Эстәлеккә күсергә

Хоупвелл мәҙәниәтенең милли тарихи паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хоупвелл мәҙәниәтенең милли тарихи паркы
ингл. Hopewell Culture National Historical Park
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП V: охраняемые наземные и морские ландшафты[d]
Кем хөрмәтенә аталған Mordecai Hopewell[d]
Культура Ohio Hopewell culture[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Росс[d]
Әһәмиәтле урын Чилликоти
Хеҙмәтләндереүсе Служба национальных парков США[d]
Йылына инеүселәр һаны 44 484[1], 29 000[1], 70 000[1], 57 151[2], 38 509[2], 28 617[2], 33 918[2] һәм 35 710[2]
Мираҫ статусы место из Национального реестра исторических мест США[d][3]
Рәсми сайт nps.gov/hocu/index.htm
Изображение знака с названием места или объекта
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 5389
Карта
 Хоупвелл мәҙәниәтенең милли тарихи паркы Викимилектә

Хоупвелл мәҙәниәте милли тарихи паркы (ингл.  National Park Hopewell Culture Historical, элегерәк милли монумент Маунд-Сити-Груп булараҡ билдәле) — АҠШ-тың милли тарихи паркы. Парк Росс округында 5 айырым участкаларҙан тора АҠШ милли парктары хеҙмәте идара итә.

2008 йылдың ғинуарында АҠШ эске эштәре департаменты Хоупвелл-паркты Хоупвелл мәҙәниәте ҡоролмаларының өлөшө булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусы исемлегенә индерә[4].

Беҙҙең эраға тиклем 200 — 500 йылдарҙа Огайо йылғаһы үҙәне «Хоупвелл мәҙәниәте» (фермер фамилияһы буйынса, ҡурған комплекстарының береһе уның ерендә урынлашҡан) хәҙерге АҠШ-тың көнсығыш биләмәләрендәге индеецтарҙың төрлө этник төркөмдәре араһында таралған йолаларының, ышаныуҙарының, практикаһының киң селтәренә ҡарай. Хоупвеллсылар өсөн тупраҡтан вал-кәртә ҡоролмалары хас, уларҙың бейеклеге 3-4 метрға етә, шулай уҡ төрлө формалағы ҡурғандар ҙа бар. Ҡайһы берҙәренең бейеклеге 9-10 метрға етә.

Маунд-Сити Чилликоти ҡалаһынан төньяҡҡа ҡарай 6 км алыҫлыҡта Сайото.йылғаһының үҙәнендә ята. Ул Хоупвелл дәүерендә төҙөлгән 23 тупраҡ ҡурғандан тора. Һәр ҡурғандың өҫтөнә кәшәнә менән мәрхүмдең бергә яндырылған ҡалдыҡтары һибелгән. Йыш ҡына ҡурғандарҙа артефакттар бәлләүер таш һәм баҡыр фигуралар, уҡ башаҡтары, ҡабырсаҡ, тәмәке көпшәләр табылған

Археологик ҡомартҡы беренсе тапҡыр 1840 йылда картаға төшөрөлгән, әммә Беренсе донъя һуғышында уның биләмәһендә хәрби лагерь төҙөү арҡаһында емерелгән. 1920 йылдар башында лагерь һүтеп алына, ә кургандар тергеҙелә. 1923 йылда Маунд-Ситины АҠШ эске эштәр департаменты АҠШ-тын федераль хөкүмәт ҡарамағындағы милли ҡомартҡыһы тип иғлан итә.

1992 йылда Маунд-Сити Хоупвелл мәҙәниәтенең Милли тарихи паркы исеменә лайыҡ була. Уға өҫтәмә дүрт тупраҡ ҡоролма һәм ҡурған системаһы инә. Ҡайһы бер ҡурғандар ҡаҙыныу эштәре менән бәйле килеүселәр өсөн ябыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Огайолағы ҡурғандарҙың бер өлөшө ауыл хужалығы эштәре арҡаһында юҡҡа сыҡҡан.

Паркта музей бар, унда ҡурған табылдыҡтары ҡуйылған, экскурсиялар үтә.

  • Squire, and G. Ephraim Davis, H. Edwin, Ancient Mississippi Monuments of the Valley, D. C. Washington: Smithsonian Press Institution, 1998. (book of reprint 1848)
  • Woodward, L. McDonald and Susan, Jerry N., the Middle of Ohio Mounds Indian Valley, Blacksburg, VA: McDonald & Woodward Publishing, 1986.