Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырын йөҙөүселәр (лат. Amphipoda, (рус. Бокоплавы, амфиподы, разноногие раки) — юғары ҡыҫалалар отрядында тигеҙ булмаған аяҡлы ҡыҫала һымаҡтар (Amphipoda), ҡыҫала һымаҡтар отряды; ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә осрай торған ваҡ ҡыҫала һымаҡтар[1].
Кәүҙәһе 15—18 мм оҙонлоҡта, ян-яҡтан ҡыҫылған, дуға һымаҡ бөгөлгән: баштан, күкрәктән (6 йәки 7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент) тора. Күкрәк аяҡтары (уларҙың төбөндә өҫтәлмә айғолаҡ үҫентеләре бар) хәрәкәт итеү һәм тын алыу, ҡорһаҡтағы тәүге өс пар аяҡ — йөҙөү, ҡалған өс пары һикереү өсөн хеҙмәт итә. Енси диморфизм хас: ата заттар кәүҙәләренең ҙурыраҡ, мыйыҡтарының оҙонораҡ булыуы һәм күкрәк аяҡтарының тәүге ике парының формаһы менән айырыла.
Йомортҡалар инә ҡыҫалаларҙың күкрәк аяҡтары пластинкалары хасил иткән етлегеү камераларына һалына. Йомортҡаларҙан оло заттарҙан әлә ни айырылмаған йәш ҡыҫалалар сыға; күл ҡырын йөҙөүселәрe йылына 2 быуын бирә.
Туҡланыуы
Күпселеге бөтә нәмә менән дә туҡлана, йыртҡыстар бар.
Dikerogammarus haemobaphes һәм Corophium curvispinum һыу ағымдарында, ҡырын йөҙөүсе бөрсә ш. уҡ мәмерйә һыуҙарында һәм инештәрендә тереклек итә, күл ҡырын йөҙөүсеһе Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғы һыу ятҡылыҡтарында осрай. Балыҡ, һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ, өйрәк гельминтоздарын (полиморфоз, стрептокароз, тетрамероз) тыуҙырғыстарҙың аралыҡ хужаһы.
-
Hyperiidae (Hyperiidea)
-
Ampeliscidae (Gammaridea)
-
Pontoporeiidae (Gammaridea)
-
Caprellidae (Corophiidea)
- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)