Фидий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фидий үҙенең дуҫтарына Парфенондаға архитектураһын күрһәтә (1868)

Фидий (БЭТ 480—430 йылдар) — грек скульпторы, рәссамы һәм архитекторы. Ул ижад иткән Олимпта Зевс статуяһы Донъяның ете мөғжизәһе булып таныла. Ул шулай уҡ Акропольдә Афина алиһәһе статуяһын ижад итә. Ул ижад иткән Афина Парфенос статуяһы Парфенон эсенә ҡуйылған, бронзанан ҡойолған Афина Промахос статуяһы Акрополь эргәһендә тора.

Ошо ике бөйөк статуяларын ижад иткәндә ҡулланылған ҡиммәтле материалдарҙы улраған тип Фидий ике мәртәбә хөкөм ителә: беренсе тапҡыр Афинала Афина Партэностың фил һөйөктәрен алған тип; икенсе тапҡыр Олимпияла Зевстың алтын плащының бер өлөшөн алған тип[1]. Ялған шаһит Фидийға ҡаршы мәғлүмәт бирә. Фидий төрмәлә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Romer John. The Seven Wonders of the World. — The Statue of Zeus. — P. 17.