Хинкали
Хинкали (груз. ხინკალი) — Грузия халҡының милли аш-һыуы. Күбеһенсә тау өлкәләрендә Пшави, Мтиулети һәм Хевсуретияла, аҙағыраҡ башҡа Кавказ райондарына таралған.
Грузин хинкалиһы составы һәм бешерелеүе менән әзербайжан һәм дағстан хинкалаһынан күпкә айырылып тора.
Аш-һыу составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хинкали билмән ҡамырынан әҙерләнә (он, һыу), йомортҡа ҡушыу теләктән тора. Эсенә ваҡлап туралған, йәки ит үткәргестән үткәрелгән ит (күбеһенсә — һыйыр, сусҡа һәм һыйыр итенә ѳҫтѳнлѳк бирелһә, ҡайһы бер ресторандарҙа һарыҡ итен дә ҡулланалар).
Хинкали эшләгән саҡтағы мөһим элемент — уның формаһын яһау. Традиция буйынса грузия хужабикәләре уларҙың өҫкө осон бәләкәс «ҡойроҡ» менән тамамлап ҡуя. Хинкали аҫтынан алып (ҡойроҡҡа етеп барғанда) бөрмәле булып, 18 күберәк булырға тейеш. Уларҙы шулай тотоуы уңайлыраҡ. Эшләнгән хинкалиларҙы ҡайнап сыҡҡан һыуҙа бешерәләр, йә булмаһа табала ҡыҙҙыралар.
Ашау ҡәғиҙәләре лә үҙенсәлекле: ҡойроғонан тотоп, ҡамырын әҙләп кенә тешләп, ипләп иттең һутын тәмләргә, аҙаҡтан ғына нигеҙенә тотонорға. Өҫтәлгә ултыртыр алдынан әҙер аш-һыу ҡара борос менән тәмләтеп ебәрелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хинкали — это не просто еда
- Хинкали — видеорецепт на edim.tv