастролировал за рубежом (в 50 городах 14 стран), с. 324
- ↑ Васина, 09.09.2014
- ↑ Красноярская ГРЭС-2 отправила на ремонт ледокольный теплоход «Иван Поддубный» . Shipbuilding.ru (14 февраль 2006). Дата обращения: 1 июль 2013. Архивировано 2 июль 2013 года.
- ↑ Бондаренко, 25.12.2011
- ↑ Как рязанец мир на лопатки положил 2014 йыл 14 март архивланған.