Ыбыр-сыбыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ыбыр-сыбыр
Жанр

юмористик хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1885

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1885 йылдың 25 мартында

Ыбыр-сыбыр  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тапҡыр А Чехонте имзаһы аҫтында "Осколки" журналында 1885 йылдың 25 мартында баҫылып сыға. Хикәйә Чеховтың "Пестрые рассказы" йыйылмаһында, Санкт-Петербургта 1886 йылда баҫыла, уны Чехов нәшерсе Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа баҫып сығарған әҫәрҙәр йыйынтығының өсөнсө томына индерә.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пасха алдынан бер бәләкәй түрә, тараҡандар йүгерешеп йөрөгән өҫтәл артында ултырып, был донъяла үҙенең тәҡдире буйынса ниндәй эш (күп аҡса урларғамы йә булмаһа берәй кешене ғәйепләп полицияға һатырғамы) ҡылырға тейешлеге тураһында баш вата. Әммә быларҙың береһе лә ҡулынан килмәйәсәген аңлай. Үҙенең дәрәжәһенә тап килмәгәнлектән ғәрләнеп, ул өҫтәлдәге тараҡанды үлтерә һәм кәйефен күтәрә.

А. П. Чеховтың был хикәйәһендә кешенең эске азатһыҙлығы тураһындағы проблема күтәрелә һәм ул геройҙың фамилияһы (Невыразимов) менән һыҙатлана. Невыразимов тараҡандың нисек теләһә шулай йәшәй алғанлығын аңлай, ә бына ул үҙе тынсыу контор бүлмәһендә ултыра һәм йәмғиәт ҡуйған тәртипкә бойһонорға тейеш. Авторҙың аңлатмаһынан күренеүенсә, герой үҙе өсөн икенсе төрлө тормошто теләй : «Яңы , яҡшыраҡ тормоштоң кәрәклеге уның йөрәген түҙеп торғоһоҙ итеп ҡыҫа". Уның ҡапыл ғына урамға сығып, халыҡ ағымына ҡушылып, ниндәйҙер ҡыңғырауҙар сыңлаған, экипаждар шалтыраған тантанала ҡатнашҡыһы килә...бала саҡта үҙе татыған ғаилә түңәрәген, яҡындарының тантаналы йөҙҙәрен, өҫтәлдәге аҡ эскәтерҙе, яҡтылыҡты, йылылыҡты яңынан күргеһе, татыйһы килә. Коляскала, янынан үтеп киткән зауыҡлы ҡатынды, алтын сылбырсыҡты муйынына аҫҡан сәркәтипте,яңы пальто кейгән экзекуторҙы иҫенә төшөрә.Уның хәтеренә үҙендә бер ваҡытта ла булмаған йылы түшәк, Станислав ордены, яңы итек, өр-яңы виц-мундир килә... Былар урынына Невыразимов бары тик тормоштағы шарттарға бойһоноп йәшәргә тейеш, шуға күрә был тормошҡа ҡарата ныҡ асыуы ҡабара һәм нәфрәте арта.

Хикәйәнең күләме ҙур түгел, йөкмәткеһе уҡытыу маҡсатында РФ мәктәптәрендә әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелә һәм анализлана.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Балухатый С. Д. Проблемы драматургического анализа. Чехов / С. Д. Балухатый. — Л.: Academia, 1927. — 186 с.
  • Бердников Г. П. А. П. Чехов: идейные и творческие искания / Г. П. Бердников. — М.: Худож. лит., 1984. — 511 с.
  • Гурвич И. Проза Чехова (Человек и действительность) / И. Гурвич. — М.: Худож. лит, 1970. — 182 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мелюзга. Текст на русском языке.
  • Small Fry (Мелюзга), перевод Констанс Гарнетт 1918 года на английский язык для сборника «Учительница и другие рассказы» (The Schoolmistress and Other Stories).