Элмәлек (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Элмәлек»
Йыр
Яҙҙырылған

1938

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

Авторы

халыҡ

Элмәлек — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырҙың тексы

...Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Ерҙә лә тыуып, ерҙә үҫтек,
Донъя рәхәткәйҙәрен күрмәнек.

Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Ҡамсат бүрктәрҙе күрмәнек,
Туйҙан да туйға сабып йөр(ө)мәнек.

Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Көн биткәйенә тип үрләнек,
Аяҙ ҙа ғына көндәр күрмәнек.

Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Билде бөгөп, байға эшләнек,
Йәшәйбеҙ, тип, көн-төн этләндек.

«Элмәлек» башҡорт халыҡ йыры тәүге тапҡыр 1938 йылда этнолог Л. Н. Лебединский тарафынан яҙып алына һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында Н. Иҙелбай яҙмаһында баҫтырыла.

Йырҙың варианттарын Ғата Сөләймәнов К. М. Дияровтан яҙып ала.

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Элмәлек» йырында был йыр яҙылыу дәүерендә йәшәп килгән социаль тигеҙһеҙлек һүрәтләнә. Йыр тексы үҙ намыҫын яҡлаусы ярлылар исеменән яҙылған.

Характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Элмәлек» йыры лирик-драматик характерҙа.

Башҡарыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырҙы Х. Л. Ғәлимов, Ф. Г. Ноғоманова, И. М. Смаков, Башҡортостан Республикаһының Хор капеллаһы башҡара.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырҙы композитор А. Р. Хәлфетдинов фортепиано һәм тауыш өсөн, Р. В. Сәлмәнов ҡатнаш хор өсөн (a cappella) эшкәрткән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт энциклопедияһы. Өфө. 1996 йыл.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. — Өфө, 1974;
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. — Өфө, 1988;

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]