Слалом (тау саңғыһы спорты)
Слалом | |
Спорт төрө | Тау саңғыһы спорты |
---|---|
Слалом Викимилектә |
Слалом (норв. slalåmslalåm, һарҡыуҙағы саңғы эҙҙәре) — ҡар менән ҡапланған тау битләүенән махсус әләмдәр һәм ҡапҡалар (ҡапҡаларҙың киңлеге — 3,5-4 метр, улар араһындағы алыҫлыҡ 0,7 метрҙан алып 15 метрға тиклем) менән билдәләнгән һәм оҙонлоғо 450—500 метр булған трассанан саңғыларҙа һарҡыуға төшөү ул.
Старт менән финиш араһындағы бейеклектәрҙең айырмаһы — 60-150 метр. Саңғысылар трассала тиҙлектәрен сәғәтенә 40 саҡрымға тиклем үҫтерәләр.
Трассалағы ярыш ваҡытында спортсылар бөтә ҡапҡалар аша ла үтергә бурыслы. Әгәр ҙә спортсы ҡапҡаны үтмәһә, йә булмаһа уны һыңар саңғыһы менән генә киҫеп үтһә, был осраҡта саңғысы ярышта ҡатнашыу хоҡуғын юғалта.
Бер-береһенән айырылып торған ике төрлө трассалағы ике һарҡыуға төшөүҙең суммаһын күрһәткән ваҡыт һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе билдәләнә.
Тау саңғылары башҡаларынан үҙенсәлекле нығытып ҡуйылыу ҡулайламаһы булыуы менән айырыла. Бындай саңғыларҙа спортсының үксәләре саңғыға етә тейеп тора һәм унан айырылмай.
Был саңғыларҙың аҫ яғында буйынан-буйына үткән бер нисә сығып торған урыны була. Улар, саңғысыға ҙур тиҙлектә һарҡыуға төшкәндә, саңғы менән идара итергә мөмкинлек бирә.
Элекке саңғылар аҫ яғына тимер яҫмалар ҡуйылған ағас саңғыларҙан ғибәрәт булһа, хәҙерге көндә слалом өсөн яһалған тау саңғылары юғары сифатлы синтетик материалдан эшләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1767 йылда урманлы битләүҙәр буйлап ҡыуаҡлыҡтар араһынан һарҡыуға төшкән мәлдә ҡоламайынса һәм саңғыларын һындырмайынса ғына үтергә тейеш булған саңғысылар араһында норвегтар 4 приз уйната.
Бынан тыш, текә тау битләүенән һарҡыуға төшкәндә саңғы таяғы ҡулланмағандар араһында тағы ла 6 приз уйнатыла. Ул ваҡыттарҙа тигеҙ ер саңғылары һәм тау саңғылары араһында бер ниндәй ҙә айырма булмай.
Тау саңғыһының үҙ техникаһын Норвегияның көньяғында урынлашҡан Телемарк тигән ерҙә йәшәүсе халыҡ уйлап таба.
Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, донъялағы иң тәүге тау саңғыһы клубы 1875 йылда, был спорт төрөнөң энтузиастары тарафынан, Христианияла (хәҙерге Осло) булдырыла.
Ә тағы ла ике йылдан әлеге клуб сиктәрендә тау саңғыһы мәктәбе эшләй башлай.
Тау саңғыһы буйынса айырым үткәрелгән ярыштар беренсе тапҡыр 1879 йылда Христианиянан алыҫ булмаған Гусби тигән тауҙа үткәрелә. Шул ваҡыттарҙың иҫтәлеге булып, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән «телемарк», «Христиания» тигән боролош атамалары тора.
Әммә белгестәр раҫлауынса, саңғы спортына нигеҙ һалыусылар булып австрийҙар тора. Уларҙың фекеренсә, тау саңғыһы спорты буйынса ярыштар Альп тауҙарында 1905 йылда уҡ үткәрелә башлай.
Ә 1931 йылдан башлап Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы (FIS) ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн слалом һәм тауҙан ҙур тиҙлектә һарҡыуға төшөү спортын саңғы буйынса донъя чемпионаты программаһына индерә.
Шуның өҫтәүенә, 1920—1930 йылдарҙа саңғысылар тау саңғыһы слаломы менән генә сикләнмәйҙәр, уларҙың күптәре тау саңғыһы спортында ла, тигеҙ ер саңғыһы спортында ла берҙәй уңышлы сығыш яһайҙар.
Тау саңғыһы дисциплиналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]• Слалом
• Слалом-гигант
• Супер-гигант
• Һарҡыуға ҙур тиҙлектә төшөү
• Комбинация
• Могул
• Телемарк
• Фрирайд
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Слалом-гигант
- Alpine Masters