Эстәлеккә күсергә

Ҡарсығалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарсығалар

Бүҙәнә ҡарсығаһы табышы менән (ата ҡош)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Accipiter Brisson, 1760


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Ҡарсығалар (лат. Accipiter) — ҡарсығалар (Ястребиные - Accipitridae) йыртҡыс ҡоштар төрөнә ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Был ҡупшы ҡоштарҙың ҡанаттары ҡыҫҡа һәм киң, ҡойроҡтары оҙон. Осло тырнаҡлы аяҡтары оҙон, улар һунар итеү өсөн ҡулайлашҡан. Төҫтәре буй һыҙатлы, түштәренең аҫ яғы көлһыу[1]. Ата ҡоштар инә ҡоштарға ҡарағанда эрерәк.

Ҡарсығалар үҙ ҡорбандарын һауанан күҙәтеп тороп ауларға ярата. Бейектән үк күреп ҡалып, таштай шыҡыйып ҡорбанына атыла һәм тиҙ генә осло тырнаҡтары менән эләктереп ала. Күбеһенсә ваҡ ҡоштар һәм имеҙеүселәрҙе аулай.

Ҡарсығалар киң таралған. Айырыуса урман һәм ҡыуаҡлыҡтар массивтарында йәшәйҙәр.

  1. Мартынов Е. Н. «Биология лесных позвоночных»