Эстәлеккә күсергә

Төбәк телдәренең Европа хартияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡһыл-йәшел — Хартияға ҡул ҡуйған илдәр; ҡара йәшел — Хартияла ҡатнашыусы илдәр; һоро — Европа Советына инмәгән илдәр.

Төбәк телдәренең йәки аҙсылыҡ халыҡ телдәренең Европа хартияһы — (ингл. European Charter for Regional or Minority Languages) 1992 йылдың 5 ноябрендә Страсбургта инглиз һәм француз телендә ҡабул ителә, бер данала булған ике текст та төп нөхсә һанала. Документ Европа Советы архивында һаҡлана. Хартия күсермәләре Европа Советы генераль секретары тарафынан — Европа Советы ағзаһы булған һәр дәүләткә һәм был Хартияға ҡушылырға тәҡдим ителгән дәүләттәргә ебәрелә.

Хартияның йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа төбәк телдәре исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Албан телеФлаг РумынииҠалып:Флаг Боснии
  2. Әрмән теле Флаг Румынии
  3. Ассирий телеӘрмәнстан флагы
  4. Баск телеИспания
  5. Белорус телеПольша
  6. Болгар телеФлаг Румынии
  7. Венгр телеАвстрияҠалып:Флаг Боснии
  8. Юғары лужиц телеГермания флагы
  9. Көнсығыш фриз телеГермания флагы
  10. Грек телеФлаг Румынии Әрмәнстан флагы
  11. Дат телеГермания флагы
  12. ИдишНидерландтар Флаг РумынииҠалып:Флаг Боснии
  13. Ирланд телеБөйөк Британия флагы
  14. Итальян телеҠалып:Флаг Боснии
  15. Карел теле
  16. Кашуб телеПольша
  17. Квен телеФлаг Норвегии
  18. Кипр-ғәрәп телеҠалып:Флаг Кипра
  19. Курд телеӘрмәнстан флагы
  20. Литва телеПольша
  21. Македон телеҠалып:Флаг Боснии
  22. МеянкиелиШвеция флагы
  23. Немец телеФлаг РумынииҠалып:Флаг БоснииДания
  24. Түбәнге немец телеГермания флагы
  25. Поляк телеФлаг РумынииҠалып:Флаг Боснии
  26. Русин телеҠалып:Флаг Боснии
  27. Урыҫ телеӘрмәнстан флагыФлаг РумынииПольша
  28. Саам теле
  29. Төньяҡ фриз телеГермания флагы
  30. Серб телеХорватия
  31. Словак телеАвстрияҠалып:Флаг БоснииПольша
  32. Словен телеАвстрияҠалып:Флаг Боснии
  33. Татар телеФлаг РумынииПольша
  34. Төрөк телеҠалып:Флаг Боснии
  35. Украин телеҠалып:Флаг БоснииПольша
  36. Фин телеШвеция флагы
  37. Хорват телеАвстрия
  38. Сиған телеАвстрия
  39. Черногор телеҠалып:Флаг Боснии
  40. Чех телеАвстрияҠалып:Флаг Боснии
  41. Швед теле

Проблемалар һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел сәйәсәте традицион рәүештә бер төрлөгә килтереү унифицикациялаштырыу характерында булған Францияла (ҡара: Францияның тел сәйәсәте) Хартияға ҡул ҡуйыу һәм ратификациялау мәсьәләһе сәйәси конфликттар предметына әйләнгән. Францияла Л. Жоспен хөкүмәте идара иткән осорҙа Хартияға ҡул ҡуйыла, ләкин Конституцион Совет унда конституцияға ҡаршы торған положениеһы бар[1] тип һанағанлыҡтан, Хартия ратификацияланмаған. 2011 йылда, конституцияға ҡайһы бер, шул иҫәптән региональ телдәр тураһында үҙгәртеүҙәр, индерелгәндән һуң Францияның буласаҡ президенты Ф. Олланд Хартия мәсьәләһен парламентта ҡарауҙы вәғәҙәләй[2]. 2015 йылда Францияның Дәүләт советы Хартияны ратификациялау тураһындағы закон проектын кире ҡағыусы консультатив һығымта баҫып сығара.[3] Словакияла илдең венгр аҙсылығы талап иткәнсә — 10 % түгел, 20 % планкалы венгрҙар компакт йәшәгән регион ғына ратификация үткән.

ПАСЕ 2007 йылда Грецияны, Ирландия һәм Латвияны Хартияға ҡул ҡуйырға һәм ратификацияларға, ә Исландия, Мальта һәм Италияны Хартияны ратификацияларға саҡыра.[4]

Хартияға Украинаның мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинала Хартияны ратификациялау буйынса оҙайлы бәхәс бара (Ҡарағыҙ: Украинала рус теле). Хартия 2006 й., 2007 й. көсөнә инә. Хартия үтәлеше тураһында[5] Украина тәҡдим иткән башланғыс доклад Украин урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһының[6] тәнҡит утына тотола. Украина белгестәренең күпселеге фекеренсә, был документтың атамаһы дөрөҫ тәржемә ителмәгән, ә аңлайышлыраҡ атамаһы бына нисек булырға тейеш: «Төбәк региональ йәки Европа минор телдәр Европа хартияһы», йәғни теге йәки был биләмәлә аҙсылыҡты тәшкил иткән телдәр. Бының менән бәйле, Хартия милли аҙсылыҡты түгел, ә европа мәҙәни мираҫы байлығы булараҡ юғалыуы мөмкин булған телдәрҙе яҡлай тигән ҡараш тарала[7].

Хартияға Балтия илдәренең мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер илдәрҙә (Латвия, Эстония) властар, сәйәси мотивтар буйынса, телдәр аҙсылығы «яңы ғына» барлыҡҡа килгән һылтауы менән, хартияны ратификациялауҙан ҡәтғи баш тарта.

Хартияға Рәсәйҙең мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Хартияға ҡул ҡуйған илдәргә ҡушыла (РФ Президентының 2001 йылдың 22 февралендә ҡабул иткән 90 Н-рп һанлы ҡарары), әммә уны ратификацияламай.

Хартияға Грузияның мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылдың апрелендә Европа Советына ҡабул ителгәндә, Грузия унда бер йыл ағза булып тороу осоронда Хартияға ҡул ҡуйыу һәм уны ратификациялау йөкләмәһен ала, әммә хәҙерге заманға тиклем хартияға ҡул ҡуймай һәм уны ратификацияламай. Ҡайһы бер төбәк телдәре (мегрель, лаз, сван), дәүләт теле диалекттары Хартия сиктәрендә яҡлау хоҡуғына эйә булмағанлыҡтан, Грузияла үҙ аллы тел түгел, ә грузин теле диалекты тип һанала[8].

  • Региональный язык

Ҡалып:Правозащитные конвенции Совета Европы