Шибин Александр Васильевич
Шибин Александр Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Түбәнге Гөмбәт, Октябрьск районы (Ырымбур өлкәһе), Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Шибин Александр Васильевич (2 ғинуар 1940) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте - урыҫ [1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шибин Александр Васильевич 1940 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Октябрьский районының Оло Юшатыр йылғаһы буйында урынлашҡан Түбәнге Гөмбәт (рус. Нижний Гумбет) ауылында тыуған. Ауылдың атамаһы Гөмбәт йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан (фараз ителеүенсә, башҡортса "көн" һәм "бит" һүҙҙәренән).
1981 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
1960-1962 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткән.
Хеҙмәт эшсәнлеген 1962 йылда, армиянан ҡайтҡас, автомеханик булып эшләүҙән башлай.
1973 йылда Ишембай ҡалаһының автоколоннаһына директор итеп тәғәйенләйҙәр.Был вазифала ул 1983 йылға тиклем эшләй.
1983 йылда Александр Васильевич Өфө пассажир автотранспорты предприятиеһының етәксеһе булып эшләй.
1990 Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Өфө ҡалаһының Октябрь районы, 38-се Ростов һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана.
1990 йылдан - Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Президиум ағзаһы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5