Эстәлеккә күсергә

Текели Мәхмүт паша мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Текели Мәхмүт паша мәсете
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Анталиә
Карта
 Текели Мәхмүт паша мәсете Викимилектә

Текели Мәхмүт паша мәсете (төр. Paşa Tekeli Mehmet Camii) — Төркиәнең Анталья ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Бөйөк вәзир Мәхмүт паша бойороғо буйынса төҙөлгән һәм уның хөрмәтенә аталған. XVIII быуатта ҡаланың төп мәсете була.

Тарихсылар һәм археологтарҙың фараздары буйынса, мәсет XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында төҙөлгән, төҙөү датаһы һәм архитекторы тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ. 1850-се һәм 1940-сы йылдарҙа мәсет реконструкциялауға дусар була. Шулай уҡ 2018 йылда манараһын һәм көмбәҙенең көнбайыш өлөшөн реконструкциялау башлана, 2020 йылда уны тамамлау планлаштырыла[1].

Мәсет күп көмбәҙле конструкция рәүешендә эшләнгән — уның төп көмбәҙен көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш яҡтарҙан өс ярымкөмбәҙ, төньяҡтан — өс кесе көмбәҙ тотоп тора. Мәсеттең төньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә манара стенаға йәнәшә урынлашҡан[2].

Ҡапҡаларҙың һәм тәҙрә уйымдарының ҡабырға өлөшө шымартылған мәрмәр менән биҙәлгән, ул шулай уҡ мәсеттең эске биҙәлешендә лә ҡулланыла. Төп инеү урыны стенаһы һәм тәҙрә фронтондары юнылған таштан, ә ҡоролманың башҡа деталдәре — ваҡ таштарҙан эшләнгән[2]. Мәсеттең иң билдәле өлөшө булып мәсеттең төньяҡ фасадындағы һәм уның эсендәге ғәрәп каллиграфияһы менән яҙылған Ҡөрьәндән шиғыр менән биҙәлгән таш кафелдәр. Төҫлө каллиграфик яҙмалар мәсет эсендә тәҙрә өҫтөндә лә һаҡланған[2].

  1. Tekeli Mehmet Paşa Camii'nde restorasyon (төр.). Hürriyet (28 август 2018). Дата обращения: 25 ғинуар 2019.
  2. 2,0 2,1 2,2 Мечеть Текели Мехмет Паши — историческое наследие Анталии. TURK-IN.RU. Дата обращения: 25 ғинуар 2018.