Эстәлеккә күсергә

Пула амфитеатры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пула амфитеатры
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 27
Рәсем
Культура Боронғо Рим
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Пула
Мираҫ статусы Category:Cultural heritage monuments in Croatia[d]
Карта
 Пула амфитеатры Викимилектә

Пула амфитеатрыБоронғо Рим тарихы һәм архитектураһы һәйкәле. Хорватияның Пула ҡалаһында урынлашҡан. Был берҙән-бер һаҡланып ҡалған арена дүрт манара һәм өс рим архитектура ордерынан тора. Шул уҡ ваҡытта үҙенең ҙурлығы буйынса амфитеатр донъяла ошондай ҡоролмалар араһында 6-сы урынды биләй.

Ҡоролма үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аренаны тышҡы диураҙары эзбизташтан төҙөлгән һәм 29,4 м бейеклектә. Тәүге ике ҡатында 72 арка менән рәттәр урынлашҡан, ә өҫкө ҡатында тура мөйөшлө 64 тишек урынлашҡан. Амфитеатр эллипсы күсәренең ҙурлығы 132,45 һәм 105,1 м. тиң

Ҡоролманың һыйҙырышлығы, уны әүҙем файҙаланған осоронда 23 мең кеше тәшкил итә. Трибуналар аренаға ҡарата ауышлыҡ аҫтында урынлашҡан, уның ҙурлығы 67,95 м × 41,65 м. Тамашасынан был территория тимер рәшәткәләр менән кәртәләп алынған. Тамашасыларҙың төп күңел асыуы гладиаторҙар һуғышы һәм ҡырағай хайуандарҙы һөсләү булған. Арена аҫтында бер нисә ер аҫты булған, улар ситлектәрҙе һәм ваҡиғалар урынын тоташтырған. Ҡайһы берҙә ҡоролма өҫтөнән кешеләрҙе ҡояштан һәм ямғырҙан һаҡлаусы velarium (ҙур елкән) урынлашҡан

Арена диуарҙары. Эстән күренеш

Арена б.э. I быуатында төҙөлгән, шул ваҡытта Пула Рим империяһының ярайһы уҡ ҙур ҡалаһы булған. Тәүҙә ул Флавия юлы буйында ҡала диуарҙары артында булған. 2-14 йылда император Август ваҡытында амфитеатр ағастан була, тик Клавдий хакимлығы ваҡытында яңынан үҙгәртеп төҙөлә һәм таштан була. 79 йылда аренаны гладиаторҙар алышын үткәреү өсөн киңәйтәләр.

V быуатта император Гонорий гладиатор һуғыштарын тыя, һәм ошо ваҡыттан ҡоролмаға ҡыҙыҡһыныу кәмей башлай. амфитеатрҙы урындағы халыҡ талай һәм емерә башлай, ул тик XIII быуатта патриарх Аквилея указы менән генә ул туҡтатыла. Урта быуат дәүерендә арена биләмәләре йорт малы көтөүе, рыцарҙар турниры һәм йәрминкәләр өсөн ҡулланыла. 1583 йылда Венеция сенаты ҡоролманы һүтергә һәм уны ҡалаға күсерергә тәҡдим итә, әммә был идея кире ҡағыла.1697 йылда Пулаға килеүсе П. А. Толстой көндәлегендә былай тип яҙа[1]:

«Поля ҡалаһы диңгеҙ ситендә тора; ҡоролма унда таштан; ул ҡалала грек сиркәүе бар. Шул ҡала янында мин боронғо ғәжәп ҡоролма күрҙем, ул түңәрәк эшләнгән, 177 сажин ҙурлығында, бейек, өс тәҙрә бейеклегендә, был бинала 300 ашыу тәҙрә бар. Һөйләүҙәр буйынса ҡоролманы борон заманда рим цесары төҙөгән һәм ул бинала йәнлектәр бикләнгән: арыҫландар, леопардтар, юлбарыҫтар һәм башҡа төрлөләр. Һәм шул цесарь хакимлығыда берәй кеше үлемгә хөкөм ителһә, уны йыртҡыстар араһына ботарлаға ташлағандар, ә бинаның стенаһынан цесарь үҙе ҡарап күңел асҡан».


XIX быуат башынан архитектор Пьетро Нобиле етәкселегенә һәм Австрия императоры Франц I ярҙамы менән аренаны реконструциялау үтә. 1932 йылда амфитеатр театр постановкалары, хәрби тантаналар, парад һәм төрлө киң саралар өсөн үҙгәртеп ҡорола. Урындар һаны тамашасылар өсөн 5 мең тәшкил итә.

Пула амфитеатры 1993, 1995, 2001 һәм 2004 йылдар өлгөһөнөң 10 кун номиналында банкнотаның арт яғында һүрәтләнгән.

Амфитеатр күренеше
Амфитеатр күренеше
  • Grove Dictionary of Art, Oxford University Press, USA. New Ed edition, January 2, 1996. ISBN 0-19-517068-7.
  • Mlakar, Stefan, The Amphitheatre in Pula, The Archaeological Museum of Istra, 1957.
  • Džin, Kristina. Arena Pula / Mirko Žužić. — Zagreb: Viza MG d.o.o. Remetinečka cesta 81, Zagreb. — ISBN 978-953-7422-15-8.