Эстәлеккә күсергә

Скандинавия ярымутрауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Скандинавия ярымутрауы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Скандинавия
Донъя ҡитғаһы Европа[1]
Дәүләт  Норвегия[1]
 Швеция[1]
 Финляндия[1]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Норвег диңгеҙе, Төньяҡ диңгеҙ[1], Балтик диңгеҙе[1] һәм Баренц диңгеҙе[1]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Фенноскандия[d]
Иң юғары нөктә Галлхёпигген[d]
Майҙан 800 000 км²[1]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Скандинавия ярымутрауы Викимилектә

Скандинавия ярымутрауыЕвропаның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан иң ҙур ярымутрау. Ярымутрауҙың оҙонлоғо яҡынса 1900 км, киңлеге - 800 км, майҙаны - 800 мең км самаһы.

Ярымутрауҙа Швецияның бөтә материк өлөшө, Норвегияның бөтөн материк өлөшө тиерлек, Финляндияның төньяҡ-көнбайышы, шулай уҡ Скандинавияның ҙур өлөшө урынлашҡан.

Ярымутрау бер нисә диңгеҙ менән йыуыла: Төньяҡта Баренц, көнбайышта Норвег, көньяғында Төньяҡ диңгеҙҙәре, көньяғынан һәм көнсығыштан Балтик диңгеҙе менән сиктәш. Ярымутрауҙың көнсығыш (матди) сиге итеп шартлы рәүештә Ботника ҡултығының төньяҡ ярынан Варангер-фьордҡа ҡарай һыҙатты алалар. Скандинавия ярымутрауының көнсығыш дауамы булып Кольский ярымутрауы тора.

Төньяҡ һәм көнбайыш яр линиялары фьордтар менән ныҡ телгеләнгән. Яр буйлап ярымутрауҙан ҡатмарлы боғаҙҙар системаһы менән айырылған бик күп утрауҙар һәм архипелагогтар урынлашҡан.

Көнсығыш һәм Көньяҡ ярҙары тәпәш һәм һөҙәк. Йыш ҡына ваҡ бухталар менән бүлгеләнгән. Яр эргәләрен бик күп ваҡ утрауҙар һәм һыу аҫты ҡаялары - шхерҙар биләп алған һәм .суднолар хәрәкәтенә ҡамасау булып торалар.

Көнбайыш һәм төньяҡ райондарын Скандинавия тауҙары биләй. Ярымутрауҙың иң юғары нөктәһе - Гальхёпигген тауы (норв.Galdhiggen). Бейеклеге —2469 метр.

Тауҙарға көнсығышынан бик бейек булмаған, киң (800 метрға тиклем) Норланд яҫытаулығы килеп терәлә һәм баҫҡысланып Ботника ҡултығына ҡарай түбәнәйә. Көньяҡта яҫы таулыҡ боҙлоҡ ҡалдыҡтары менән ныҡ сүпләнгән Урта швед уйһыулығына күсә. Тағы ла көньяҡтараҡ бейеклеге 377 метрға тиклем еткән көмбәҙ формаһындағы Смоланд ҡалҡыулығы ята .

Рельефтың төп һыҙаттары Скандинавия ярымутрауының Балтик ҡалҡан һәм каледон йыйырсыҡтары структураһы сиктәрендә урынлашыуына бәйләнгән. Был урындар неоген-антропоген ваҡытында вертикаль күсеү һәм боҙлоҡ экзарацияһы (боҙлоҡ шылғанда нигеҙендә ятҡан грунтты емереүе, һыжырып тигеҙләүе) һәм аккумуляцияһы һөҙөмтәһендә тигеҙләнеү процесы кисергән.

Европа материгы боҙлоғының үҙәге булған ярымутрауҙа боҙлоҡ ҡеүәте урыны менән 1500 метрҙан ашып киткән.

Һуңғы боҙлоҡ япмаһы Стокгольм районында - 10 мең йыл самаһы, ә Ботния ҡултығының төньяҡ яр буйында 7-8 мең йыл элек булған. Боронғо тектоник структуралар һәм уларҙың магматик интрузиялары менән файҙалы ҡаҙылмаларҙың төп ятҡылыҡтары: тимер мәғдәне (Кируз, Елливаре, Кирс, Гренгесберг), баҡыр, титан, ҡара ҡурғаш бәйле. Төньяҡ диңгеҙенең ярымутрауға килеп терәлгән шельф өлөшөндә нефть ятҡылыҡтары бар (Экофиск һәм башҡалар) .

Скандинавия ярымутрауы урынлашҡан биләмәләренең күп өлөшө уртаса бүлкәткә, ә иң төньяғы —субарктик билбауға тура килә.

Атлантик океан яғынан килгән дымлы һауа массаһына ҡарата барьер ролен уйнаған Скандинавия тауҙарының урынлашыуы, шулай уҡ ярымутрауҙың күп өлөшө меридиональ йүнәлештә ятыуы, бындағы климатты бик төрлө итә.

Көнбайышта, әүҙем циклон циркуляциялы һәм йылы төньяҡ-Атлантик ағым тәьҫиренә күрә, ҡышҡыһын йомшаҡ диңгеҙ климаты ( ғинуарҙың уртаса температураһы төньяҡта -4 С-тан көньяҡта 2 °С) хөкөм һөрә. Ә йәйгеһен һалҡынса ( уртаса температура июлдә төньяҡта — 8 °С һәм көньяғында 14 °С -ҡа тиклем), йыл эсендә сағыштырмаса тигеҙ бүленгән һәм көслө яуым-төшөм күҙәтелә (йылына 1000—3000 мм тирәһе).

Скандинавия тауҙарының өҫкө бүлкәтендә уртаса температура ғинуарҙа -16 °С, июлдә 6-нан 8 °С-гә тиклем тирбәлә. 5000 км² самаһы ер боҙлоҡ менән, шулай уҡ тау-үҙәнле боҙ ҡоршауы менән ҡапланған.

Ярымутрауҙың көнсығыш өлөшөндә уртаса климаттан яйлап континенталь йүнәлешкә күсә. Уртаса температура ғинуарҙа төньяҡта -15 °С-тан көньяҡта -3 °С градусҡа тиклем һалҡынлыҡта тирбәлә, ә июль айында төньяҡта 10 °С градустан көньяҡта 17°С тирәһе. Яуым-төшөм йылына 300-800 миллиметр тирәһендә тирбәлә. Әммә быуға әйләнеү мөсһөҙ булғанлыҡтан, дымлылыҡ бар ерҙә лә етерлек йәки артығы менән .Шуға ярымутрауҙың күп кенә ерҙәре һаҙлыҡлы.

Ярымутрау йылғаларҙың селтәре бик ҡуйы. Йылғалар башлыса бик ҡыҫҡа, күп һыулы, ташҡынлы, ярһыулы. Шуға Көнбайыш Европала иң ҙур гидроэнергия запастарына эйә.

Иң ҙур йылғалары: Гломма, Кларэльвен-Гёта-Эльв, Турнеэльвен, Далэльвен.

Боронғо боҙлоҡтар тарафынан эшкәртелгән тектоник сығышлы ҡаҙанһыу урындарҙа күлдәр күп. Иң эреләре - Венерн, Веттерн, Меларен.

Скандинавия ярымутрауының яҡынса 43 % майҙанын урмандар тәшкил итә. Көлһыу һәм торфлы-һаҙлыҡлы тупраҡтарҙа ҡарағай һәм шыршынан торған тайга урмандары (ярымутрауҙың көнсығыш райондарына айырыуса хас) өҫтөнлөк итә. Көнбайышта ҙур майҙандарҙы һаҙ арсаһы һәм торфлыҡтар алып тора. Серемтәле көлһыу һәм урман тупраҡтары өҫтөнлөк иткән көньяҡты ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандар биләй. иң төньяҡ сиге - тундра.

Тауҙарҙың өҫкө бүлкәтендә тау тундраһы урын алған.

Хайуандар донъяһына күбеһенсә урман төрҙәре хас. Төлкө, ҡуян, мышы, тундрала - леммингтар тереклек итә. Шулай уҡ ҡырағай кроликтар ҙа осрай. Төньяҡты боландар үҙ иткән. Яр буйы ҡаяларын һәм утрауҙарҙы ҡош баҙарҙары биләй.

Яр буйы һыулыҡтары балыҡҡа бай: (треска, сельд, макрель, бағыр, сёмга һәм башҡалар) бара.

  • Ерам р. а., сит ил Европа Физик география, М., 1973
  • А. 3анина, Климат скандинавия ярымутрауы, Л., 1964
  • Э. дело о', Скандинавия, пер ингл., М., 1962
  • G. Chabot [e-. a.], Du Nord l du Nord et Europe — Quest, t. 1, P., 1958