Торлаҡ‐гражданлыҡ төҙөлөшө
Торлаҡ‐гражданлыҡ төҙөлөшө | |
Ҡайҙа өйрәнелә | торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшө[d] |
---|---|
Тейешле квалификация | Ordre des ingénieurs du Québec[d] |
Торлаҡ‐гражданлыҡ төҙөлөшө Викимилектә |
Торлаҡ‐гражданлыҡ төҙөлөшө — граждандар тәғәйенләнешендәге биналар һәм ҡоролмалар төҙөү менән шөғөлләнгән төҙөлөш тармағы. Торлаҡ‐гражданлыҡ төҙөлөшө — төҙөлөштөң производствоға ҡарамаған өлкә объекттарын — торлаҡ йорттар, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары, административ биналар, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, спорт ҡоролмалары һ.б. төҙөүгә һәм реконструкциялауға махсуслашҡан тармағы. Торлаҡ йорттар һалыу менән бергә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары, халыҡҡа коммуналь һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү предприятиялары селтәрен булдырыу, территорияларҙы йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса ҡала төҙөлөшө бурыстары хәл ителә[1].
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торлаҡ-граждандар төҙөлөшө граждандар тәғәйенләнешендәге объекттар төҙөү менән шөғөлләнә, күперҙәр, шоссе юлдары, тимер юлдары һәм вокзалдар, тиҙ йөрөшлө ҡала транспорты системалары, тоннелдәр, аэропорттар, сәнәғәт предприятиелары, торлаҡ йорттар һәм административ биналар, ҡунаҡханалар, гараждар, монументтар, плотиналар, причалдар, каналдар, һыу юлдары, ирригация системалары, һыу үткәргестәр һәм һыуҙы эшкәртеү ҡоролмалары, сүп-сарҙы эшкәртеү системалары, сәнәғәт һәм коммуналь ағынты һыуҙар, ярҙы нығытыу ҡоролмалары, электр тапшырыу линиялары һ. б. объекттарҙы үҙ эсенә ала[2].
Торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшө ихтыяждары ҡулланылған материалдарҙың үҙенсәлектәре, рельеф үҙенсәлектәре, шул иҫәптән тупраҡ характеристикаһы һәм төрлө гидравлик параметрҙар кеүек тикшеренеүҙәрҙе талап итә.. Граждандар төҙөлөшө өлкәһенә архитектура, ирригация, транспорт, тупраҡ фәне, геодезия, гидрология, шулай уҡ төрлө эксплуатация шарттарында, шул иҫәптән ер тетрәү ихтималлығы булған зоналарҙа төҙөлөш техникаһы инә.
Торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшө барышында төҙөлгән объекттар капиталь һәм ваҡытлыса булырға мөмкин. Беренсеһенә проект-смета документацияһында ҡаралған һәм төҙөлөп ятҡан комплекстың айырылғыһыҙ өлөшө булған бөтә биналар һәм ҡоролмалар ҡарай. Төҙөлөш-монтаж эштәре үткәрелгән ваҡытта төҙөлгән биналар һәм ҡоролмалар ваҡытлыса тип иҫәпләнә. Был ваҡытлыса инеү юлдары, көнкүреш биналары һәм башҡа объекттар булыуы мөмкин, улар төҙөүселәргә бөтә эш осоронда кәрәкле шарттар булдырыу өсөн тәғәйенләнгән. Төҙөлөш тамамланғандан һуң ваҡытлыса объекттар һүтелергә һәм территориянан сығарылырға тейеш[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ТОРЛАҠ‑ГРАЖДАНЛЫҠ ТӨҘӨЛӨШӨ .
- ↑ Строительство гражданское // Энциклопедия Кругосвет . Дата обращения: 29 сентябрь 2015. Архивировано 8 июль 2015 года.
- ↑ Төҙөлөш төрҙәре // төҙөүсе белешмәһе, Сайт Baurum.ru . Дата обращения: 29 сентябрь 2015. Архивировано 5 март 2016 года.