Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы
Асия Смаҡова | |||
Тулы исеме |
Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы | ||
---|---|---|---|
Тыуған | |||
Тыуған урыны | |||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
йырсы | ||
Наградалар |
| ||
Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (28 август 1947 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асия Вәфир ҡыҙы Смаҡова (ҡыҙ фамилияһы Ғәббәсова) 1947 йылдың 28 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Латип ауылында тыуған. Ишембай ҡалаһында 1-се һигеҙ йыллыҡ интернат-мәктәбенән һуң 2-се интернат-мәктәбендә уҡый. Музыка уҡытыусыһы Ғәлиә Дауыт ҡыҙы Рәшитова (Таңһылыу Рәшитованың һеңлеһе) ҡыҙҙың йыр-моңға һәләтен күреп, уға айырым иғтибар бүлә. Асия Вәфир ҡыҙы мәктәп хорында һәм йыр анамблендә солист була.
1966—1970 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый, ошо осорҙа буласаҡ тормош иптәше билдәле эстрада йырсыһы Илфаҡ Смаҡов менән таныша.
1975 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1969 йылдан Башҡортостан хор капеллаһы солисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы педагог-репетиторы, 1980-се йылдарҙа тормош иптәше Илфаҡ Смаҡов менән бергә сығыш яһай башлайҙар. Был үҙенсәлекле дуэт тыңлаусылар, тамашасылар күңелендә йылы хәтирәләр ҡалдыра. Йырсылар моңло тауыштары, матур ҡиәфәттәре, сәхәнәлә үҙ-үҙен тотоштары менән айырылып тора. Улар репертуар һайлауға ла бик етди ҡарай.
1998—2010 йылдарҙа — Айҙар Ғәлимовтың «Айҙар» театр-студияһы йырсы-солисы.
Асия Смаҡованың матур тембрлы тауышын тамашасылар һәр саҡ көтөп ала. Репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, композиторҙар ижад иткән әҫәрҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше — Илфаҡ Смаҡов (1940—1993), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы. Ҡыҙҙары — Айһылыу.
Йырсы ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гөлфиә Юнысова. “Ғүмеремде ҡабат башлап булһа, ҡайтыр инем үҫмер сағыма...” «Башҡортостан» гәзите, 2017, 3 октябрь[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2017, 3 октябрь 2017 йыл 28 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2017)
- Энциклопедия Башкирии: Смаков Ильфак Музипович
- Ильфак Смаков 2014 йыл 29 сентябрь архивланған. на сайте Башкирской государственной филармонии имени Хусаина Ахметова
- Певцы, музыканты, педагоги по вокалу и музыке — Башкирская …
башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/…/18335-pevtsy-i-muzykanty
- Беҙҙең кумирҙар «Йәшлек» гәзите. www.ye02.ru › Новости › Мәҙәниәт
- 28 августа тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Стәрлетамаҡ районында тыуғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- СССР йырсылары
- Рәсәй йырсылары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт йырсылары
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты