Уғыҙ теле
Уҡыу көйләүҙәре
Уғыҙ теле — уғыҙҙарҙың теле, хәҙерге ваҡытта үле тел. Төрки телдәргә ҡарай. Арал буйында, төньяҡ Каспий буйында, Һырдаръяның түбәнге ағымында таралған булған. X—XI быуаттарҙа Уғыҙ дәүләтендә аралашыу теле булып тора; һуңыраҡ төрөк, әзербайжан, төркмән, гагауз һәм ҡайһы бер башҡа телдәрҙең нигеҙенә ята.
Уғыҙҙарҙың үҙ дәүләтселеге була. Ғәзнәүиҙәр дәүләтендә һәм Сәлжүк солтанлығында дәүләт теле статусына эйә була.