Приорат һарайы
Приорат һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1797 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Гатчина |
Архитектор | Николай Александрович Львов[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчина (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Приоратский парк |
Приорат һарайы Викимилектә |
Приорат һарайы йәки замогы — Гатчинала үҙенсәлекле һарай. Йыш ҡына Приорат тип атала (баш франц. prieuré — «ҙур булмаған монастырь, монастырь ере»). 1799 йылда архитектор Н. А. Львов төҙөгән. «Приорат һарайы» атамаһы Приоратҡа XX быуатта нығынған
Һарайында үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приорат һарайы Санкт-Петербург тирә-яғындағы башҡа һарайҙар кеүек бик зиннәтле булмай. Уға билдәлелекте ғәҙәти булмаған төҙөлөш технологиялары, үҙенсәлекле ҡиәфәте алып килә.
Рәсәйҙә башлыса ер технологияһы буйынса төҙөлгән берҙән-бер архитектура ҡоролмаһы
Приорат Ҡара күлдең көньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан. Парктағы күлде шулай уҡ артабан «Приорат күле» тип атай башлайҙар (ул быға тиклем «Бәләкәй Зверинец» тип аталған).
Приорат XVIII быуат һуңғы сирегенең рус төҙөлөшө стилендә башҡарылған. Ҡоролма урта быуат католик монастырҙар кеүек стилизациялана. Монастырҙар кеүек үк айырым урында төҙөлгән. Монастырь үҙенсәлеге эске йыһазландырыуында ла сағыла. Приорат урта быуат замогын хәтерләтә. Һарайҙың ҡайһы бер деталдәре классицизм өсөн хас. Был фасадтарҙың горизонталь бүленеше, түбәһе — һарай биналарының төп биҙәге.
Тикшеренеүселәр Приораттың урынлашыуын, үҙенсәлекле композицияһын билдәләй. Приораттың төҙөлөшөндә ҡабаланыштар юҡ. Ҡара күле яғынан һарай утрауҙа урынлашҡан һымаҡ тойола. Терәк стена һарайға ҡәлғә һыҙаттарын бирә. Көньяҡтан Приорат готик капеллаға оҡшай. Төньяҡ фасады һыуҙан күтәрелеп сыҡҡан кеүек. Төп инеү урынынан — был ҡала сите усадьбаһы. Аш-һыу бинаһы рус өйө формаһында башҡарылған.
Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приоратты төҙөү XVIII быуат аҙағындағы Европа тарихы менән бәйле. Француз революцияһы һөҙөмтәһендә Мальта Ордены үҙ биләмәләренең байтаҡ өлөшөн юғалта. Орден тәхеткә яңы ғына ултырған Павел Беренсегә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 1797 йылдың ғинуарында император конвенцияға ҡул ҡуя, уға ярашлы Рәсәйҙә Мальта орденының «Бөйөк Приорлығы» ойошторола. Приора хакимиәтен урынлаштырыу өсөн Орден милкенә Петербургтағы элекке Воронцов һарайы тапшырыла. Һарайҙың урыны булып Гатчина — Павел Беренсенең ҡала сите резиденцияһы һайлана
Һарай төҙөүгә тиклем Н. А. Львов ер технологияһы буйынса бер нисә ҡоролма, шул иҫәптән 1797 йылда Павел Ι фавориткаһы Е.И. Нелидова өсөн «өй» төҙөй. Гатчина һарайы баҡсаһында Приоратты төҙөү алдынан Н.А.Львов етәкселеге аҫтында ер технологияһы буйынса фундаменты менән өйҙөң мөйөшө төҙөлә. Уның ныҡлығын тикшереп ҡарағандан һуң, ҡоролманы ҡарап, Павел I архитекторҙың үҙенә ер һайларға һәм шунда Приоратты төҙөргә ҡуша.
1797 йылдың көҙөндә әҙерлек эштәре башлана. Һарай стена өс ай эсендә төҙөлә. Приоратты император 1799 йылдың 22 авгусында ҡабул итә, ә 23 августа Мальта Орденына бирелә. Был осорға император Павел I бөйөк магистры — ордены башлығы була, шулай итеп Приораттың хоҡуҡлы хужаһына әүерелә. 1799 йылдың 12 октябрендә Мальта ордены рыцарҙары бөйөк магистрға боронғо ҡомартҡыларҙы — Раббы Тәреһе өлөшөн, Божья Матерь Филерма иконаһын һәм изге Иоанн Крестителдең үң ҡулын тапшыра.
1800 йылда император маневрҙар ваҡытында үҙенең улдары Аленксандр һәм Константин менән һарайҙа туҡтала.
Приораттың артабанғы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Император Александр I — Ордены протекторы — Приоратты дәүләт ҡаҙнаһына тапшыра. Һарай менән бөтөнләй тиерлек файҙаланмайҙар. Император ғаиләһе һарайға һирәк ҡыҫҡа ваҡытлы ялға килә. 1820 йылдарҙа, императрица Мария Федоровна рөхсәте менән, һарайҙа ваҡытлыса лютеран ғибәҙәтханаһы урынлаша. 1840 йылда император Николай I ҡайһы берҙә, маневрҙар ваҡытында, Приоратты генералитетҡа тапшыра. Приоратта принцесса Мария Гессенскаяның (тәхет вариҫы кәләше) һәм Александр Николаевичтың (буласаҡ император Александр II) беренсе осрашыуы үтә.
Приоратты үҙ картиналарында Т. Г. Шевченко, М.В. Добужинский һ. б. сағылдыра
1880 йылдарҙа һарай өлөшләтә реставрациялана һәм һарай яны йырсыларын урынлаштырыу өсөн реконструкциялана. Һыу үткәргес һәм канализация үтә, таяуҙары нығытыла. Приорат йыл әйләнәһенә илле кеше йәшәү өсөн яраҡлаштырыла. Артабан ул һарай яны кешеләре өсөн фатир итеп бирелә.
XX быуат башында һарайҙа төрлө күргәҙмәләр ойошторола башлай. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Приоратта госпиталь урынлаша. 1924 йылда Приоратта экскурсия станцияһы урынлашҡан, 1930 йылдан 1940 йылға тиклем бында ҡайһы бер Ленинград заводтарының ял базаһы була
Икенсе донъя һуғышы йылдарында Приорат һаҡлап ҡалына, тик кәртәләренең бер өлөшө, бер ҡарауыл будкаһы емерелә, ҡыйығы һүтелә. Һуғыштан һуң унда хәрби-төҙөлөш частары, аҙаҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто урынлаша, ә 1968 йылдан реставрация башына тиклем район крайҙы өйрәнеү музейы биләй.
1980 йылдар башынан һарайҙы реставрациялау башлана, улар башлыса 2004 йылда тамамлана һәм һарайға йөрөү өсөн асыла
Приорат легендаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шуға оҡшаш ҡоролмалар кеүек үк Приорат тураһында ла риүәйәттәр бар. Иң билдәлеһе — Приорат һарайын Гатчина император һарайы менән тоташтырыусы ер аҫты юлы тураһында легенда. Шуныһы ҡыҙыҡ, реставраторҙар ысынлап таш түшәлгән ер аҫты юлына юлығалар. Барыу юлы башта кеше буйы оҙонлоғонда булһа, бара торғас, яйлап тәпәшәйә. Туннель аҙағында тиклем үтмәй һәм уның тәғәйенләнеше асыҡланмаған. Туннель әлегә өйрәнелмәгән Гатчинаның ер аҫты коммуникацияларының бер өлөшө булып тора, тигән фекер бар.
Журнал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Приорат» исемен шулай уҡ 1911 йылда нәшер ителгән беренсе Гатчина журналы ла йөрөтә, 1990 йылдан шул уҡ исем менән Гатчина тыуған яҡты өйрәнеү гәзите лә атала, уны билдәле Гатчина яҡты өйрәнеү белгесе С.Л.Сковпнев нәшер итә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Спащанский А.Н. Приоратский дворец в Гатчине. — Санкт-Петербург: Абрис, 2004.
- Кючарианц Д. А., Раскин А. Г. Гатчина: Художественные памятники. — СПб.: Лениздат, 2001. — 318 с. — (Петербургская коллекция). — 5000 экз. — ISBN 5-289-02007-1.
- Макаров В. К., Петров А. Н. Гатчина. — 2-е изд., испр. и доп. — СПб.: Издательство Сергея Ходова, 2005. — С. 214—228. — 304 с. — 3000 экз. — ISBN 5-984-56018-6.