Сирмий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император һарайы харабалары
Рим Паннонияһя картаһы
Сирмийҙа император һарайы емереклектәре
Сирмий
Рәсем
Дәүләт  Сербия
Административ-территориаль берәмек Паннония[d]
Мираҫ статусы Археологические объекты особой важности в Сербии[d]
Карта
 Сирмий Викимилектә

Си́рмий (грек. Σίρμιο) — Рим Паннонияһындағы ҡала (хәҙерге Сербия территорияһында), ул тетрархия дәүерендә император Галерийҙың резиденцияһы була. Һуңғы антиклығ дәүерендә һул тик лем ҙур була, хатта Аммиан Марцеллин уны «дан ҡаҙанған ҡалалар әсәһе» тип атай. Уның урынында хәҙерге заманда Сремска Митровица ҡалаһы тора. ТарихиСрем өлкә атамаһы Сирмийҙан алынған.

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта римлеләр килеп төпләнгәнгә тиклем Сирмий урынында иллирия торағы була. Принципат дәүерендә ҡала дактар һәм германдарға ҡаршы хәрби һөжүмдәр өсөн плацдарм булып хеҙмәт итә; Марк Аврелийбында күп ваҡытын үткәрә. Императорҙар Геренний Этруск, Гостилиан, Деций, Клавдий II, Квинтилл, Аврелиан, Проб, Максимиан, Констанций II һәм Грациан ошо ҡалала тыуған.

375 йылда император Валентиниан үҙенең резиденцияһын Сирмийға күсерә.[1] Бөйөк Феодосий Сирмийҙа император тип иғлан ителә. IV V быуаттарҙа ҡалала биш сиркәү соборы үтә; бында изгеләр Ириней Сирмийский һәм Анастасия Узорешительница эш алып бара. Рим империяһы ҡолатылғандан һуң Сирмийҙа гепидтар королдәре тәңкәләр һуғып сығара башлай. 870 йылда Сирмийҙә архиепископ кафедраһын Мефодий Солунский етәкләй.

Император Леопольд I Сирмиялағы император һарайы емереклектәре биләмәләрен Одескальки ырыуынан папа Иннокентий XI туғанына тапшыра. Шул ваҡыттан алып был ырыу башлығы герцог Сирмио (Duca di Sirmio) титулын йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Войны древнего Рима: Расцвет и закат Римской империи (Шустов В. Е.). Дата обращения: 23 март 2009. Архивировано 8 март 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]