Эстәлеккә күсергә

Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Смаков Илфак Мөжип улы битенән йүнәлтелде)
Илфаҡ Смаҡов
Төп мәғлүмәт
Исеме

Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы

Тыуған

2 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы Рапат ауылы

Үлгән

27 май 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (53 йәш)

Үлгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

баритон

Жанрҙар

фолк һәм башҡалар

Наградалар
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1989
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы (2 ғинуар 1940 йыл — 27 май 1993 йыл) — йырсы, 1963—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).

Илфаҡ Мөжип улы Смаҡов 1940 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуған. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда, Өфөлә үткәрелгән республика йыр бәйгеһендә беренсе ҙур уңышҡа өлгәшә. Башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм һәүәҫкәр композитор Әкрәм Дауытовтың «Әсәйемә хат»ын иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарып, «лауреат» булып ҡайта.

Файл:Ильфак Смаков выступление.jpg
Ильфаҡ Смаҡов

Урта белем алғас, Өфө сәнғәт училищеһында мөғәллим Миләүшә Мортазина класында уҡый. Был йылдарҙа төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша. Дүртенсе курста сағында, Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй эстрада артистары ярышында «дипломант» исемен ала.

1982 йылдан башлап ғүмеренең аҙағына тиклем Илфаҡ Смаҡов Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.

Йырсы репертуарында Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бик күп. Ул Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең күп республика, край һәм өлкәләрен үҙенең бай һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән урап сыға. Сәхнә оҫтаһы башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфирәкәй», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», «Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул, тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр әҫәрҙәр башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.

Илфаҡ Мөжип улының ҡатыны Асия Смаҡова ла йырсы — Башҡортостандың халыҡ артисы. Смаҡовтар күп йылдар дуэт менән сығыш яһаны.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978).
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989).
  • Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
Илфаҡ Смаҡовтың ҡәбере (Рапат ауылы)