Ҡара төҫ
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡара төҫ | |
Hex-код цвета | 000000 |
---|---|
Символизирует | траур[d] һәм элегантность[d] |
Код цвета CSS | black |
Ҡапма-ҡаршыһы | аҡ |
Ҡара төҫ Викимилектә |
Ҡара — төҫ, объекттан яҡтылыҡ ағымы килмәү. RGB системаһында #000000 тип билдәләнә.В системе RGB обозначается как #000000. Ҡараның төҫмөрҙәре ҡараһыу тип атала.
2014 йылда донъя буйынса иң ҡара матдә Vantablack тип танылған.
Ғәҙәттә, ҡара төҫтө хәҙерге заман кешеһе матәм төҫө һанаһа ла, көнсығышта был изгелек, камиллыҡ, сафлыҡ, выжданлылыҡ һәм тәжрибәлелек символы. Шулай уҡ ҡара, әйтелгәндәрҙән тыш, серлелелек һәм билдәһеҙлек символы һанала.
Ҡара төҫ - башҡорт халҡында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халҡында ҡара төҫ күп мәғәнәне аңлата:
- Күмер йәки ҡором төҫө - ҡара төҫ
- Ҡарһыҙ, тупраҡ асыҡ күренеп ятҡан ваҡыт - ҡара көҙ, ҡара ҡыш, ҡараға баҫыу - яҙға сығыу.
- Керле, бысраҡ - ҡараға ҡатҡан кейем, ҡул.
- Квалификация талап итмәгән эш - ҡара эш.
- Түбәнге ҡатлам халыҡ - ҡара халыҡ.
- Йәмһеҙ, тәмһеҙ ризыҡ - ҡара бутҡа
- Ҡайғылы, ауыр, ғазаплы кисереш - ҡара ҡайғы.
- Яуызлыҡ, мәкерлелек - ҡара эслелек, ҡара ниәт.
- Сифатты көсәйтеү мәғәнәһе - ҡара башҡорт (йәки ата башҡорт), ҡара тир, ҡара ямғыр.
- Шахмат уйынындағы фигура төҫө
- фразеологик һүҙбәйләнештәр
- Йөҙ ҡараһы - оятсылыҡ, хурлыҡ
- Йөҙө ҡара ҡойолоу - асыулы, яман ҡараш ташлау
- Күҙ ҡарам - яратып әйтеү
- Күҙ ҡараһындай - ҡәҙерле, аяулы, ҡурсыулы
- Ҡара буран сығыу - талаш, янъял сығыу
- Ҡара иҫәп - яҡынса иҫәп
- Ҡара йөрәк - мәрхәмәтһеҙ, иманһыҙ
- Ҡара ҡағыҙ - үлем хәбәре яҙылған хат
- Аҡты ҡара итеп күрһәтеү - ялғанлап, яҡшыны яман итеп күрһәтеү
- Ҡара таныу - уҡый белеү
- мәҡәлдәр һәм әйтемдәр
- Аҙашмам тигән егетте ҡара томан аҙаштырған
- Аҡ матур - саҡ матур, ҡара матур - ныҡ матур.
- Ҡара ташты йыуһаң да ағармай
- Ҡара кешенең тире сыҡҡансы аҡ кешенең йәне сыҡҡан
- Үҙемдеке тигәндә үгеҙҙә ҡара көсөм бар -[1]
- башҡорт исемдәре
Ир-ат
- Ҡарабай
- Ҡарабаш
- Ҡарагүбәк
- Ҡарағол
- Ҡарағужа
- Ҡарасай
- Ҡарасура
- Ҡаратай [2]
Ҡатын-ҡыҙ
- Ҡарағаш (Ҡараҡаш)
- Ҡарасәс [3]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2005. -223 бит
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 860 бит
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Цвет» | |
Чёрный цвет Викимилектә |
Төҫ | ||||||||||
|