Салауат Юлаев проспекты
Салауат Юлаев проспекты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 7,5 ± 0,1 km |
Салауат Юлаев проспекты Викимилектә |
Салауат Юлаев проспекты — Өфө урамдарының береһе. Өҙлөкһөҙ хәрәкәт магистрале булып тора. Зәки Вәлиди урамы сатында, Ағиҙел йылғаһының көньяҡ күперенә ингән ерҙә башлана, Һупайлы районына ингән ерҙә Менделеев урамы юл айырсаһы аҫтында Һупайлы урамына терәлеп тамамлана. 2007 йылда төҙөлгән.
Бөтә оҙонлоғонда проспект транспорт йөрөй торған 8 һыҙаттан тора. Башҡа урамдар менән киҫелештәре ике кимәлле 10 юл айырсаһы һәм 237 метрлы туннель менән тәьмин ителә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы транспорт магистрале төҙөү ҡаланың 1970 йылғы генераль планына индерелә[1]. Яңы магистраль ҡала үҙәге буйлап үтергә тейеш була. 2000 йылға проспекттың һуңғы проекты эшләп бөтөлә. Проспект Соҡалаҡ йылғаһы үҙәне буйынан үтә, йылғаның һыуы урыны-урыны менән ер аҫты торбаларына йәшерелә. Төҙөлөш Ағиҙел күпере яғынан башлана — тәүҙә Киров урамы сатына, шунан Сәғит Агиш урамына, унан һуң СССР-ҙың 50 йыллығы урамы сатына тиклем һалына.
2004 йылда проспектҡа Салауат Юлаев исеме бирелә. 2007 йылда проспект төҙөлөшө Глумилин тирәһендә 200 метрлы туннель менән тамамлана. Туннель күпер аша ҡалаға ингән ерҙән алып Һупайлы биҫтәһенә тиклем светофорһыҙ хәрәкәтте тәьмин итә[2].
Проспекттың үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөнөң 2025 йылға тиклем үҫешенең генераль планына ярашлы, 2008 йылда Салауат Юлаев проспектын ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Черниковка аша Бөрө трактына тиклем оҙайтыу ҡарала[3]. Башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыу (Яңы Затон күпере, Өфө йылғаһы аръяғына трамплин аҫтынан тоннель), ҡиммәтлек арҡаһында 2008 йылдан һуң проспект төҙөлөшө туҡтатыла.
2017 йылда Инорстан һәм Һупайлынан сыҡҡандағы тығындарҙы кәметеү маҡсатында, Һупайлыны урап, проспектты Ауыл-Богородица урамы сатына тиклем оҙайтыу тураһындағы тәҡдимдәр әйтелә башлай[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.gorodufa.ru/?p=290 2014 йыл 17 апрель архивланған. И стали север с югом ближе. Ирина Николаева
- ↑ Подземный тоннель под проспектом Салавата Юлаева откроют в июле МедиаКорСеть 2013 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Проспект Салавата продлят до Черниковки, а улица Зорге станет двухуровневой // KP.RU — Уфа
- ↑ [Ufa1.ru выяснила подробности предстоящего строительства моста между Инорсом и Сипайлово]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- З. Алтынбаева. Проспект Салавата Юлаева // Ватандаш. — 2005. — № 6. 2016 йыл 4 март архивланған. (баш.)(баш.)